Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31

Наши новости

БАШҠОРТ ЭСТРАДАҺЫНДА РЕВОЛЮЦИЯ! АФАРИН, ТИМУР! Был концертты беҙ генә түгел, тамашасы ла түҙемһеҙләнеп көттө........
АБДУЛЛА СОЛТАНОВ 90 ЙӘШЕН БИЛДӘЛӘНЕ Башҡорт дәүләт филармонияһында Абдулла ағай Солтановтың юбилей кисәһе үтте.....
«ДАЛАН»ДАР – ГӨРЛӘШӘ, ЯҠТАШТАР - ОСРАША! Артур Туҡтағолов етәкселегендәге легендар «Далан» эстрада төркөмө милләттәштәрәбеҙ күпләп йәшәгән тө.....
ҠОТЛАЙБЫҘ! 9 һәм 10 ноябрь Туймазы ҡалаһында «Оҙон көй - 2018» Төбәк-ара башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар ко.....
С Днем народного единства! 4 ноября - один из главных государственных праздников России!.....
В Башгосфилармонии стартовал юбилейный проект «Nostalgie – ФиларМОҢ. 80 лет за 8 вечеров» В январе 2019 года Башкирская государственная филармония имени Хусаина Ахметова отметит 80-летний юб.....
ЭДО-20! Джаз и не только! Большой концерт Эстрадно-джазового оркестра на сцене ГКЗ "Башкортостан" с участием ведущих звёзд джа.....
Восемь вечеров под знаком БГФ В нынешнем сезоне главная концертная организация республики – Башкирская филармония – вошла в своё т.....
WORLD MUSIC: творческий батл оркестров! Оркестр традиционной музыки города Тэгу, Южная Корея VS Национальный оркестр народных инструментов Р.....
НЕВЕРОЯТНЫЕ ГАСТРОЛЬНЫЕ ПРИКЛЮЧЕНИЯ ЭДО БГФ Звуковую сокровищницу «Мосфильма» пополнил аудиодиск Биг-бэнда Башкирской филармонии.....

Независимая оценка качества оказания услуг

ПРОЙТИ ОПРОС

Архив

Статьи

Новости

Полезное

Конкурс исполнителей на башкирских народных инструментах «АМАНАТ»

Конкурс «Аманат» вновь откроет новые имена

17 и 18 декабря 2018 года в Уфе состоится III Республиканский конкурс исполнителей на башкирских народных инструментах «АМАНАТ» (думбыра, кыл-кубыз).

Подробнее...

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Декабрь 2018

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

2018 - Год Семьи

2018 год объявлен в Башкортостане Годом семьи

НовостиМУЗЫКАНЫ БЕРГӘЛӘП ТЫҢЛАЙЫҠ

Вернуться назад

МУЗЫКАНЫ БЕРГӘЛӘП ТЫҢЛАЙЫҠ

Автор: Башкирская государственная филармония

Дата: 18.01.2018

Бөтә ғаилә өсөн тәғәйенләнгән проект үҙенең юбилейын билдәләй

     Беҙ юғары технологиялар һәм компьютерҙар осоронда йәшәйбеҙ. Нимә кәрәк барыһын да интернет селтәрҙәрендә күнеккәнбеҙ табырға. Кеше шул тиклем виртуаль донъяға башы-тояғы менән сумған. Балалар һәм үҫмерҙәр ҙә үҙҙәренең бөтә буш булған һәм буш булмаған ваҡыттарын  компьютер алдында үткәрә. Был проблеманы хәл итеү өсөн ата-әсәләр төрлө саралар күрә. Улар балаларын төрлө түңәрәктәргә, мәҙәни сараларға йөрөтөргә тырыша. Әммә кескәйҙәрҙе йыр-моң аша донъяның матурлығын күрергә, уның менән һоҡланырға өйрәткән, сәнғәткә һөйөү уятҡан, йөклө ҡатындарҙың физик һәм психик талаптарына яуап биргән тамашалар  республикала юҡ кимәлендә. Тап ошо хатаны төҙәтеү маҡсатында Башҡорт дәүләт филармонияһы биш йыл элек йөклө ҡатындар һәм өс йәшкә тиклем балалары булған ата-әсәләргә тәғәйенләнгән «Музыканы бергә тыңлайбыҙ» проектын аса. Быйыл ул үҙенең тәүге бәләкәй генә юбилейын билдәләй. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә проект сиктәрендә тамашасыларға дүрт йөҙҙән ашыу концерт тәҡдим ителгән. Тәрбиәүи маҡсаттарҙа ойошторолған тамаша  буласаҡ әсәләрҙең психологик һәм эмоциональ торошона ыңғай йоғонто яһай, уларҙа сәнғәткә һөйөү уята.  Бынан тыш киләсәк быуынды мәҙәниле тәрбиәләйәсәк әсәләрҙең эстетик зауығын үҫтерә.
     Юбилей миҙгелендә проектты «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө асыуы ла осраҡлы түгел. Сөнки уларҙың төрлө милли халыҡ ҡоралдарында башҡарылған заманса эшкәртелгән көйҙәр тамашасыны ниндәйҙер сафлыҡ һәм тыныслыҡ донъяһына илтә. Төркөмдөң етәксеһе Ринат Рамаҙанов әйтеүенсә, был үҙенсәлекле проект балалар һәм уларҙың ата-әсәләрендә, йөклө ҡатындарҙа тик ыңғай тәъҫораттар тыуҙыра. Ғөмүмән кеше организмына яҡшы тәъҫир итә. Ҡурай – тылсымлы музыка ҡоралы. Уның аша беҙ ябай ғына  көйҙәр ишетеп ҡалмайбыҙ, ә моң аша халҡыбыҙҙың сал тарихын, тыуған яғыбыҙҙың матур бай тәбиғәтен һәм ғөрүф-ғәҙәттәрен күҙ алдына килтерәбеҙ. Киләсәк быуын өсөн был үтә мөһим. Был проект балаларҙа кешелек сифаттарын асырға ярҙам итә. Бынан тыш уларға тәрбиәле, саф күңелле итеп үҫергә лә ярҙам итә, тигән фекерҙә төркөм етәксеһе. «Музыканы бергә тыңлайыҡ» - музыкаль проект ҡына булып ҡалмай, ә физиологик, биологик, психологик яҡтан кешегә үҫергә булышлыҡ итә. Шуға ла беҙҙең маҡсат тамашаға килеп, сығыш яһап ҡына ҡайтыу түгел, ә ошо оло бурысты үтәү, - ти Ринат Рамаҙанов. 
Ғалимдар әйтеүенсә, В.А. Моцарттың, А. Вивальдиҙың, Л.В. Бетховендың, И.П.Чайковскиҙың, шулай уҡ, халыҡ көйҙәре, йырҙары ҡарындағы балаларҙы тынысландыра, уларҙың физик һәм рухи үҫешенә булышлыҡ итә. 
     Балаға ниндәйҙер әҙәп-әхлаҡ нормалары һалыр алдынан ата-әсәнең үҙенең ниндәйҙер кимәлдә тәрбиәле булыуы зарур. Ояһында ни күрһә осҡанында шул булыр ти бит халыҡ мәҡәле. «Музыканы бергә тыңлайбыҙ» проекты һәр шәмбе тамашасыларҙы филармонияның Орган залында ҡаршылай. Киләһе концерттарҙа Олег Ҡасымов етәкселегендәге Джаз ансамбле, Лидия Фоменко һәм уның уҡыусылары «Тылсымлы флейта» программаларын тәҡдим итәсәк. 
     Килегеҙ һәм кескәйҙәрегеҙгә бәхетле бала-саҡ бүләк итегеҙ!
 

Вернуться назад