Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031

Наши новости

Скорбим и помним... Ушла из жизни известный музыковед Давыдова Эльмира Мингажевна.....
Объявляется набор в Капеллу мальчиков! Государственная академическая хоровая капелла РБ им. Т.Сайфуллина объявляет дополнительный набор в К.....
УҢЫШТАР ТИМУРҒА Дуҫтар, тауыштарҙы йәлләмәйек!.....
«Салават» покоряет мир! Видеосюжет о Детской академии танца "Салават" при БГФ им. Х. Ахметова на телеканале Культура-Россия-.....
С Днем Семьи, Любви и Верности! Поздравление Башкирской филармонии с Днём семьи, любви и верности!.....
Внимание! Конкурс! Башкирская филармония объявляет о проведении конкурсных прослушиваний на должности в хоровую капеллу.....
Объявлен набор в Детскую академию танца "Салават" Детская академия танца "Салават" при Башкирской государственной филармонии им. Х. Ахметова приглашае.....
Башкирский курай зазвучит в Азербайджане Азат Бикчурин представит курай на фестивале в Азербайджане.....
БРАВО, «САЛАВАТИКИ»! В филармонии снова радостная весть! Наши «салаватики» взяли Гран-при Международного фестиваля-конкур.....

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

Полезное

2018 - Год Семьи

2018 год объявлен в Башкортостане Годом семьи

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Май-Июнь 2018

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

НовостиКинорубрика: «Это студентка, комсомолка, спортсменка. Наконец, она просто красавица!»

Вернуться назад

Кинорубрика: «Это студентка, комсомолка, спортсменка. Наконец, она просто красавица!»

Автор: Башкирская государственная филармония

Дата: 02.11.2016

«Киттек, әйҙә киноға, йәки уңыш ҡуласаһы» рубрикаһын йәш йырсы, музыкаль-әҙәби лекторий солисы, халыҡ-ара һәм региональ конкурстары лауреаты Әлиә ИСҠУЖИНА дауам итә

Дуҫтар! «Киттек, әйҙә киноға, йәки уңыш ҡуласаһы» рубрикаһын йәш йырсы, музыкаль-әҙәби лекторий солисы, халыҡ-ара һәм региональ конкурстары лауреаты Әлиә ИСҠУЖИНА дауам итә.
ИСҠУЖИНА Әлиә Әхтәм ҡыҙы Сибай сәнғәт училищеһын (2009),  З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының вокал бүлеген яҡшы бидәләренә генә тамамлай (2014). 2014 йылдың октябрендә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә. 
З.Исмәғилев исемендәге I-се Халыҡ-ара музыкант-башҡарыусылар конкурсы дипломанты (2007), Асыҡ региональ йәш музыканттар конкурсы (2008), «Ирәндек моңдары» IX-сы төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы (2008) һәм Н.Сабитов исемендәге VIII-се Асыҡ музыкант-башҡарыусылар конкурсы (2012) лауреаты ул.
«Богатыри родной земли» тип аталған патриотик йыр ҡала конкурсында I-се дәрәжә лауреаты (Өфө, 2011); Франческо исемендәге International Vocal Competition Art-Vocal Паоло Тости Халыҡ-ара вокалистар конкурсында III-сө дәрәжә лауреаты (Волгоград, 2013); Art-duo Music Festival in memori of S.Rachmaninov Халыҡ-ара конкурс – фестивалендә  II-се дәрәжә лауреаты (Мадрид, 2013),  Рәсәйҙең музыка буйынса юғары уҡыу йорттары сығарылыш студенттарының XLII смотр-конкурсында «Камерное исполнительство» номинацияһында дипломант (Санкт-Петербург, 2014) була. 
Бөгөнгө көндә лә Әлиә Музыкаль-әҙәби лекторийҙа бөтә күңелен һалып ижад итә, филармония проектарының актив ҡатнашыусыһы ул. 
-Үҙебеҙҙең илдә сыҡҡан яратып ҡараған фильмдарығыҙ?
- Иң яратып, ғәҙәттә, Яңы йыл алдынан, түҙемһеҙләнеп көтөп алған фильмдар ул, әлбиттә, Леонид Гайдайҙың «Кавказская пленница» һәм «Операция «Ы» и другие приключения Шурика» фильмдары. Олоһо ла, кесеһе лә бөгөн ул киноларҙы ихлас күңелдән бирелеп ҡарайҙар. Һәйбәт фильмдар онотолмай, улар мәңгелек. Был фильмдарға еткән бер ниндәй ҙә кино юҡтыр минеңсә.
- Яратҡан йәки ижадын үҙ иткән актерҙарығыҙ бармы?
- Миңә, әйтеп үтеүемсә, Юрий Никулиндың уйнағаны оҡшай. Бөгөнгө фильмдарға килгәндә, Кирилл Сафонов һәм Александр Демьяненко ижадтарын үҙ итәм. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан – Наталья Варлей. 
- Яратҡан йәки йыш ҡулланылған киноларҙан фразалар?
- «Экзамен для меня, профессор, всегда праздник», Владимир Этуш (товарищ Саахов) тарафынан әйтелгән «Это студентка, комсомолка, спортсменка. Наконец, она просто красавица!», «Бамбарбия! Кергуду!» фразалары менән йыш булмаһа ла, ҡайһы берҙә ҡулланырған тура килә. Ғөмүмән, совет фильмдарының геройҙарын да, сюжетын да, йырҙарын да бик яратам. 
Эльнара Шафиҡова

 

Вернуться назад