Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728

Наши новости

ҒАШИҠТАР, ҺЕҘҘЕ КӨТӘБЕҘ! Филармонияның "йондоҙло парҙары" тәҡдим итә.....
БАШКИРСКАЯ МУЗЫКА БУДЕТ ЗВУЧАТЬ В САУДОВСКОЙ АРАВИИ Башкирский "Аргымак" примет участие во "Вселенной кочевников" в Саудовской Аравии.....
“ЙОНДОҘҘАР ПАРАДЫ – БЕҘҘӘ!” «8 кистә 80 йондоҙло йыл» проекты сиктәрендә. Эстрада тарихы.....
Юношеская филармония Башкортостана представила концерт классической музыки В Башкирской филармонии продолжает свою работу уникальный проект «Юношеская филармония Республики Ба.....
ЗВУЧАЛА ПЕСНЯ НА ДВОИХ... 8 февраля на сцене Большого зала Башкирской филармонии с успехом прошел концерт «Песня на двоих».....
МУЗЫКАЛЬНОЕ ПРИНОШЕНИЕ РОДНОЙ РЕСПУБЛИКЕ ОТ ФИЛАРМОНИИ Нынешний год для нашей республики является особенным. Мы отмечаем 100-летие образования Республики Б.....
Национальный оркестр народных инструментов РБ представил программу «Пой, моя республика!» Программу «Пой, моя республика!» посвятили празднованию 100-летия со дня образования Башкортостана.....
ГЕЛ БЕРГӘ! Тауыштарҙы йәлләмәйек, дуҫтар!.....
«ПОГОВОРИМ?!...»: ПРОДОЛЖЕНИЕ СЛЕДУЕТ… К юбилею филармония запустила несколько премьерных проектов. Один из них – цикл вечеров для всей сем.....

Независимая оценка качества оказания услуг

ПРОЙТИ ОПРОС

Архив

Статьи

Новости

Полезное

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Февраль 2019

Учредители

Министерство культуры Республики Башкортостан

 

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Культура. Гранты России

  

НовостиЙәй мәлдәре – үҙе бер ғүмер!

Вернуться назад

Йәй мәлдәре – үҙе бер ғүмер!

Автор: Башкирская государственная филармония

Дата: 02.08.2016

Йәш талантлы йырсы, «Ҡарауан» төркөмө солисы Рөстәм Шаһыбалов: «Ҡайҙа ғына барма, тыуған ауылыма еткән ер юҡ»

Йәш талантлы йырсы, «Ҡарауан» төркөмө солисы Рөстәм Шаһыбалов: «Ҡайҙа ғына барма, тыуған ауылыма еткән ер юҡ». 
«Йәй мәлдәре – үҙе бер ғүмер» рубрикаһын халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Рөстәм Шаһыбалов дауам итә.
Иң иҫтә ҡалған йәйге ялың?
Йәйге ял тормошобоҙҙоң түҙемһеҙлек менән көтөп алынған сағыу бер мәле.  Шуға ла ул йыл буйына етерлек көс-ҡеүәт бирерлек булырға тейеш. Йәй көндәрен мин үҙемдең тыуған яҡтарымда, Әбйәлил районы Амангилде ауылында, үткәрергә яратам. Бала-саҡ йылдарында бергәләшеп көлә-шаяра йорт эштәрен эшләп, бесән сабып, яратҡан Оло Ҡыҙылда рәхәтләнеп һыу инеү мәлдәре – ул бер ҡасанда онотолмай. Бөгөн дә, ауылыма ҡайтҡан ваҡытта, тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итергә тырышам. Минең өсөн ошонан да ҙур ялдың булыуы мөмкин түгел. Ысын ял тыуған яғыңда ғына булалыр, тигән фекер¬ҙәмен. Кешегә бары тик тыуған ере генә тулыһынса рухи көс сығанағы була ала.  
Һинән «йәйге» рецепт, йәки файҙалы кәңәш.
Әлегә һауа торошо рәхәтләнеп тәбиғәттә ял итергә мөмкинлек бирә.  Туйғансы һыу инеп, ҡояшта ҡыҙынып үткәрергә кәрәк ваҡытты. Йәй миҙгеле бик ҡыҫҡа ғына, тиҙ генә үтә лә китә. 
Ҡайһы мәҙәни объекттарҙа мотлаҡ булырға кәрәк тип иҫәпләйһең (Өфөлә, республикала)?
Гастролдәр менән сит яҡтарҙа йыш йөрөргә тура килә. Әммә беҙҙең Башҡортостаныбыҙға еткән ер юҡ. Иң матур тәбиғәт беҙҙә! Республикабыҙҙың һәр төбәге үҙенсә матур, береһенән-береһе  күркәмерәк күренештәре менән таң ҡалдыра. Шуның өсөн һәр береһенә барып ҡайтып күрергә кәрәк, тип уйлайым. 
          Бөтә тамашасыларыма ла күңелле ял, матур йәй теләйем! 
 
 
 

Вернуться назад