• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан

МОНОЛОГ

Эльмира Юлдашева

Ҡатын-ҡыҙ яҙмышын һөйләү, ҡатын-ҡыҙ хистәрен бирә алыу, ҡатын-ҡыҙ булмышын асып һалыу өсөн ҡатын-ҡыҙ булып яратылыу кәрәк. Был донъя бар булғандан алып уның кендеге ҡатын кешегә бәйләнгән. Гүзәл зат әҙәмиәтте бар итә лә, үҫтерә лә, тәрбиәләй ҙә һәм бөтөн төрлө башланғыстарға рухландыра ла ала. Ҡатын-ҡыҙ күңеле диңгеҙ кеүек төпһөҙ һәм сикһеҙ ҙә, тауҙарҙай бейек һәм ғорур ҙа, ҡырҙарҙай киң һәм яҡты ла.

Тамашасылар күңелен тәүге башҡорт телесериалы «Ай ҡыҙы»нда Айһылыу ролен уйнап яулаған Элмира Юлдашеваның исеме күптәргә таныш. Үҙенең тәүге шәхси концерты — монологында Эльмира ҡатын-ҡыҙ яҙмыштары, Һомайҙан алып Ер-әсәгә, йәш ҡыҙсыҡтан өләсәйгә, һөйөүҙән нәфрәткә, мәңгелектән бөгөнөгөгә тиклемге ҡатындар тарихын һеҙгә еткерәсәк. Бында һағыш та, хәтирәләр ҙә, хыялдар ҙа, мөхәббәт тә, юмор ҙә бар.

Бер актриса башҡарыуындағы моно-спектакль. Бик ҡыҙыҡлы, үтә лә үҙенсәлекле яңылыҡ буласаҡ. Килегеҙ – күрегеҙ!