• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

«Онота алмайым…»

"Эстрада легендалары" проекты сиктәрендә

Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аккучукованың юбилей концерты
Билетов нет

«Онота алмайым…» Уның моңло тауышын, халыҡсан йырҙарын башҡалар менән сағыштырып та, онотоп та булмай… «Алтын балдаҡ», «Һин ултыртҡан муйыл», «Ҡыр ҡаҙҙары», «Һине эҙләйем», «Аҡҡошҡайым»… Был йырҙар күптән инде халыҡ күңелендә мәңгегә уйылып ҡалған. 20 март! Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында Роза Аккучукова үҙенең күңел түрендә йөрөткән онота алмаҫлыҡ миҙгелдәрен һеҙҙең менән бүлешә. 80-90-сы йылдарҙың иң популяр «йондоҙҙарҙың» береһе, башҡорт эстрадаһының легендаһы Роза Сәбирйән ҡыҙы иң яҡын дуҫтарын бер сәхнәлә йыя. Тамашала Вилдан Яруллин, Зөлфиә Ҡудашева, Марсель Ҡотоев, Гөлсөм Бикбулатова, Искәндәр Ғәзизов, Флүрә Шәйхетдинова, Тимур Рамаҙанов ҡатнаша.
Роза Сәбирйән ҡыҙы ғүмере буйына Башҡорт дәүләт филармонияһына тоғролоғон һаҡлап, бөтә ғүмерен милли сәнғәткә арнап халҡым, тамашасым тип янып-көйөп йәшәй. «Бөгөн дә йырҙарым радиоалғыстар, зәңгәр экрандар аша яңғырап тора, аллаға шөкөр. Был тамашасы менән бәйләнеште һаҡлап торған ниндәйҙер күренмәҫ еп кеүек. Мин бәхетле. Төрлө авторҙар менән эшләйем, әммә күңелемә яҡындары ла бар:Исмәғилев, Хәсәнов, Сабитов, Сәлмәновтың йырҙарын яратып башҡарам. 20 март үтәсәк концертымда Нурия Абдуллина яҙған йырҙарҙы тамашасыға тәҡдим итәсәкмен», — ти йырсы.
Хөрмәтле дуҫтар! 20 март Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Онота алмайым» тип исемләнгән алтын тауышлы легендабыҙҙың матур байрамында көтәбеҙ! Йылы хис-тойғоларға, матур хәтирәләргә, үҙенсәлекле атмосфераға сорналып бергәләп ял итәйек!
Концерттың сценарий авторы – Ш. Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов, режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илшат Ғәлимйәнов.

Билетов нет