Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930

Наши новости

МУЗЫКАЛЬНАЯ СУББОТА ОТ ФИЛАРМОНИИ Концертные марафоны: традиция продолжается.....
Башкирская филармония открывает новый сезон Новый сезон в Большом зале начнётся в формате музыкального ринга «МузРингШоу» (МоңRingШоу) под назва.....
Солист филармонии стал лауреатом Международного конкурса Дамир Таипов – лауреат конкурса имени Наримана Сабитова.....
Филармония представляет новые эстрадные коллективы Новое дыхание и новое звучание эстрады!.....
Внимание! Не пропустите! "МузRingШоу" Открытие 79-го концертного сезона в Большом зале "ЗА ЖИЗНЬ НА СЦЕНЕ" пройдёт в формате музыкального .....
Поздравляем с победой! Кураист Башкирской филармонии Ильнур Хайруллин стал обладателем Гран-при Регионального фестиваля ба.....
В Башкирской филармонии выступит Нидерландский секстет «Hexagon» 25 ноября секстет «Hexagon» снова выступит в филармонии. В программе концерта - Н.А. Римский-Корсако.....
Виктория Симонова: «Хорошая музыка повышает качество нашей жизни» Интервью с лектором-музыковедом Викторией Симоновой.....
С днём профсоюзного работника Республики Башкортостан! Поздравляем всех членов профсоюзов своих организаций! И надеемся на пополнение рядов профессиональны.....
В декабре стартует "АМАНАТ"-2 II Республиканский конкурс исполнителей на башкирских народных инструментах «АМАНАТ» (думбыра, кыл-.....

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наши фестивали

II Республиканский конкурс исполнителей на башкирских народных инструментах «АМАНАТ»

Подробнее...

Наш репертуар

Декабрь 2017

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

НовостиБЕҘҘЕҢ ХАЛЫҠҠА ЭСКЕРҺЕҘ ЮМОР ХАС

Вернуться назад

БЕҘҘЕҢ ХАЛЫҠҠА ЭСКЕРҺЕҘ ЮМОР ХАС

Автор: Башкирская государственная филармония

Дата: 18.10.2017

Яңы ижад миҙгелендә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы шаяртыуҙы аңлаған, көлөргә яратҡан тамашасыларына бүләк әҙерләгән.

         Көлөү - ғүмерҙе оҙайта, ти халыҡ. Балалар көнөнә 300 тапҡыр көлә, тиҙәр. Кеше өлкәнәйә килә, был һан да кәмей, тип билдәләй ғалимдар. Үҫмерҙәр көнөнә - 6, 20 йәште үткәндәр 4 тапҡыр ғына көлә, имеш. Бөгөнгө геройыбыҙ, көлөү - ул дауа, тип раҫлай. Яңы ижад миҙгелендә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы шаяртыуҙы аңлаған, көлөргә яратҡан тамашасыларына бүләк әҙерләгән. Бында "Көлкө шоу" тип аталған яңы төркөм барлыҡҡа килде. Төркөмдөң художество етәксеһе, һөйләү жанры артисы Фаяз ЙӘНТҮРИН менән әңгәмәләшәбеҙ.
 
        "Көлкө шоу" тип аталған яңы төркөм менән таныштырып китһәгеҙ ине?
 
- Быйылғы ижад миҙгелендә Башҡорт дәүләт филармонияһында яңы төркөмдәр барлыҡҡа килде. Филармонияла эшләп килгән "Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк" эстрада төркөмө әлегә республикала берҙән-бер ине. Артист булараҡ, ошо юмор театрында ҡанат нығытып, тәжрибә тупланым. Хәҙер яңы төркөмдә эшләйәсәкмен, филармония ошо йүнәлештә ижад итәсәк тағы бер коллектив булдырҙы. Бөгөн шоуҙар заманы, халыҡтың күңеленә был һүҙ майҙай яғыла, шуға ла бер көлкө шоуы тәҡдим итмәксебеҙ. Унда "Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк" төркөмөнән артистар Зөлфиә Әхмәтова, Ғәлиә Тимербулатова, йырсы-композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Хәзиев күсте. Шулай уҡ яңы ғына Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап, хеҙмәт юлын башлап ҡына торған йәштәр - Зөлхизә Ғәликәйева менән Фәнил Ҡарасурин да беҙҙең менән эшләйәсәк. Был төркөм яйлап үҫешәсәк, үҙенең юлын, тамашасыларын табасаҡ. Әлегә беҙҙең менән Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров шөғөлләнә. Скетчтар, пародиялар йыр-бейеү менән аралашып барасаҡ концерттарҙа. Октябрь айында яңы төркөм менән Белорет районына гастролгә сығырға йыйынабыҙ. 
 
Дөйөм алғанда, бөгөн илдә юморға ҡоролған тапшырыуҙар, концерттар популяр, халыҡ уларға ағылып йөрөй. Был нимә менән бәйле, тип уйлайһығыҙ?
 
-Тарихтан билдәле, борондан комедия театрҙары ойоштороу, халыҡ алдында көлкөлө ваҡиғалар уйнау киң таралған булған. Тормош булғас, барыһы ла була, сәйәси хәлдәр ҙә киҫкенләшергә генә тора, төрлө-төрлө кире мәғлүмәтте күп ишетәбеҙ. Былар барыһы ла кешене арыта. Бынан арыныуҙың бер юлы бит ул сәнғәт. Килеп, рәхәтләнеп көлөп, кире энергиянан арынаһың. Унан һуң, үҙеңә, булған ваҡиғаларға юмор аша ҡарай белеүҙән дә яҡшыраҡ сифат юҡ ул. Хатта быны һәләт тиер инем. Шуға ла тап ошондай тапшырыуҙар, шоуҙар популярҙыр, моғайын. Көлөү бит ул - дауа! Дауаның иң осһоҙло, ябай юлы. Бер көн булһа ла йылмайып-көлөп йөрөп ҡарағыҙ әле, шунда уҡ кәйефегеҙ күтәреләсәк, сирҙәрегеҙ ҙә онотоласаҡ. "Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк" төркөмөнөң концерттарына ҡатын-ҡыҙҙар нисек әҙерләнә, беләһегеҙме? Улар унда күҙен-битен буямай бара, сөнки илай-илай көлә торғас, косметика барыбер йыуылып төшә. Шуға ла яңы төркөмдөң дә үҙ тамашасылары булыр, тигән ышаныстамын. 
 
            Һәр халыҡтың үҙенә генә хас юморы була. Бөгөн дә һәр башҡорт ауылында Алдарҙар - шаян, телгә бөткән кешеләр йәшәп ята, уларҙың шаярыуҙары лаҡап булып беҙгә лә килеп ишетелә. Ошо халыҡсан юморға нигеҙләнгән сәхнә әҫәрҙәрен ижад итеүселәр бармы, ниндәй сығанаҡтарға мөрәжәғәт итәһегеҙ?
 
- Халыҡ араһында күберәк булырға, аралашырға тырышабыҙ. Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан ошондай шаяндарҙың ҡылыҡтарын хатҡа яҙып һалалар, концерт алдынан килеп һөйләп китәләр. Эйе, бөгөнгө көндә юмор яҙған яҙыусылар һирәк. Был йәһәттән ҡытлыҡ бар. "Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк" өсөн, мәҫәлән, Тимер Ниәтшин, Юнир Салауатов, Салауат Итбаев әүҙем ижад итә ине. Эстрада юморы менән театр комедияһы икеһе ике төрлө жанр. Театрҙар комедияны үҙҙәренсә уйнай, ә эстрада театры бөтөнләй икенсе күренеш. Ул халыҡсаныраҡ, халыҡ юморына яҡыныраҡ була. Беҙҙең халыҡ ихлас, эскерһеҙ, шул уҡ ваҡытта телгә маһир бит ул, юморы ла шулай уның. Филармония юмор оҫталары араһында конкурс та ойошторҙо быйыл беренсе тапҡыр, унда ҡатнашыусылар күберәк булыр, тип ышанғайныҡ. Был йүнәлештә эш дауам итәсәк, шуға ла яҙыусыларыбыҙ юмор яҙыуға ла иғтибар итер, моғайын. 
 
("Киске Өфө")
 

Вернуться назад