Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930

Наши новости

В Уфе завершился Международный фестиваль искусств “Сердце Евразии” Вчера, 16 июня, грандиозным гала-концертом завершился Международный фестиваль искусств «Сердце Евраз.....
«Алга, Башкирия! Вперед, Башкортостан!» - в уфимском амфитеатре отметили 100-летие республики Вчера, 14 июня, в рамках Международного фестиваля искусств «Сердце Евразии» прошел грандиозный конце.....
Второй день "Сердца Евразии" подарил уфимцам симфонический праздник Второй день фестиваля «Сердце Евразии» прошёл в давно знакомом горожанам формате «симфоночи»......
В Уфе состоялась премьера - Первый бал «Сердца Евразии» Вчера, 13 июня, уфимский амфитеатр превратился в большую танцевальную площадку. Фестиваль 13 июня ст.....
Первый день форума «Сердца Евразии – 2019» посетило 45 000 человек В четвёртый раз столица Башкортостана радует своих жителей, гостей города и зрителей по всему миру м.....
К Празднику национального костюма присоединилось более трех тысяч человек Вчера жители и гости города в ярких самобытных костюмах прошлись по центру Уфы.....
Сегодня в Конгресс-холле "Торатау" состоялась пресс-конференция по Международному фестивалю искусств "Сердце Евразии" Сегодня в Уфимском амфитеатре за Конгресс-холлом стартует один из самых масштабных фестивалей Башкор.....
С Днем России! С Днем города Уфы! 12 июня россияне отмечают свой главный национальный праздник - День России. В этот же день и город У.....
Пресс-конференция по фестивалю «Сердце Евразии» 12 июня в Конгресс-холле «Торатау» состоится пресс-конференция по IV Международному фестивалю искусс.....
ВНИМАНИЕ! КОНКУРС! Башкирская филармония объявляет о проведении конкурсных прослушиваний на творческие должности.....

Независимая оценка качества оказания услуг

ПРОЙТИ ОПРОС

Архив

Статьи

Новости

Полезное

Юбилей Республики

100-летие образования Республики Башкортостан

Абонементы

Наши абонементы

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Учредители

Министерство культуры Республики Башкортостан

 

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Культура. Гранты России

  

НовостиСИСЕЛГӘН ТӨШ

Вернуться назад

СИСЕЛГӘН ТӨШ

Автор: Башкирская государственная филармония

Дата: 15.12.2017

Марсель Ҡотоевтың "Төш"ө нимә тураһында булды?

 
     Был кистә Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында уның ижадына ғашиҡтар, моңло, тәрән мәғәнәле йырҙарына битараф булмаған – ете йәштән алып етмеште үткәне лә тамаша булған урынға йыйылғайны. Сөнки декабрҙең һалҡын бер кисендә Республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы моң эйәһе Марсель Ҡотоев өр-яңы концерт программаһын тәҡдим итте, уларға күңел йылыһын бүләк итте. Зал тулы тамашасы үҙенең яратҡан кумирын берсә  тулҡынланып, берсә түҙемһеҙләнеп көттө.
     Театрлаштырылған тамаша юҡҡа ғына «Төштәге йыр» тип аталманы. Төп герой - Марсель концерттың башынан алып аҙағынаса сәхнәлә «йоҡлай»… һәм төш күрә. Был төштө тамашасы инде залдан күҙәтте. Төшөндә Марсель үҙен ялан тәпәй йүгереп йөрөгән малай сағын да, йырсы булыу теләге менән янған мәлдәрен дә күрә. Радио алғыстар аша республикабыҙҙың төп мәҙәни усаҡтарының береһе – Башҡорт дәүләт филармонияһында йәш йырсыларға кастинг иғлан итеүҙәрен ишетеп, унда эшкә барыу хыялы тыуа. Мәртәбәле конкурстарҙа еңеүҙәр яулау, донъя сәхнәләрендә сығыш яһап, төрлө илдәрҙә концерттар ҡуя ул… Был сәхнәлә барған “төштөң” бер бәләкәй генә өлөшө. 
    Сценарий авторы Динара Кәйүмова, Марселдең концертын тап уның хыялдары аша яҙа ла инде. Кескәй сағында уҡ сәхнә ене ҡағылған Баймаҡ районы Буранбай ауылы егете, әле лә хыялдар илендә йәшәй. Һәм ошо хыялдарын сәхнәләш дуҫтары, тамашаның режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова менән берлектә уйынлы рәүештә бойомға ашырҙы ул.  
   «В контакте» социаль селтәрендә медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә битараф булмаған Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева үҙенең сәхифәһендә концерттан һуң тыуған фекерҙәрен яҙып үткән. «Тамашасы концерттан ләззәтләнеп, уҙебеҙҙең йырсыларҙың тауышына, моңона, матурлыҡтарына һоҡланып ҡайтты. Марсель Ҡотоевты халыҡ бик яратып ҡаршылай, репертуары ла киң. Уның тауышы менән донья кимәлендә йырлап йөрөрлек тә бит… Ышанайыҡ, өмөтләнәйек, булыр, уңыштары Марселдең алда әле! Тағы ла шуны әйтеп китергә кәрәктер тип уйлайым. Сулпан Асҡарова режиссёр булараҡ, филармонияның тамашаларына ыңғай йоғонто яhай, үзгәрештәр күренеп тора! Уңыштар hезгә теләйбез!», тигән ул.
     Эйе, юморға ҡоролған тамаша береһен дә битараф ҡалдырманы. Һәр ҡатнашҡан артист бер-береһен тулылыандырып, мажаралы тамашаның ысын геройҙарына әйләнде. Улар: «Карауан» эстрада төркөмө егеттәре Рөстәм Шаһыбалов, Тимур Рамаҙанов, Эльмир Әбүбәкиров, Илнур Һибәтуллин, һандуғастарыбыҙ - Римма Амангилдина һәм Лилиә Ишемйәрова, бер кискә йырсыларҙан тән һаҡсылары – телохронителдәргә әйләнгән Артур Шәрипов менән Дамир Тайыпов, филармониябыҙҙың бейеүсе ҡыҙҙары. Һәм, әлбиттә, төп геройҙарҙың береһе, сценарий буйынса Марселдың киләсәге өсөн көйөп-янып йөрөүсе «кәләше» – Эльмира Юлдашева. Уларҙың һәр ҡайһыһының сәхнәлә үҙ образдарарын еренә еткереп башҡарыуҙарына ҡарап, былар йырсылар түгел, драма актерҙары, тип тулы ышаныс менән әйтеп була ине. 
     Марсель Ҡотоевтың һәр сығышын, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыумы, ҡазаҡ, татар һәм итальян телдәрендә булһынмы, барыһын да тамашасы ихлас ҡабул итеп алҡыштарға күмде.
Сәхнәләге уйынлы-мажаралы хәлдәр киләсәктә, алла бирһә, Марселдең ысынбарлыҡ менән тура килһен ине. Концерт аҙағында Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажитдинов Мәрселгә, Төркиәлә үткән «Апимондия-2017» халыҡ-ара умартасылар конгресында ҡатнашып, республикабыҙға мәртәбәле форумды үткәреү хоҡуғын яулауға индергән өлөшөн юғары баһалап, киләһе форумдың символы - Алтын бал ҡорто статуэткаһын бүләк итте. 
     Республикабыҙҙың символына әйләнгән был бал ҡорто кеүек  халҡыбыҙҙың илаһи мираҫын бөртөкләп йыйырға, тамашасыларыңдан илһам алып, янып эшләргә яҙһын һиңә, Марсель! 
 

Вернуться назад