Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930

Наши новости

Открытый Республиканский конкурс вокалистов имени Газиза Альмухаметова посвящен 100-летию Республики Башкортостан С 12 по 14 ноября 2018 года в городе Уфе на базе Башкирской государственной филармонии им. Х.Ахметов.....
В Каповой пещере состоялся концерт Национального оркестра народных инструментов РБ Сегодня, 15 сентября, в Каповой пещере в рамках 48-го Всемирного конгресса СИОФФ выступил Национальн.....
Философия борца, идея созидания На соискание Государственной премии РБ имени Салавата Юлаева.....
АТА-БАБА МОҢОН БЕЛЕП ҮҪҺЕНДӘР! Быуындар араһында бәйләнештәрҙе нығытыуҙы мөһим маҡсат итеп куйган төркөм.....
Впервые в Каповой пещере (Шульган-Таш) сыграет оркестр! Данное событие произойдет 15 сентября. И первыми в зале знаменитой на весь мир пещеры выступит Нацио.....
«Аргымак» представит Башкортостан на «Вселенной кочевников» в Киргизии В Киргизской Республике проходят III Всемирные игры кочевников.....
КЕМ КЕМДЕ УҘЫП КИТЕР? http://yuldashfm.ru/ba/hit-parad.....
ГАСТРОЛИ Гастроли коллективов Октябрь 2018.....
ГАСТРОЛИ Гастроли коллективов Сентябрь 2018.....
Проект Башкирской филармонии в списке претендующих на премию им. Салавата Юлаева в 2018 году Стали известны произведения, претендующие на соискание Государственных премий Республики Башкортоста.....

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

Полезное

Открытый Республиканский конкурс вокалистов имени Газиза Альмухаметова

Открытый Республиканский конкурс вокалистов имени Газиза Альмухаметова посвящен 100-летию Республики Башкортостан

С 12 по 14 ноября 2018 года в городе Уфе на базе Башкирской государственной филармонии им. Х.Ахметова проводится Открытый Республиканский конкурс вокалистов имени Газиза Альмухаметова.

Подробнее...

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Сентябрь-Октябрь 2018

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

2018 - Год Семьи

2018 год объявлен в Башкортостане Годом семьи

НовостиКинорубрика: «Правильно, и мух отгоняй!»

Вернуться назад

Кинорубрика: «Правильно, и мух отгоняй!»

Автор: Башкирская государственная филармония

Дата: 29.11.2016

Беҙҙең «Әйҙә, киттек киноға, йәки уңыш ҡуласаһы» кинорубрикаһын йәш талантлы йырсылар, «ҠАРАУАН» төркөмө егеттәре Рөстәм ШАҺЫБАЛОВ менән Тимур РАМАҘАНОВ дауам итәләр

Беҙҙең «Әйҙә, киттек киноға, йәки уңыш ҡуласаһы» кинорубрикаһын йәш талантлы йырсылар, «ҠАРАУАН» төркөмө егеттәре Рөстәм ШАҺЫБАЛОВ менән Тимур РАМАҘАНОВ дауам итәләр.
2009 йылда, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлағандан һуң,  Рөстәм ШАҺЫБАЛОВ филармонияға эшкә килә. Быға тиклем йырсы етди еңеүҙәр ҙә яулап өлгөрә: «Ирәндек моңдары-99» Төбәк-ара башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар конкурсында III дәрәжә лауреаты, «Дуҫлыҡ моңо - 2002» башҡорт һәм татар йырын башҡарыусылар фестивалендә III дәрәжә лауреаты, «Ирәндек моңдары - 2002» VI Төбәк-ара башҡорт йырын башҡарыусылар конкурсында «Гран-при»ға лайыҡ була, «Оҙон көй-2002» башҡорт халыҡ йыры конкурсында III дәрәжә лауреаты, Өсөнсө Бөтә Рәсәй йәштәр «Дельфий уйындары» ярышында I дәрәжә лауреаты, БДБ илдәренең йәштәр «Дельфий уйындары»нда бронза миҙал яулай. Күп йылдар инде Рөстәм Шаһыбалов республика һәм федераль мәҙәни сараларының алыштырғыһыҙ ҡатнашыусыһы.
Тимур РАМАҘАНОВ – «Оҙон-көй-2013» Төбәк-ара башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар конкурсында I дәрәжә лауреаты, «Ирәндек моңдары-2014» Төбәк-ара башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар конкурсында III дәрәжә лауреаты, Р.Гәрәев исемендәге йырсылар асыҡ конкурсында II дәрәжә лауреаты, «Оҙон көй - 2016» Төбәк-ара башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар конкурсында II дәрәжә лауреаты була. Йырсы 2013 йылда З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлай. Шул уҡ йылда Башҡорт дәүләт филармонияһына М.Нәҙершин етәкселегендәге “Ҡарауанһарай” төркөмөндә (бөгөн ,,Ҡарауан,, төркөмө) хеҙмәт юлын башлай. Бөгөн дә Тимур Рамаҙанов филармония проекттарында һәм республикала ойошторолған сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
-  Үҙебеҙҙең илдә сыҡҡан яратҡан фильмдарығыҙ?
Р.ШАҺЫБАЛОВ: Леонид Гайдайҙың «Операция Ы и другие приключения Шурика» комедияһы, бигерәк тә «Напарник» тарихы.
Бөгөнгө көндә бөйөк режиссерҙың фильмдарын ишетмәгән - ҡарамаған кешене табыуы ауырҙыр. Улар - беҙҙең бала-саҡта иң яратып ҡараған фильмдар. Ғөмүмән, Гайдайҙың комедияларында гениаль һәм ҡабатланмаҫ юмор ята. Шуның менән дә улар «мәңгелек»тер инде.
Т.РАМАҘАНОВ: Классиканан – Леонид Гайдайҙың "Иван Васильевич меняет профессию" фильмы. Шулай уҡ, Георгий Юнгвальд-Хилькевичтың музыкаль мажаралы «Д,Артаньян и три мушкетера» совет фильмы. Был фильм миңә күп ҡырлы музыкаға ҡоролоуы менән яҡын. Бөгөнгөләренән - «Легенда №17» Рәсәй нәфис фильмы. Бында совет хоккейсыһы Валерий Харламовтың дан яулау юлы күрһәтелә.
- Яратҡан йәки ижадын үҙ иткән актерҙар бармы?
Р.ШАҺЫБАЛОВ: «Напарник»тан Алексей Смирнов. Гайдайҙың геройҙары уйнап ҡына ҡалмайҙар, ә ролдәре менән йәшәгәнгә күрәлер ҙә, ныҡ иҫтә ҡалалар. 
Т.РАМАҘАНОВ: Замана актерҙарынан Данила Козловский һәм Андрей Панин. Улар ҡатнашлығында фильмдарҙы ҡарап-күҙәтеп барам.
- Иң яратҡан йәки йыш ҡулланған кинофразаларығыҙ?
Р.ШАҺЫБАЛОВ: «Мәңгелек» фразаларҙан - «Правильно, и мух отгоняй!». Был фразаны мин, әлбиттә, көндәлек тормошта ситуацияға ҡарап ҡулланам.
Т.РАМАҘАНОВ: «Д,Артаньян и три мушкетера» кинофильмынан «Один за всех и все за одного» фразаһы.
Әйткәндәй, 3 ДЕКАБРЬ күп тамашасылар һорауы буйынса «ҠАРАУАН» төркөмө «Рәсәйҙә кино йылын ябыу»ға арналған тамаша тәҡдим итә. «Мөхәббәт формулаһы, йәки Көнсөғыш нескә ҡараш талап итә…» («Формула любви, или Восток-дело тонкое…») концерт программаһында һеҙ яратҡан совет кинофильмдарынан иң популяр йырҙар, көйҙәр яңғыраясаҡ. 

3 ДЕКАБРЬ филармонияның ҘУР ЗАЛЫна рәхим итегеҙ! Күңелгә яҡын булған йырҙар, иң моңло йырсылар һәм, әлбиттә, яҡшы кәйеф был кистә тик һеҙҙең өсөн!
Эльнара Шафиҡова әҙерләне
 
 

Вернуться назад