Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30

Наши новости

НАШИ ПОКОРИЛИ И ПИТЕР, И МИЛАН! Солисты Башкирской филармонии вернулись с победой!.....
БЕЙЕ, БЕЙЕ… КИЛЕШЛЕ БЕЙЕҮҘӘРЕҢ! 27 апрель - Халыҡ-ара бейеү көнө.....
О ЧЁМ ПОЮТ ПТИЦЫ? В древние времена жил хан, у него был яблоневый сад, который он очень любил........
Культурные события филармонии на выходные 21-22 апреля Выходные – самое время сходить на концерт всей семьей и окунуться в мир культуры.....
ХӘЗИЕВТАРҘЫҢ МАТУР ТАҢДАРЫ Рәмил Хәзиевтың яңы концерт программаһы тураһында.....
«БашкортАРТстан» В Уфе впервые пройдет Международный фестиваль современного искусства.....
«Янтарный соловей» взялся за перо Деревня Таштимерово и её обитатели. Рассказы Вахита Хызырова надо читать, когда хочешь отдохнуть.....
МОРИА И МАРИЯ! Отзыв о великолепном концерте Марии Блажевич "По следам оркестра Поля Мориа".....
«ИҘЕЛ»ДӘР ҠАЗАНДА «Иҙел» фестивале лауреаттары ҡатнашлығында яҙғы концерт үҙҙы.....

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

2018 - Год Семьи

2018 год объявлен в Башкортостане Годом семьи

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Май-Июнь 2018

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Пресса«ҠАТЫН-ҠЫҘ ТҮГЕЛ, Ә…»

Вернуться назад

«ҠАТЫН-ҠЫҘ ТҮГЕЛ, Ә…»

Автор: Эльнара ШАФИКОВА / "Йәшлек" гәзите

Дата: 03.11.2017

Тормош йәме-ҡатын-ҡыҙ! Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙ ғаилә усағын һаҡлаусы ла, хәстәрлекле әсә лә, кәрәк икән үткер телле, ҡыйыу, батыр ҙа, нәзәкәтле, һылыу, мөләйем тормош биҙәге лә. Ул - беҙҙең тормош йәме. Ә филармонияның «Ҡатын-ҡыҙ…»ҙы ниндәй ул?

Тормош йәме-ҡатын-ҡыҙ! Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙ  ғаилә усағын һаҡлаусы ла, хәстәрлекле әсә лә, кәрәк икән үткер телле, ҡыйыу, батыр ҙа, нәзәкәтле, һылыу, мөләйем тормош биҙәге лә. Ул - беҙҙең тормош йәме. Ә филармонияның «Ҡатын-ҡыҙ…»ҙы ниндәй ул?
         Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 79-сы юбилей алды ижад миҙгелендә тамашасылар иғтибарына яңынан яңы проекттар тәҡдим итә.  «Аленький цветочек», «Сказка о спящей царевне и семи богатырях» бөтә ғаилә өсөн тәғәйенләнгән мюзиклдар менән бер рәттән бернисә яңы ижади төркөм барлыҡҡа килде. Шуларҙың береһе – йәш һәм талантлы башҡарыусы Заһир Иҫәнсурин етәкселегендәге эстрада төркөмө. 
       Төркөм составына биш талантлы артист ингән. Улар араһында тамашасыға яҡшы таныш булған республика конкурстары лауреаттары романтик йырсы Заһир Иҫәнсурин,  нәфис һүҙ оҫтаһы, алып барыусы, йырсы Зөлфир Басыров һәм берҙән-бер, ҡабатланмаҫ, эстрадабыҙҙың сағыу “йондоҙ”о Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина. Шулай уҡ быйыл ғына уҡыуҙарын тамамлап, филармония тарафынан ойошторолған һайлап алыу  конкурсын уңышлы үткән  ике йәш егет. Дәрттәре ташып торған өмөтлө ҡурайсы Салауат Хәлилов һәм виртуоз баянсы Рәил Мөрсәлимов.
      Быйыл улар тамашасыларға «Ҡатын-ҡыҙ түгел, ә…» исемле музыкаль программаһын тәҡдим итә. Тамаша дәртле, лирик йырҙар, халыҡсан юмор һәм инструменталь әҫәрҙәр менән үрелеп бара. 
      Төркөм республика буйлап яңы программаһын халыҡҡа тәҡдим итте лә инде. Тамаша үҙ баһаһын алып та өлгөрөҙө. Билдәле журналист Рәйсә Абдуллина сценарийы буйынса, күп проекттар аша таныш булған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова сәхнәләштергән «Ҡатын-ҡыҙ түгел, ә…» музыкаль программаһын беренселәрҙән булып Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы һәм Дыуан райондары халҡы күрҙе. 
     Сценарийҙың төп сюжет линияһы мәңгелек тема  – мөхәббәт. Тракторсы, шул уҡ ваҡытта клуб мөдире булып эшләп йөрөгән,  Зөлфир Басыров күптән инде ғаилә башлығы, биш бала атаһы. Ҡатыны Мәстүрә алдынғы һауынсы, хатта «А ну, давай, бисәләр!» конкурсында беренселекте яулаған ҡатын ул. Әммә Зөлфир үҙенең беренсе мөхәббәтен, хәҙер инде билде йырсы Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсуринаны бер нисек тә онота алмай. Шулай бер ваҡыт сәхнә алиһәһе был ауылға концерт менән килеп төшә. Улар ниндәй мажараларға тарый? Төп геройҙарҙың яҙмышы нимә менән тамамлана? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты артистарыбыҙ тамаша дауамында халыҡ менән бергә эҙләй.
«Сценарийға килгәндә, мин уны ябай еңел итеп, халыҡҡа ҡыҙыҡ булһын, юмор аша етди һорауҙарҙы күтәрергә тырыштым…. Бындай стилде халыҡ еңел «йотоп ебәрә», шунда уҡ күңеленә һеңдереп бара. Тамашасы бит концертҡа тап шуның өсөн – күңел бушатырға,  рәхәтләнеп ял итергә килә. Был сценарий буйынса ҡуйылған музыкаль тамаша ла халыҡтың иң нескә ҡылдарын сиртер, күңел түренә барып етер тип ышанам,» - ти билдәле журналист һәм сценарий авторы Рәйсә Абдуллина.  
Ысынлап та, «Ҡатын-ҡыҙ түгел, ә…» музыкаль проектын күргән тамашасы илһамланып, көлә-көлә ғүмерҙәрен оҙайтып һәм дәрт-дарман туплап ҡайта. Улар тарафынан артистарға бик күп матур теләктәр ҙә әйтелде. Ҡыйғы районы Абзай ауылынан һикһән йәшен тултырған оло инәй тамашанан һуң бар ауыл халҡы исеменән рәхмәт әйтеп, был концертты саф башҡортса сағыу тамаша тип билдәләп  үтте һәм Башҡортостаныбыҙҙың, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына йөҙ йыл тулыуыға  арналған матур бүләк булды, тине. «Барығыҙҙың да тауыштарығыҙ иҫ киткес моңло, матур, йырҙарығыҙ бик йөкмәткеле. Аппаратығыҙ шул хәтлем көслө, әммә һеҙҙең тауышыҙ унан да көслөрәк! Беҙгә матур кисә бүләк иткән өсөн ҙур рәхмәт!», - тине  ул. Был эскерһеҙ әйтелгән һүҙҙәр артистарыбыҙ йөрәгенә йылылыҡ һәм алдағы көндә илһамланып ижад итергә тағы ла дәрт өҫтәне. 
         … Ғөмүмән, бындай осрашыуҙар ике яҡ өсөн дә файҙалы. Сәнғәт оҫталары яңы программаны һынап, камиллаштырып, дәрт-илһам алып ҡайтһа, тамашасылар яңы йырҙар, яңы исемдәр менән таныша, рухи аҙыҡ ала, күңел донъяһын байыта. Филармония артистарына оҙайлы сәфәрҙәрендә уңышлы сығыштар, көслө алҡыштар, яңы дуҫтар теләйбеҙ. Дуҫтар барҙа – эштәр гөрләр, йөрәктәр дөрләр, сәнғәтебеҙ үрләр! 
 
Э.Шафикова
Добавить комментарий
Добавить комментарий
Имя *:
Сообщение *:
Сложите * : 34 + 23

Вернуться назад