• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

МӨХӘББӘТ КӨСӨ

Группа Фадиса Ганиева

Кешеләрҙе ниндәй яҙмыш юлдары алып килеп ҡуша, ниндәй юлдар айыра? Ниндәй юлдар бәхетле итә лә, ниндәйе шул бәхетте эҙләтеп уратып йөрөтә лә йөрөтә?.. Нисек итеп таба белергә хаҡ юлды? Был эҙләнеүҙә тик һөйөү, мөхәббәт көсө ярҙам итер, тиҙәр Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы Фәдис Ғәниев һәм Башҡортостандың, Татарстандың атҡаҙанған артискаһы Лилиә Биктимерова.

10 апрель яратҡан артистарығыҙҙың өр-яңы концерт программаһында мөхәббәт көсөнә тағы ла бер тапҡыр инанырһығыҙ. Сөнки һоҡланғыс ғаилә пары булған һәләтле йырсылар унда юмор аша ир менән ҡатын мөнәсәбәттәрен, уларҙың бәхет эҙләү юлындағы мажараларын нәфис һүҙҙә лә, йыр аша ла бик ҡыҙыҡлы итеп сағылдыра. Һәм бөтөн төрлө сәбәптәрҙә лә, осраҡтарҙа ла бында тик мөхәббәт кенә ярҙам итә. Тап тормоштағы кеүек!

Тамашала Башҡортостандың халыҡ артисы Хәлит Фәтихов (баян), Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксурин (ҡурай), халыҡ-ара йыр бәйгеләре лауреаты Рифат Шәрәфетдинов, бейеүселәребеҙ – Татьяна Мутифи һәм Рөстәм Ғәндәлипов ҡатнаша.