• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

ҺАҠМАР ҺАНДУҒАСЫ МОҢО

Хөсәйен Әхмәтов иҫтәлегенә бағышланған концерт

Данлыҡлы башҡорт композиторы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почет Билдәһе» ордендары кавалеры Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтов туған халҡына иҫ киткес бай ижади ҡомартҡы ҡалдырған. Уның хеҙмәттәрен  «Башҡорт композиторҙарының хор әҫәрҙәре», «Башҡорт оҙон йырҙары», башҡорт поэмалары һәм балладалары, симфоник сюиталары, лирик сюиталар, «Замандаш» операһы, тәүге башҡорт классик романсы «Төнгө Урал» һәм йөҙҙән ашыу йыр һәм романстар тәшкил итә.

Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыларының һәр береһенең репертуарында бөйөк композиторҙың әҫәрҙәре бар. Юғары сәнғәт өлгөһө булған музыкаль ҡомартҡылар халыҡтың ауыҙ-тел ижадына, фольклорына тере һәйкәл булып тора.

Башҡорт сәнғәтенең үҙәк урынын биләгән композиторҙың ижадын ҙурлау, һәм был ҡомартҡыны киләсәк быуындарға тапшырыу, беҙҙең изге бурыс. Ошоно иҫәптә тотоп Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективы Х.Әхмәтов ижадына бағышланған өр-яңы проект тәҡдим итә. «Һаҡмар һандуғасы моңо» тип аталған концертта әҙиптең төрлө жанрҙағы иң билдәле әҫәрҙәрен Нәзифә Ҡадырова, Артур Туҡтағолов, Фәдис Ганиев һәм Лилиә Биктимерова, Азамат Тимеров, Лилиә Ишемйәрова, Хәмит Теләмов, Тимур Рамазанов, Флорида Иркина, Рөстәм Шаһыбалов, Алмас һәм Рәфис Сирусиндар, Искәндәр Ғәзизов башҡарасаҡ.  Йырҙар ҙа, романстар ҙа, опера ла, сюиталар ҙа ишетәсәкһегеҙ һеҙ был күркәм кисәлә. Музыкаль яҡтан тамашаны Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры (етәксеһе Л. Дәүләтбаев) биҙәйәсәк.