Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930

Наши новости

Филармония представляет новые эстрадные коллективы Новое дыхание и новое звучание эстрады!.....
Внимание! Не пропустите! "МузRingШоу" Открытие 79-го концертного сезона в Большом зале "ЗА ЖИЗНЬ НА СЦЕНЕ" пройдёт в формате музыкального .....
Поздравляем с победой! Кураист Башкирской филармонии Ильнур Хайруллин стал обладателем Гран-при Регионального фестиваля ба.....
В Башкирской филармонии выступит Нидерландский секстет «Hexagon» 25 ноября секстет «Hexagon» снова выступит в филармонии. В программе концерта - Н.А. Римский-Корсако.....
Виктория Симонова: «Хорошая музыка повышает качество нашей жизни» Интервью с лектором-музыковедом Викторией Симоновой.....
С днём профсоюзного работника Республики Башкортостан! Поздравляем всех членов профсоюзов своих организаций! И надеемся на пополнение рядов профессиональны.....
В декабре стартует "АМАНАТ"-2 II Республиканский конкурс исполнителей на башкирских народных инструментах «АМАНАТ» (думбыра, кыл-.....
Всероссийский Виртуальный зал приглашает В Башкирской филармонии состоится трансляция московского концерта звёзд XXI века......
Артисты филармонии выступят в Германии Наши музыканты представят немецким собратьям богатый культурный мир нашей республики – башкирские на.....
Поздравляем! Сегодня, 8 ноября, состоялось официальное награждение.....

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наши фестивали

II Республиканский конкурс исполнителей на башкирских народных инструментах «АМАНАТ»

Подробнее...

Наш репертуар

Декабрь 2017

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

ПрессаЮҡ, өҙөлмәне моң

Вернуться назад

Юҡ, өҙөлмәне моң

Автор: Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ / “Башҡортостан” гәзите

Дата: 11.03.2014

Ашығамын — кешеләргә әйтә
торған һүҙҙәрем бар,
Ашығамын — алдарымда
артылаһы үрҙәрем бар,
Айырмаһын йырҙарымдан,
күпме килер ҡулдарымдан,
Ашығамын, ашығамын.
Туҡтатмағыҙ юлдарымдан...

Шағирә Гөлфиә Юнысова һүҙҙәренә ижад иткән был йырҙы композитор Салауат Низаметдинов үҙе йыш ҡына ниндәйҙер тетрәнеү менән башҡара ине. Уйлап ҡараһаң, ошо юлдар оло талант эйәһенең тормош һәм ижад принцибын, йәшәү мәғәнәһен асып бирә. Ысынлап та, ашығып йәшәне Салауат Әхмәҙи улы. Күрәһең, арабыҙҙан иртә китәсәген тойғандыр. Тыумыштан күреүһәләтенән мәхрүм булһа ла, ул 200-ҙән ашыу популяр йыр, “Нәҡи”, “Моменто”, “Ай тотолған төндә”, “Ҡара һыуҙар”, “Мөхәббәт йондоҙо” кеүек опералар яҙҙы. Әле һуңғы ярты быуатта Салауат Низаметдинов кеүек емешле ижад иткән, уға тиңләшерлек композиторҙы атауы еңелдән түгел. Милли сәнғәтебеҙҙе ниндәй аҫыл йыр-моңөлгөләре менән байытты замандашыбыҙ!

“Дөм ҡараңғы донъяларҙа
йәшәп,
Һин яҡтылыҡ киттең
ҡалдырып.
Яҡты донъяларҙа йәшәр
йырың
Йәндәребеҙөтөп,
яндырып”, —

тип яҙҙы уны һуңғы юлға оҙатҡанда шағирә   ЗөһрәҠотлогилдина.

3 март — Салауат Низаметдиновтың тыуған көнө. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беренсе тапҡыр ошо көндө унһыҙҡаршыланыҡ. Композиторҙың ижадташ дуҫы, Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина нәҡ шул көндәҡабатланмаҫ моң эйәһенең яҡты рухына арнап “Өҙөлдө моң...” тигән концерт программаһын тәҡдим итте.

— Салауат Низаметдинов — иң яратҡан композиторым, — ти йырсы. — Ул минеңөсөн һәр саҡ маяҡ булып торҙо, остазым тип атаһам да арттырыу түгел. Тормошҡа ҡарата мөнәсәбәтемде, уйланыуҙарымды, кисерештәремде уның йырҙары аша тамашасыларға еткерҙем. Салауат көслө рухлы шәхес ине. Ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, ел-дауылдарҙа һынып ҡалмаҫҡа өйрәтте. Ә бит тормоштоңәсе бурандары мине урап үтмәне. “Һин теләһә ниндәй ғәйбәткәҡолаҡһалма, үҙеңдең кем икәнлегеңде ижадың менән иҫбатла!” — тип кәңәш бирә ине. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улына ихтирамым, рәхмәтем сикһеҙ. Шуға ла ошо концертты үткәреүҙе мөҡәддәс бурысым тип иҫәпләйем.

Әйткәндәй, Салауат Низаметдинов та, Әлфиә Юлсурина ла — милли йыр сәнғәтен байытыуға тос өлөш индергән абруйлы шәхестәр. Танылған ике сәхнә оҫтаһының ижади дуҫлығы һөҙөмтәһендә ниндәй матур йырҙар тыуҙы! “Тәүбә”, “Тик мин кире боролмаҫмын”, “Алһыу пион”, “Әллә нисек булды беҙҙеңһөйөү”, “Ниңә мин йәрең түгел?” кеүек йырҙарҙы композитор Әлфиә Юлсурина өсөн махсус яҙған. Был әҫәрҙәр күптән тамашасы күңелен яулап өлгөрҙө.

Әлфиә Юлсуринаның башҡарыу оҫталығына халыҡ күптән юғары баһа биргән. Уның концерттарында залдың тулы булыуы, һәр сығышының дәррәү алҡыштарға күмелеүе — быға асыҡ дәлил. Уңыш сере нимәләһуң? Халыҡсан булып ҡалыуындалыр, моғайын. Йырлағанда ла бит Әлфиә Юлсурина бирелеп, һәр һүҙҙе күңеле аша үткәреп тамашасыға еткерә. Көслө хис-тойғоло сәхнә оҫтаһының хәрәкәтендә лә артыҡлыҡ юҡ хатта. Ҡулы менән ишараһы ла, мимикаһы ла уның ағышын тулыландыра, йырҙың йөкмәткеһен асырға мөмкинлек бирә.

— Артист тамашасыны хөрмәт итергә тейеш, — тигәйне бер ваҡыт Әлфиә Юлсурина. Үҙе лә ошо ҡарашҡа һәр саҡ тоғро булып ҡала. Һәр ваҡыт бар көсөн һалып, тере тауыш менән генә сығыш яһауы әйтелгәнгәҡеүәт. Ә бит ике сәғәт дауамында тамашасыны иғтибар үҙәгендәтотоу һәр кемдең дә хәленән килмәй.

Күптән танһыҡ йөрәккәүтмәле булды был тамаша. Бына ошондай зауыҡлы, тәрән мәғәнәле, тәрбиәүи көскә эйә, юғары кимәлдәге концерттар күберәк уҙғарылһын ине.

Салауат атлы мәшһүр композиторҙың йөрәге тибеүҙән иртә туҡтаны. Тик уның моңо өҙөлмәне! Әлфиә Юлсурина кеүек сәхнәгә тоғро һандуғастарыбыҙ барҙа, Салауат Низаметдиновтың йырҙары йәшәйәсәк, әллә күпме тамашасының күңелен дауалаясаҡәле.

Динә АЙЫТҠОЛОВА, тамашасы:

— “Башҡортостан” гәзитендәүткәрелгән викторинала ҡатнашып, ошо күркәм концертҡа ике кешелек саҡырыу билеты отоп һөйөндөм. Яратҡан йырсымдың тамашаһына былай ҙа барырға ине иҫәп.

Залда янымда 80 йәшен артылған мәрйә ултыра ине. Бүтән милләт кешеһе башҡорт йырҙарын нисек аңлай икән, тип ҡыҙыҡһынып ҡуйҙым. “Юғары сәнғәттең милләте юҡ”, — тип яуапланы ул.

Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ / “Башҡортостан” гәзите

Вернуться назад