• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан

Йырҙарым минең…

Әлфиә Юлсурина

Музыкаль монолог

31 МАРТ Башҡорт дәүләт филармонияһы. «ЙЫРҘАРЫМ МИНЕҢ…» музыкаль монолог.  Башҡортотсандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсуринаның моңло, дәртле, фәһемле, ялҡынлы, мөхәббәтле концерты.

Һәр кешенең үҙ яҙмышы. Был донъяла үҙе һайлаған юлы… Ғөмүмән, һәр кем был донъяға үҙ тәғәйенләнеше менән килә. Әлфиә Юлсуринаның музыкаль-монологы ла тап шул хаҡта. «Аҡлы-ҡаралы яҙмыш», еңеүҙәр һәм еңелеүҙәр аша алға барыу…

Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы һикәлтәле тормош һуҡмаҡтарын үтеп, бөгөн ҙур сәнәләрҙә яҡты йондоҙ булып балҡый. Уны ғына яратҡан, уның ижадын мөкиббән китеп һөйгән тамашасыһы бар. Артист өсөн был оло бәхет. Матурлыҡҡа, илаһилыҡҡа, мөхәббәткә ҡоролған «Йырҙарым минең…» музыкаль монологында юбилярҙың сәхнәләш дуҫтары ла ҡатнашасаҡ,» — тип мәғлүмәт менән уртаҡлашты тамашаның режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

Әлфиә Юлсурина һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндә. Уның һәр концерты үҙенсәлекле. Олег Ханов менән дуэтта ҡуйылған «Һин бәхетле! Ә мин?..» музыкаль романы ҙур уңыш менән үтте. Ә был юлы Әлфиә Юлсурина тамашасы хөкөмөнә нимә сығарыр икән?.. Мотлаҡ килеп күрергә кәрәк!

31 март, мөхәббәткә мәҙхиә йырлар байрамға рәхим итегеҙ, дуҫтар!