• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

Ҫәләм, дуҫ! / Здравствуй, друг!

Концерт ко Дню башкирского языка

Ал ҡанымда ҡояш нуры бар,

Йөрәгемдә ерҙең нуры бар,

Күҙҙәремдә халҡым күҙе бар,

Шуға минең әйтер һүҙем бар!..

К. Кинйәбулатова

 

14 декабрҙә республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө уҙғарыла. Байрам датаһы уҙған йыл Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров Указы менән рәсми раҫланды. Был көндө мәҙәни, белем усаҡтарында,  телевидение, радио каналдарҙа Башҡорт теленә арналған төрлө саралар ойоштороласаҡ. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ла был мәртәбәле саранан ситтә ҡалмаясаҡ. Уҙған йыл артистарыбыҙ башҡаланың төрлө майҙандарында үткән концерттарҙа, акцияларҙа ҡатнашһа, быйыл беҙ тамашасыларҙы үҙ залыбыҙға йыймаҡсыбыҙ.

Телдең матурлығы, илаһилығы йыр аша һәр кешенең күңеленә үтеп инә. Юҡҡамы ни әсәйҙәребеҙ беҙҙе сабый саҡта бишек йыры йырлап йоҡлатҡан, өләсәй-олатайҙарыбыҙ төрлө һамаҡтар менән яратҡан… Шуға ла филармониябыҙ артистары башҡорт теленең бар гүзәллеген йыр аша еткермәксе. Тамашала йылдар дауамында үҙ ижадында телде үҫтереүгә ҙур өлөш индергән арҙаҡлы йырсыларыбыҙ һәм йәш солистарыбыҙ Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры (етәксеһе Л. Дәүләтбаев) менән берлектә сығыш яһаясаҡ.

Тамашаның режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова: «Тел, ил, халыҡ яҙмышына битараф кеше сәхнәғә сығып һүҙ йөрөтә алмай. Телде һаҡлап ҡалыуҙа, йәғни илде һаҡлап ҡалыуҙа иң яуаплы бурыс — беҙҙең иңдәрҙә. Филармониябыҙҙа телдең ҡәҙерен, бәҫен, матурлығын белгән егеттәр һәм ҡыҙҙар ижад итә. Бөгөн сәскән изге орлоҡтар шытып сығыр, емештәрен бирер тип уйлайым».

Туған тел — ул халыҡтың тере күңеле, һөйләп торған шатлығы, ҡайғыһы, һүҙ хәтере, бөтмәҫ-төкәнмәҫ рух байлығы. Туған теле барҙың — туған рухы бар.

 

***

         В нашей республике 14 декабря отмечается День башкирского языка. Праздничная дата официально утверждена Указом Главы Республики Башкортостан Радия Хабирова в прошлом году. В этот день пройдут различные мероприятия, посвященные башкирскому языку в культурных, образовательных учреждениях, на телевидении, радиоканалах.

Не осталась в стороне от этого почетного мероприятия и Башкирская государственная филармония им.Х.Ахметова. Если в прошлом году в рамках Дня башкирского языка наши артисты участвовали в концертах и акциях на различных площадках столицы, то в этом году мы собираем зрителей в своем зале.

Красота языка, его смысл и сила проходит рефреном в сердцах каждого человека. Любовь к песне у нас начинается ещё с колыбельных, которые нам поют мамы, а также с песен наших дедушек и бабушек. Поэтому мы, артисты филармонии, покажем всю красоту башкирского языка через песню. На протяжении многих лет наши талантливые певцы и молодые солисты вносили заметный вклад в развитие языка посредством народной песни.

Режиссер представления, заслуженная артистка Республики Башкортостан Сулпан Аскарова: «Человек, равнодушный к судьбе языка, страны, народа не может выйти на сцену. Самая ответственная миссия – сохранить язык, а это значит, сохранить страну. В филармонии сегодня работают артисты, котрые очень бережно относятся к родному языку, и показывают всю его красоту. Надеемся, что мы, посеяв сегодня благодатные плоды любви к языку, в будущем пожмем полезные семена».

Родной язык – это живая душа народа, радость, печаль, память, непреходящее духовное богатство. Берегите родной язык!

 

В концерте выступят артисты и коллективы Башкирской филармонии.