• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан

«Һандуғастан моңдар отоп…»

Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Амангилдина

Хөрмәтле дуҫтар, өфөлөләр! Һеҙҙе ҡыуандырырға ашығабыҙ! 29 ноябрь Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә күптән инде үҙ тамашасыһын тапҡан башҡорт һандуғасы Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Амангилдина үҙенең концертына саҡыра. «Һандуғастан моңдар отоп…» исемле тамашала йырсының ижадташ дуҫтары Башҡортостандың халыҡ артисы Индира Әсәҙуллина (рояль), Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Марсель Ҡотоев, Евгения Цыпина (бейеү), Әлиә Нурғәлиева (бейеү), халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаттары Рәфис Сирусин, Таһир Шәһивәлиев (баян), Илнур Хәйруллин (ҡурай), бейеүселәр — Рөстәм Ғәндәлипов, Регина Баракова һәм республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы БР Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры (етәксеһе – Линар Дәүләтбаев) ҡатнаша.
Римма Амангилдина ижады тураһында һүҙ алып барғанда, халыҡ күңелендә ул башҡарыуындағы күп һанлы халыҡ йырҙары, милли композиторҙарыбыҙ әҫәрҙәре иҫкә төшәлер. Эйе, ҡабатланмаҫ моңо, үҙенсәлекле тауышы менән күңедәрҙе әсир иткән ҡыпсаҡ ҡыҙы Римма Амангилдина. Республика һәм Рәсәй буйлап ҡына түгел, ә Европа илдәрендә, Ҡытайҙа, хатта Америкала башҡорт моңон яңғыратып таң ҡалдырған йырсы үҙенең яңы концерт программаһында көтөп ҡала. Рәхим итегеҙ!
     Тамашаның режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина.