• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

Рәфис Сирусин

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 8 МАРТ  - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамына шәп бүләк тәҡдим итә. Эстрадабыҙҙың йәш, талантлы йырсыһы, халыҡ-ара йыр конкурстары лауреаты Рәфис Сирусиндың концерты!

Йырым тамсы шифа булһын ине йөрәк һулҡылдатҡан яраңа…

Р. Бикбаев

 

Рәфис Сирусин. Был исем башҡорт эстрадаһына көтмәгәндә килеп инде тиһәк, хата булмаҫ. Моңло тауышлы егет үҙенең йырҙары менән тиҙ арала таналыу яуланы. Уның башҡарауында «Һалҡын шишмә», «Әсәй, йәнем һағындым», «Яратам», «Арабыҙҙа булыр кемдер», «Һине яратырға ярамай», «Яҙыбыҙға ҡайт әле» һәм башҡа йырҙар радио һәм телевидение эфирҙарында йыш яңғырап, халыҡ араһында таралды.

Баймаҡ районында тыуып үҫкән егеттең репертуарында халыҡ йырҙары айырым урын алып тора. Башҡорт халыҡ йырҙарында булған ниндәйҙер бер киңлек һәм иркенлекте, уларҙағы гүзәллекте ул тамашасыға үҙенә генә хас бер тылсым менән алып барып еткерә. Был тылсым – уның тауышында. Һәм тап ошо һәләте уға 16 йәшендә «Юлдаш» радиоһы үткәргән «Юлдаш йыры» асыҡ республика конкурсында еңеү алып килә.

Ә 2018 йылдың май айында үткән тәүге шәхси концерты йәш йырсының репертуары байлығын да, диапозон киңлеген дә һәм иң мөһиме – уның тырышлығын, маҡсатына ирешеүсәнлеген күрһәтте.

Йылдың иң матур байрамы – Ҡатын ҡыҙҙар көнөнә арналған концертта Рәфис тамашасы хөкөмөнә һөйөү тулы тамаша тәҡдим итә. Унда Башҡортостандың халыҡ артистары Индира Әсәҙуллина (фортепиано) һәм Хәлит Фәтихов (баян), халыҡ-ара йыр конкурстары лауреаттары Гөлшат Ғирфанова, Алмас Сирусин һәм башҡалар ҡатнаша.

Тамашаның режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы — Сулпан Асҡарова.

Хөрмәтле ир-егеттәр! Тормош иптәшегеҙҙе, һөйгәнегеҙҙе, яратҡан ҡыҙҙығыҙҙы байрам көнөндә ҡыуандырырға теләһәгеҙ – филармонияла үтәсәк Рәфис Сирусиндың концертына билет – иң шәп бүләк буласаҡ!