Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Наши новости

СИСЕЛГӘН ТӨШ Марсель Ҡотоевтың "Төш"ө нимә тураһында булды?.....
Олег Киреев и Этно-джаз бэнд «Орлан» представят новую программу 21 декабря Олег Киреев и Этно-джаз бэнд «Орлан» представят программу «ОТ БИБОПА ДО ХАРДБОПА»......
Международный фестиваль «Музыка, рождённая ветром» завершился Фееричным гала-концертом завершился первый Международный фестиваль этнических духовых инструментов «.....
Услышьте "Музыку, рождённую ветром"! Завтра, 12 декабря, состоится грандиозный Гала-концерт фестиваля "Музыка, рождённая ветром".....
До свидания, "Аманат"! Здравствуй, "Музыка, рождённая ветром"! Стали известны имена победителей II Республиканского конкурса исполнителей на башкирских народных ин.....
«Музыка, рождённая ветром»: Монголия-Казахстан-Россия! На форуме будет представлена музыкальная этнокультура Монголии, Казахстана и России!.....
«Музыка, рождённая ветром»: узбекские «родственники» башкирских инструментов! Представляем дуэт из Ташкента: Фархад Бабаназаров и Ровшанджон Юнусов.....
Башҡорт ҡумыҙы Якутияла яңғыраны Ноябрҙең һуңғы көндәрендә Саха Республикаһында (Якутия) мәртәбәле байрам – “Хомус көнө” уҙғарылды......
«МУЗЫКА, РОЖДЁННАЯ ВЕТРОМ»: ПОКОРЯЯ ТАТАРСТАН! Впервые в Татарстане будет представлен уникальный проект «Музыка, рождённая ветром»!.....

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Декабрь 2017

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

НовостиБашҡорт ҡумыҙы Якутияла яңғыраны

Вернуться назад

Башҡорт ҡумыҙы Якутияла яңғыраны

Автор: Башкирская государственная филармония

Дата: 07.12.2017

Ноябрҙең һуңғы көндәрендә Саха Республикаһында (Якутия) мәртәбәле байрам – “Хомус көнө” уҙғарылды.

   Ноябрҙең һуңғы көндәрендә Саха Республикаһында (Якутия) мәртәбәле байрам – “Хомус көнө” уҙғарылды. Сарала Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән, шул иҫәптән Япония, Эфиопия, Финляндия һәм Американан биш йөҙгә яҡын кеше ҡатнаша. Башҡортостан исеменән байрамда билдәле виртуоз ҡумыҙсы Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов сығыш яһаны. 
   «Башҡортостан менән Саха Республикаһы араһында сәнғәт өлкәһендә күптән инде ныҡлы дуҫлыҡ ептәре һуҙылған. Шуға күрә лә байрамды ойоштороусылар мине үҙ туғанын ҡаршылағандай ихлас ҡабул иттеләр. Журналистар менән бик күп аралаштыҡ. Республика телеканалдырының береһендә сығыш яһап, мин, үҙебеҙҙең башҡорт ҡумыҙы сәнғәтенең үҫеше, беҙҙә уларҙың ниндәй төрҙәре һаҡланып ҡалыуы тураһында һөйләнем. Шулай уҡ ағас ҡумыҙҙа «Арбау»ҙы, тимер ҡумыҙҙа «Сал быуаттар ауазы»н, хайранда «Төн», халыҡ көйҙәренә попурри һәм «Салауат маршы»н уйнап ишеттерҙем», -тип тәҫъораттары менән уртаҡлашты Миңлеғәфүр Зәйнетдинов.  
   «Хомус көнө» байрам ғына түгел, ә донъя кимәлендә был боронғо музыкаль ҡорал сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереүғә бәйле   саралар декадаһы ла. Төрлө төбәктән килгән ҡунаҡтар «Хомус музейы»нда экскурсияла була, «Хомус тураһында легенда» китабының исем туйында ҡатнаша, Саха Республикаһының мәҙәниәт министры Владимир Тихонов һәм Якутия мэры Айсен Николаев менән осраша. 
   Сара сиктәрендә уҙған «түңәрәк өҫтәл»дә ҡумыҙ сәнғәтенең киләсәге, артабан үҫеше, Якутияла Донъя виртуоз хомуссылары-ҡумыҙсылары аллеяһын булдырыу мәсъәләләр ҡаралды. «Шулай уҡ, мәртәбәле форумда виртуоз ҡумыҙсылар йәшәгән төбәктәрҙә концерттар ойоштороу һәм башҡа етди һорауҙар тураһында ла һөйләшелде», - тине Миңлеғәфүр Миңлеәхмәт улы. 
Бөгөн ҡумыҙ сәнғәте ике йөҙ илдә һаҡланып ҡалған. Бөтә донъя буйынса «виртуоз-хомуссы» исемен йөрөтөүселәр ни бары ун һигеҙ кеше. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың алтыһы бөгөнгө көндә фанни донъяларҙа. Башҡортостанда был мәртәбәле исемгә лайыҡ булыусылар Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Роберт Зәһретдинов һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйхзада Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдинов.  
   «Хомус көнө»нөң ябыу тантанаһы «Опера һәм балет театры»нда ҙур концерт менән тамамлана. Тамашала халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара, республика конкурстары еңеүселәре, лауреаттары ҡатнаша. Унда яҡташыбыҙ Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙҙа үҙенең бар оҫталығын күрһәтеп сығыш яһап алҡыштарға күмелә һәм Саха Республикаһы мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. 
   Өҫтәп шуны әйтергә кәрәк, хомус (ҡумыҙ) йәки, Европала һәм Америкала аталыуынса, варган бар континенттарҙа тиерлек ҡулланылған боронғо музыкаль инструмент. Был сүкеш һәм һандал ярҙамында эшләнгән донъялағы берҙән-бер музыка ҡоралы.  Шуға күрә лә Якутияла уҙғарылған ҡумыҙ байрамында был ҡоралда уйнаусы музыканттар ғына түгел, тимерселек эшенең иң маһир оҫталары ла ҡатнашыуы ла осраҡлы түгел ине.  
 

Вернуться назад