• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

МӨХӘББӘТ МИҘГЕЛДӘРЕ

Һәр миҙгелдең үҙ мөхәббәт төҫө. Йәйҙәрен ул еләкле-сәскәле, аҡ томанлы, йылы ямғырлы. Яҙын ташҡын йылғаны хәтерләтә. Урғылып, аҡылдан шаштырып, илатып-көлдөрөп килеүе бар. Көҙгө һөйөү һағышлы, моңло, тәрән хисле булыр һымаҡ… Ә ҡышҡы мөхәббәт тыныс та, сабыр ҙа кеүек, талғын яуған аҡ ҡар ише саф, пак…

Ә бит мәхәббәттең дә үҙ миҙгелдәре бар. Йәшлектәгеһе йәйҙәй ҡайнар, ҡартлыҡтағыһы көҙҙәй йылы һәм талғын. Һөйөүҙең һәр миҙгеленең йәмен, наҙын үҙенсә татыған һәм ғүмере буйы мөхәббәт хисен һаҡлай алған кеше бәхетле. Ә йыр-моң мөхәббәтең ғүмерен оҙайтырға ярҙам итә.

Мөхәббәт миҙгелдәренең нисек булырын белергә теләһәгеҙ, 13 февраль Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына рәхим итегеҙ!

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дияна Ишниязова ижадташ дуҫтары менән һеҙгә илһамлы, һөйөүле, сағыу концерт бүләк итәсәк. Тамашала халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Рөстәм Шаһыбалов, Салауат Мөхәмәтйәров ҡатнаша. Алып барыусылар  Фаяз Йәнтүрин һәм Зөлфиә Әхмәтова. Концерттың режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.