• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

81-СЕ ИЖАД МИҘГЕЛЕН АСЫУ

Ҙур концерт


Филармонияның солистары һәм коллективтары ҡатнаша

80 йыллыҡ тарихы булған Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенең туҡһанынсы тиҫтәһенә аяҡ баҫа! 3 октябрь #81-се ижад миҙгелен асып, филармония үҙенең тоғро тамашасыларын, сәнғәт һөйөүселәрҙе сағыу программаға саҡыра! Тамашала талантлы, дәртле, амбициоз йәштәр һәм Башҡортостан эстрадаһында күптән инде үҙ урынын тапҡан сәхнә йондоҙҙары ҡатнаша. Режиссеры – билдәле проекттар авторы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

Республикабыҙҙың төп концерт ойошмаһы быйылғы ижад миҙгеленә бик күп йырлы-моңло бүләктәр әҙерләй. Төрлө йүнәлештәге концерттар, үҙенсәлекле премьералар, фестивалдәр, тамашасы яратып өлгөргөн проекттар һәм өр-яңылары… Уларҙың барыһын да миҙгел дауамында күрергә мөмкин. Бынан тыш филармония сәхнәһендә төрлө ил, ҡитғаларҙан билдәле, абруйлы музыканттар, артистар ҙа сығыш яһаясаҡ. Беҙҙең филармония яңылыҡтары хаҡында хәбәрҙар булырға теләһәгеҙ, теге йәки был тамашаға алдан билеттар алып ҡалам тиһәгеҙ, беҙҙең сайтҡа -https://bashgf.ru рәхим итегеҙ!

Әлегә барлыҡ дуҫтарыбыҙҙы, таныштарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы һәм баш ҡалабыҙҙа йәшәүсе йыр-моңға битараф булмағандарҙы, Өфө ҡунаҡтарын 3 октябрь #81-се ижад миҙгелен бергәләп асырға саҡырабыҙ! Милли көй-моңға, уйын-көлкөгә тулы концертта көтәбеҙ һеҙҙе, тамашасыбыҙ!