• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

Халҡым моңо — яҙмышым

Нурҙар һибәм дуҫтар күңеленә,

Нурҙар тирәм көндә үҙемдә…

(Ғәли Ильясов)

Борма-борма юлдар үтеп сәнғәткә килгән, башҡорт халыҡ йырын ғүмерлеккә юлдашы итеп һайлаған, Башҡорт дәүләт университетында биолог һөнәрен үҙләштергән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова яратҡан тамашасыларын яңы программа менән ҡыуандырырға ашыға. «Халҡым моңо — яҙмышым» тип исемләнгән концертта башҡорт халыҡ йырҙары, Айһылыу Сәлмәнованың «Уралҡай» поэторияһы,  йырсы яҙған шиғырҙар, йырҙар яңғыраясаҡ.

Сәйҙә Ильясова киң диапозонлы йырсы. Уның репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары, романстар, башҡорт, татар, рус, сит ил композиторҙарының ариялары, эстрада йырҙары — барыһыла үҙ урынын тапҡан. Уны билдәле йырсы булараҡ ҡына түгел, ә ҡыҙыҡлы, эстәлекле тамашалар ҡуйған һәләтле режиссер итеп тә беләләр.

17 сентябрь Сәйҙә Ғәли ҡыҙының «Халҡым моңо — яҙмышым» исемле концертына ижадташ дуҫтары ла саҡырылған. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рэм Гәрәев (баян),   Илшат Ишморатов һәм Илнур Хәйруллин (ҡурай), халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаттары Гүзәл Үмәрғәлина (думбыра), Ольга Хәйруллина (концертместер), Дилбәр һәм Ғәлиә Фәйзиевалар ҙа бар. Алып барыусылар: Данил Ғофранов һәм Эльмира Юлдашева.

Концерттың режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Индира Әсәҙуллина. Рәхим итегеҙ!