• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

ҺӨЙӨҮ ЯЛҠЫНЫ

Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы Лилия Ишемйәрова етәкселегендәге төркөмдөң «Һөйөү ялҡыны» исемле концерты

Урамда март… Яҙ тәбиғәтте генә түгел беҙҙең хистәрҙе лә уята. Мөхәббәт яҙ тыуа, тиҙәр. Уның тап шулай икәнлеген белеү өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы Лилия Ишемйәрова етәкселегендәге төркөмдөң «Һөйөү ялҡыны» исемле концертына рәхим итегеҙ. Тамашала эстрадабыҙҙың романтигы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин, моңло йырҙары менән халыҡ һөйөүен яулаған, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Искәндәр Ғәзизов, оҫта ҡурайсы һәм баянсы Салауат Хәлилов, дәртле бейеүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Евгения Цыпина ҡатнаша.

Яҙғы һөйөү, яҙғы илһам һәм дәрт, яҙғы кисерештәр, үкенестәр, иҫтәлектәр барыһы бергә сорналып, тик матурлыҡҡа, илаһилыҡҡа һәм мөхәббәткә генә тулышҡан яҡты кисә көтә тамашасыны.

Яҙғы һөйөү тел менән әйтелмәй, йыр аша тапшырыла. Әйҙәгеҙ, һөйөү хаҡында тыңлайыҡ, һөйөүҙе ҡабул итәйек һәм был донъяны бары тик һөйөү хистәре менән генә биҙәп йәшәйек.