Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Наши новости

«Розовая пантера» вновь собирает друзей Каждый год в начале апреля мы с друзьями ходим… Как думаете, куда устремлён весь людской поток в пер.....
ПОЗДРАВЛЯЕМ! В День работника культуры артистам филармонии вручили правительственные награды.....
В Башгосфилармонии Альфия Каримова и Рустам Шайхутдинов впервые дали совместный концерт В Башкирской филармонии с аншлагом прошел концерт лауреатов международных конкурсов, заслуженной арт.....
С Днём работника культуры России! Поздравление Башкирской государственной филармонии им. Х. Ахметова с праздником работника культуры!.....
Казанский камерный оркестр «La Рrimavera» представил концерт в Уфе Сегодня в Башгосфилармонии имени Хусаина Ахметова с единственным концертом в Уфе выступил Казанский .....
«Аргымак» стал обладателем гран-при на Международном этнофестивале «Вселенная кочевников» Башкирская этно-рок группа «Аргымак» удостоилась гран-при на Международном этнофестивале «Вселенная .....
Уикенды в классическом стиле Где в Уфе можно посетить классические концерты самых разных составов, будь то камерный оркестр или д.....
АЛҒА, ЕГЕТТӘР! "Карауан" солистары өсөн тауыштар юллайыҡ!.....
В Башкирской филармонии большим хороводом проводили зиму! Вчера, 9 марта, в Башкирской филармонии праздновали один из любимейших праздников россиян, который з.....
С 8 Марта! Красивой Весны вам, милые, любимые, единственные! Поздравление Башкирской филармонии с главным женским праздником!.....

Независимая оценка качества оказания услуг

ПРОЙТИ ОПРОС

Архив

Статьи

Новости

Полезное

Юбилей Республики

100-летие образования Республики Башкортостан

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Учредители

Министерство культуры Республики Башкортостан

 

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Культура. Гранты России

  

Новости"Йәш "Карауан": их моңло ла егеттәр, ә үҙҙәре бик хәтәр!

Вернуться назад

"Йәш "Карауан": их моңло ла егеттәр, ә үҙҙәре бик хәтәр!

Автор: Башкирская государственная филармония

Дата: 21.03.2017

"Йәшлек"тәрҙә ҡунаҡта

   Легендар “Каруанһарай” төркөмө тарҡалғас, 2007 йылда йырсы, музыкант Мәхмүт Нәҙершин Башҡорт дәүләт филармонияһында яңы эш башлаған йәш һәм өмөтлө йырсыларҙан яңы состав төҙөй. Ун йыл аралығында йәш “Карауан” бик күп ваҡиғаға осрай, меңдәрсә саҡрым юл үтә, ғаилә ҡора, иҫәпһеҙ-һанһыҙ йыр яҙҙыра, улдар һәм ҡыҙҙар тыуа. Состав та үҙгәрештәр кисер: кемдер килә, кемдер, шул иҫәптән ойоштороусы Мәхмүт Нәсим улы ла китә. Шулай ҙа улар сәнғәт донъяһынан юғалмай. 
   Күптән түгел “Карауан” төркөмө үҙенең ун йыллыҡ юбилейын ҙур концерт программаһы менән билдәләне. Бөгөн унда башҡорт йыр сәнғәтендә үҙ урынын тапҡан, киң билдәлелек яулаған йырсылар Марсель Ҡотоев, Эльмир Әбүбәкиров, Рөстәм Шаһыбалов һәм Тимур Рамаҙанов эшләй. 
   Егеттәрҙең һәр береһе яңғыҙ йырсы булараҡ танылыу яулаһа ла, уларға бергә эшләү нығыраҡ оҡшай. Концерттар үткәреү ҙә еңелгә тура килә, берҙәм сығыш сәхнәнән дә матур күренә. Араларында дан өсөн тартҡылашыу, үҙ-ара конкуренция бөтөнләй юҡ, ә эш араһында булған аңлашылмаусанлыҡтарҙы улар шаяртыуға бороп ҡына үткәреп ебәрергә күнеккән. “Концерт мәлендә кәйеф күтәрелә, дәрт арта. Бөтә донъяны ҡосаҡлап алырҙай булып күңел ҡанатланғанда, кире күренештәр, үпкә һүҙҙәре үҙенән-үҙе онотола”, – ти егеттәр. Әлбиттә, характерҙар ҙа, тормошҡа ҡараш та төрлө булғас, бер булып эшләү еңел түгел. Шулай ҙа “алтын урталыҡ” күптән табылған.
   “Карауан” егеттәре – сәхнәлә, ижадта ғына түгел, тормошта ла яҡын дуҫтар. Бер үк йортта, бер үк подъезда йәшәйҙәр, бары тик фатир¬ҙары ғына айырым. Ғаиләләре менән аралашалар, ҡунаҡҡа йөрөшәләр. Бер-беребеҙҙе күрмәй торһаҡ, нимәлер етмәгән кеүек тойола башлай, тиҙәр.
   Йырсылар бер-береһе менән күптән таныш. Бала саҡтан уҡ улар “Сулпылар”, “Ирәндек моңдары” кеүек конкурстарҙа бер йылда ҡатнашҡан. Аҙаҡ Марсель менән Рөстәм – Өфө сәнғәт училищеһында, Эльмир менән Тимур Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультетында бергә уҡыған. Ә академияға тиклем Эльмир Әбүбә¬киров сәнғәт училищеһының думбыра класын тамамлаған. Уларға киң танылыу алып килгән “Гәлсәр һандуғас” проектында ла егеттәр бер осорҙа ҡатнашҡан. 
    Ун йыл эсендә “Карауан” төркөмө республиканың 40-лап районында, сит өлкәләрҙә, Мәскәү кеүек ҙур ҡалаларҙа сығыш яһаған. Уларҙы тамашасылар һәр ваҡыт яратып ҡабул итә, айырыуса ситтә йәшәгән милләттәштәр һағынып көтөп ала. Юлда йөрөгәндә егеттәр менән бик күп ҡыҙыҡ хәл булып тора. Күптән түгел, Йылайыр районына барған саҡта, машиналары тауға менә алмағас, егеттәр ҡарағай ботаҡтарын һындырып, тәгәрмәс аҫтына ташыйҙар. Шул саҡта Эльмир тайып йығылып, ҡулын һындыра яҙа. Йырсылар арып, хәлдән тайып барып етә Һабыр ауылына. Мәлендә ауыр булһа ла, хәҙер ул көндө көлөшөп хәтергә алалар.
Шаян, йор һүҙле егеттәр бер-береһен шаяртып алырға ла күп һорамай. Эльмир ҡала егете булғас, уны аристократ тип йөрөтәләр. Йәнәһе, башҡалар ҡар көрәп, мал ҡарап, бесән сабып, “ҡара” эш менән тәрбиәләнгән.
   Тимур дөрөҫ туҡланыуға ҙур иғтибар бүлә һәм күберәк йәшелсә-емеш, йәшел тәмләткес үләндәр ашай. Төркөм эсендәге ҡушаматы “эконом класс”. Сөнки башҡалар яратып ашаған бәлеш-ҡабартманы ул ауыҙына ла алмай. 
   Рөстәм, тәртип һәм таҙалыҡ яратҡан кеше булараҡ, егеттәрҙән һәр нәмәнең үҙ урынында ятыуын талап итә. Шуға күрә уның менән ҡунаҡханала бергә эләгергә тырышмайҙар.
   Ә Марсель бешеренергә ярата, ҡушаматы – “ашнаҡсы”. “Карауан” егеттәре һәр ваҡыт һыйлы һәм туҡ йөрөүҙәре менән уға рәхмәтле. Туҡталған ҡунаҡханаларҙа бешеренергә мөмкинлек булһа, йырсылар бөтөнләй кафеға йөрөмәй: Марсель уларҙы былау, ҡыҙҙырылған тауыҡ, быҡтырылған йәшелсәләр менән һыйлап ҡына тора. 
   Марселдең бешеренеүенә бәйле ҡыҙыҡ хәл дә булған. Былау бешергән саҡта, ул яңылыш лимон кислотаһы һалынған һыу ҡойоп ебәрә (кемдер сәйнүкте юшҡындан таҙартыр өсөн кислота һалып оҙаҡ ҡына итеп ҡайнатҡан да, һыуын түгергә онотҡан). Шулай итеп, егеттәр былауҙың яңы төрөнән дә ауыҙ итеп ҡараған. Асығып ҡайтҡас, ашамай әмәлең дә юҡ.
 
(Г.Ҡыуатова "Йәшлек" гөзите)
 

Вернуться назад