Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031

Наши новости

Биг-бэнд «Башкортостан» стал одним из фаворитов «Sochi Jazz Festival» Сегодня в ИА "Башинформ" состоялась пресс-конференция по результатам участия Биг-Бэнда Башгосфилармо.....
БУТМАН "ДАЛ ДОБРО"! Как Биг-Бэнд Башкирской филармонии удивил сочинскую публику!.....
Башкирский курай звучал на джазфесте в Сочи Сегодня в Сочи прошел Гала-концерт «Sochi Jazz Festival 2017»......
ВНИМАНИЕ, КОНКУРС! Объявляется конкурс на должности в творческих коллективах.....
Скорбим и помним... 21 июля 2017 года на шестьдесят девятом году жизни после продолжительной болезни скончался заслуженн.....
Праздник плуга отметили в Свердловской области Во второй раз в селе Кадниково Сысертского городского округа Свердловской области прошел областной с.....
МЫ ГОРДИМСЯ ВАМИ, «САЛАВАТИКИ»! В филармонии радостная весть! Наши «салаватики» - Детская академия танца «Салават» под управлением Р.....
ЗВУЧАЛ КУРАЙ НА URAL MUSIC NIGHT… В ночь с 23 на 24 июня 2017 года в Екатеринбурге прославленный башкирский кураист Азат Айткулов выст.....
Сабантуй у "Белой лошади" Всенародные гуляния в честь праздника пройдут в селе Кадниково Сысертского городского округа Свердло.....
Как артисты филармонии «воронью кашу» варили По приглашению Курултая башкир города Миасса артисты Башкирской филармонии приняли участие на традиц.....

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Май - Июнь 2017

Наши фестивали

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Новости«Йәй мәлдәре – үҙе бер ғүмер»

Вернуться назад

«Йәй мәлдәре – үҙе бер ғүмер»

Автор: Башкирская государственная филармония

Дата: 23.08.2016

Миңлеғәфур ЗӘЙНЕТДИНОВ: «Быйылғы йәй – иң матуры!»

«Йәй мәлдәре – үҙе бер ғүмер» рубрикаһының ҡунағы билдәле ҡубыҙсы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты,  Башҡортостан республикаһының мәғариф алдынғыһы МИҢЛЕҒӘФУР ЗӘЙНЕТДИНОВ.  Уның менән йәйге ялы нисек үтеүе хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ:
Быйылғы йәй – иң матуры! Күптән былай ял иткәне юҡ ине әле. Бөтә Башҡортостанды урап сыҡтыҡ, тип әйтергә була. Дуҫтар менән бергә - 5 ғаилә, лагерь ҡороп палаткаларҙа йәшәнек. Тәбиғәттең иң хозур һәм мөһабәт ҡомартҡыһы булған Шүлгән-ташты, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев мәмерйәләрен барып күрҙек. Ағиҙел,  Инйәр, Йүрүҙән йылғалары буйлап кәмәләрҙә ағып төштөк. Ырымбурҙағы шифалы тоҙ ятҡылығы – Соль-Илецкиҙа булдыҡ. Тәбиғәт менән бәйләнеште нығыттыҡ. Тағы ла быйыл беҙҙең ғаиләлә матур ҙур вағиға булды, тип әйтергә кәрәк. Тыуған яғым Мәсетле районына ҡайтып, атайымдың 85-йәшлек юбилейын үткәреп килдек. Әй һыуҙарында һыу инеп, тыуған яҡтың тәбиғәтенән йыл буйына тиерлек көс алып килдек. 
Тағы ла бер тапҡыр Башҡортостандан да матурыраҡ ер юҡ икәненә инандыҡ. Сөнки сит илгә диңгеҙ буйына барып, дүрт-биш көндән ҡайтаһы килә башлай. Ожмахтың үҙендә йәшәйбеҙ беҙ!
Һеҙҙән йәйге «рецепт» йәки файҙалы кәңәш?  
Беҙгә тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнештә булырға кәрәк. Күберәк ялан аяҡ үләндән йөрөргә, һыу инергә. Һаулыҡҡа ла файҙа була. 
Ҡайһы мәҙәни объекттарҙа мотлаҡ булырға кәрәк тип уйлайһығыҙ (республикала, Өфөлә)?
Баш ҡалабыҙҙа – бигерәк тә Салауат Юлаев майҙаны яҡын. Ҡайҙан ғына, ниндәй генә ҡунаҡ килмәһен – иң беренсе Салауат һәйкәлен күрһәтергә алып барам. Ә республикабыҙҙа урынлашҡан мәҙәни объекттарға килгәндә,  Салауат районында урынлашҡан Салауат Юлаевтың мәмерйәһен барып күрергә кәңәш итәм. Бындағы мөғжизәне күрергә кәрәк! Туризмдың үҫешен, шарттар яҡшыра барыуы ла күренә. 
 
 

Вернуться назад