Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031

Наши новости

Скорбим и помним... Ушла из жизни известный музыковед Давыдова Эльмира Мингажевна.....
Объявляется набор в Капеллу мальчиков! Государственная академическая хоровая капелла РБ им. Т.Сайфуллина объявляет дополнительный набор в К.....
УҢЫШТАР ТИМУРҒА Дуҫтар, тауыштарҙы йәлләмәйек!.....
«Салават» покоряет мир! Видеосюжет о Детской академии танца "Салават" при БГФ им. Х. Ахметова на телеканале Культура-Россия-.....
С Днем Семьи, Любви и Верности! Поздравление Башкирской филармонии с Днём семьи, любви и верности!.....
Внимание! Конкурс! Башкирская филармония объявляет о проведении конкурсных прослушиваний на должности в хоровую капеллу.....
Объявлен набор в Детскую академию танца "Салават" Детская академия танца "Салават" при Башкирской государственной филармонии им. Х. Ахметова приглашае.....
Башкирский курай зазвучит в Азербайджане Азат Бикчурин представит курай на фестивале в Азербайджане.....
БРАВО, «САЛАВАТИКИ»! В филармонии снова радостная весть! Наши «салаватики» взяли Гран-при Международного фестиваля-конкур.....

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

Полезное

2018 - Год Семьи

2018 год объявлен в Башкортостане Годом семьи

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Май-Июнь 2018

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

НовостиФаяз ЙӘНТҮРИН: «Может не надо? Надо, Федя, надо!»

Вернуться назад

Фаяз ЙӘНТҮРИН: «Может не надо? Надо, Федя, надо!»

Автор: Башкирская государственная филармония

Дата: 11.11.2016

Һеҙҙе «Әйҙә, киттек киноға, йәки уңыш ҡуласаһы» рубрикаһының киләһе ҡунағы менән таныштырырға ашығабыҙ. Ул - билдәле юморист, «Ҡыҙыҡ-Мәҙәк» эстрада театры артисы Фаяз ЙӘНТҮРИН

Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙе «Әйҙә, киттек киноға, йәки уңыш ҡуласаһы» рубрикаһының киләһе ҡунағы менән таныштырырға ашығабыҙ. Ул - билдәле юморист, «Ҡыҙыҡ-Мәҙәк» эстрада театры артисы Фаяз ЙӘНТҮРИН.
Фаяз ЙӘНТҮРИН филармонияға эшкә, Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлап, 2004 йылдың февралендә килә. «Ҡыҙыҡ-Мәҙәк» эстрада театры составында ижад итеү ваҡытында репертуарын күп скетчтар, интермедия һәм пародиялар менән тулыландыра. Талантлы артист бихисап төрлө характерлы сатирик персонаждар тыуҙырған. Мәҫәлән, «Фатир»ҙағы Югершин, «Өс мушкетер»ҙа - Портос, «Чапай»ҙа - Петька, «Һалдаттар»ҙа - ефрейтор, «Рыбнадзор»ҙа - браконьер һәм башҡа бик күп ролдәре тамашасы һәм коллегалары тарафынан ыңғай баһа ала. Артист башҡарған «Өйләнеү», «Халыҡ ижады», «Мылтыҡ», «Байрамдар» кеүек монологтары тамашасы тарафынан ихлас ҡабул ителә һәм алҡыштарға күмелә.
- Үҙебеҙҙең илдә сыҡҡан яратҡан фильмдарығыҙ?
-Үҙебеҙҙең Совет киноларын бала-саҡта беҙ йыш ҡарай торған инек. Сөнки телевизорҙан бер генә канал күрһәтә ине ул ваҡытта, йыл һайын киноларҙы ҡабатлай торған инеләр. Әлбиттә, «Операция «Ы» и другие приключения Шурика» фильмын яратам. Ә бөгөнгөләренән - Сергей Светлаков, Иван Урганттар ҡатнашлығындағы “Елки”. Бер үҙем генә өйҙә булған ваҡытта төрлө комедиялар, боевиктар йышыраҡ ҡарайым, балалар менән – «Карусель» каналын, ҡатыным менән - «Русский роман».
- Яратҡан йәки ижадын үҙ иткән актерҙарығыҙ бармы?
-Актерҙарҙан, «Бригада», «Мама»ла уйнаған Сергей Безруковты, шулай уҡ, сериалдарҙа йыш ҡатнашҡан Максим Авериндарҙы атап үтер инем. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан – йәш актриса Оксана Акиньшина. 
- Яратҡан йәки йыш ҡулланылған киноларҙан фразалар?
- Йыш ҡулланғаны - «Операция «Ы» и другие приключния Шурика» кинофильмынан «Может не надо? Надо, Федя, надо!» фразаһы. Сөнки уны күп ваҡытта ҡулланырға була. Ҡайһы ваҡыт ситуацияны яйға һалырға ла ярҙам итә был фраза. 
- Киноларҙан яратҡан йырҙарығыҙ бармы?
- «Кавказская пленница»нан Айыуҙар тураһында һәм Георгий Данелийҙың «А я иду по Москве » лирик комедияһынан «А я иду, шагаю по Москве» йырҙарын йыш ҡына көйләп йөрөйөм.
Эльнара Шафиҡова әҙерләне
 
 

Вернуться назад