Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031

Наши новости

"СЕРДЦЕ ЕВРАЗИИ": В ОЖИДАНИИ ПРАЗДНИКА! До начала самого ожидаемого мероприятия Международного фестиваля искусств «Сердце Евразии» остаются .....
ҺАБАНТУЙ МӘЛЕ ЕТӘ Филармония солистары милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә һабантуйҙарҙа ҡатнашасаҡ.....
Концерт-марафон современной музыки в Башкирской филармонии 19 мая в Башкирской государственной филармонии им. Х. Ахметова прошёл третий день Международного фес.....
ФИЛАРМОНИЯ 79-СЫ ИЖАД МИҘГЕЛЕН ЯПТЫ Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «Филармония тулҡынында. 79…80 fm» тип аталған ҙур к.....
Вчера открылся международный фестиваль современного искусства «БашкортARTстан» Вчера, 17 мая, в Башкирской филармонии состоялось открытие I Международного фестиваля современного и.....
Состоялся первый отчетный концерт Капеллы мальчиков Башкирской филармонии 17 мая в Малом зале Башгосфилармонии состоялся первый отчетный концерт «Дебют» Капеллы мальчиков фил.....
В Башгосфилармонии торжественно закрыли 79-ый концертный сезон В Башкирской филармонии прошло закрытие 79-го концертного сезона. Вечер состоялся под названием «На .....
Артисты Башкирской филармонии примут участие в российских сабантуях Распоряжением Правительства Республики Башкортостан утверждён график участия официальных делегаций в.....
Лови филармоническую волну! Башкирская филармония - на стыке 79-й и 80-й музыкальных волн!.....
В Башкирской филармонии состоялся традиционный «Парад оркестров» Вчера, 14 мая, в рамках XIX Открытого регионального детского и юношеского фестиваля-конкурса «Путеше.....

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

Полезное

2018 - Год Семьи

2018 год объявлен в Башкортостане Годом семьи

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Май-Июнь 2018

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

ПрессаМоң иленә сәфәр

Вернуться назад

Моң иленә сәфәр

Автор: Наҙлыгөл Аҙнабаева / "Башҡортостан” гәзите

Дата: 19.05.2014

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы тамашасыларҙы йыл һайын төрлө жанрҙағы йөкмәткеле тамашалары, башҡорт һәм татар сәнғәте йондоҙҙарының концерттары менән ҡыуандыра. Быйылғы 75-се ижад миҙгеле филармония өсөн иҫтәлекле ваҡиғаларға айырыуса бай булды. Мәшһүр композитор, филармонияға исеме бирелгән Хөсәйен Әхмәтовтың 100 йыллығына арналған тамаша, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы күренекле халыҡ йырсыһы Абдулла Солтановтың, нәфис һүҙ оҫтаһы Лилиә Фәтихованың юбилей концерттары, йырсы Мәхмүт Нәҙершиндың ижад кисәһе һәм башҡа күркәм саралар һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Традицияға әүерелгән, күп тамашасы көтөп алған “Өфө – Зальцбург”, “Раштыуа осрашыуҙары”, “Алһыу пантера” халыҡ-ара фестивалдәре лә уҙҙы. Ял көндәрендә мәҙәниәт усағы балалар тауышына күмелде: ғаиләләр “Бергә музыка тыңлайбыҙ” тип аталған концерт циклына ашыҡты.

Филармония данлыҡлы сәнғәт әһелдәре тураһында ла онотмай. Быға миҫал итеп арабыҙҙан бик иртә киткән талантлы композитор Салауат Низаметдиновтың яҡты рухына арналған сараны әйтергә мөмкин. “Туҡтаны моң…” исемле концертта тамашасы композитор менән яңынан осрашҡандай булды, уның әҫәрҙәрен тыңлап кинәнде, һоҡланды һәм тетрәнде.

Юбилей миҙгелендә мәҙәни усаҡ өфөләрҙе яңы проекттар менән дә һөйөндөрҙө. “Ҡом һәм музыка” проекты ғына ни тора! Унда орган, флейта, академик хор капеллаһы моңо аҫтында рәссам, ҡом менән төрлө ғәжәйеп һүрәттәр, образдар тыуҙырып, тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы. “Тәбиғәт моңо” тип аталған проект тәбиғәт тауышына сарсаған һәр кемде шишмә сылтырауы, ҡоштар һайрауы, урман шаулауына күмде.

Моң иленә сәфәрШулай итеп, шаулап-гөрләп 75-се ижад миҙгеле аҙағына ла яҡынлашты. Ошо уңайҙан мәҙәниәт усағы халыҡҡа “75-се экспресс” тип исемләнгән тамаша бүләк итте. Концерттың режиссеры Илшат Фәхертдинов уны юҡҡа ғына шулай атамағандыр. “75-се экспресс” залдағыларҙы филармония барлыҡҡа килгәндән алып бөгөнгә тиклемге иҫтәлекле хәл-ваҡиғалар, легендар сәнғәт оҫталарының ижады, республикабыҙҙағы берҙән-бер Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры, академик хор капеллаһы, эстрада-джаз оркестры һәм башҡаларҙың ижады менән таныштырҙы. Ҡыҙыҡлы “сәфәр”ҙә филармонияның барлыҡ артистары һәм коллективтары ҡатнашты. Мәҫәлән, “Башланғыс” станцияла мәҙәниәт усағының тарихы сағылдырылды. “Ретро” станцияһында башҡорт эстрадаһына нигеҙ һалған Фәриҙә Ҡудашева, Бәхти Ғайсин, Илфаҡ Смаков, Мәғфирә Ғәлиева һәм башҡа легендар шәхестәрҙең мәңгелек йырҙары башҡарылды. Башҡорт халыҡ бейеүен профессиональ кимәлгә күтәргән, халҡыбыҙҙың бейеү ынйыларын бөртөкләп йыйып донъяға танытҡан Фәйзи Ғәскәров ижадына “Бейеү” станцияһында дан йырланды.

Күренекле башҡорт композиторы Хөсәйен Әхмәтов менән дә “күреште” халыҡ: “Маэстро” станцияһында композиторҙың әҫәрҙәрен тыңлап кинәнделәр.

Тамашаның икенсе бүлегендә күренекле сәнғәт әһелдәренең эшен дауам итеүсе йәш артистар сығыш яһаны. Уны Марсель Ҡотоев, Рөстәм Шаһыбалов һәм Азат Биксурин “Уралым” йыры менән асып ебәрҙе. Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Заһир Иҫәнсурин, Римма Амангилдина, Руслан Сәйфетдинов, Валентина Суходоевалар моңло тауышы, сағыу сығышы менән тамашасы күңелен әсир итте.

Әйтергә кәрәк, филармонияның “тыуған көнө”нә коллектив ентекле әҙерләнгән. Концерт башланғанға тиклем һәм антракт ваҡытында тамашасы фойела “шоколад фонтаны”нан ауыҙ итте, антик осорҙо сағылдырған һындар янында иҫтәлеккә фотоға төштө.

Наҙлыгөл Аҙнабаева / "Башҡортостан” гәзите

Вернуться назад