Наши новости
ҒАШИҠТАР, ҺЕҘҘЕ КӨТӘБЕҘ!
Филармонияның "йондоҙло парҙары" тәҡдим итә.....
БАШКИРСКАЯ МУЗЫКА БУДЕТ ЗВУЧАТЬ В САУДОВСКОЙ АРАВИИ
Башкирский "Аргымак" примет участие во "Вселенной кочевников" в Саудовской Аравии.....
“ЙОНДОҘҘАР ПАРАДЫ – БЕҘҘӘ!”
«8 кистә 80 йондоҙло йыл» проекты сиктәрендә. Эстрада тарихы.....
Юношеская филармония Башкортостана представила концерт классической музыки
В Башкирской филармонии продолжает свою работу уникальный проект «Юношеская филармония Республики Ба.....
80-ый концертный сезон
Апрель 2019.....
ЗВУЧАЛА ПЕСНЯ НА ДВОИХ...
8 февраля на сцене Большого зала Башкирской филармонии с успехом прошел концерт «Песня на двоих».....
МУЗЫКАЛЬНОЕ ПРИНОШЕНИЕ РОДНОЙ РЕСПУБЛИКЕ ОТ ФИЛАРМОНИИ
Нынешний год для нашей республики является особенным. Мы отмечаем 100-летие образования Республики Б.....
Национальный оркестр народных инструментов РБ представил программу «Пой, моя республика!»
Программу «Пой, моя республика!» посвятили празднованию 100-летия со дня образования Башкортостана.....
ГЕЛ БЕРГӘ!
Тауыштарҙы йәлләмәйек, дуҫтар!.....
«ПОГОВОРИМ?!...»: ПРОДОЛЖЕНИЕ СЛЕДУЕТ…
К юбилею филармония запустила несколько премьерных проектов. Один из них – цикл вечеров для всей сем.....
Независимая оценка качества оказания услуг
Абонементы
ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ
Продажа билетов онлайн
Получить всю информацию о наличии и стоимости билетов теперь легко: не выходя из дома, с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.
Новости ⇒ «ВИРТУОЗ…»
«ВИРТУОЗ…»
Автор: Башкирская государственная филармония
Дата: 07.03.2018
Бөгөн «Виртуоз…» фильмының исем туйы була
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Роберт Заһретдиновтың бөгөн, 7 март «Виртуоз…» фильмының исем туйы була.
Документаль картина «Башҡортостан» киностудияһында артистың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан төшөрөлгән. Сара киске 7-лә башлана.
Белешмә өсөн:
Роберт Заһретдинов 1932 йыл¬дың 16 декабрендә Мәсетле районының Әжекәй ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Мәсетле район мәҙәниәт йортонда баянсы булып башлай. Өфө сәнғәт училищеһын һәм Свердловск музыка-педагогия институтын тамамлап, 1969 йылда Өфө музыка-педагогия училищеһына уҡытырға килә. Тап ошо осорҙа ҡумыҙҙа уйнауға ҡыҙыҡһыныуы арта. Музыка ҡоралдарын үҙе яһай һәм камиллаштыра, уларҙың өр-яңы моделдәрен (шул иҫәптән электрон) эҙләй, ҡумыҙ менән думбыраның мөмкинлектәрен берләштергән ҡумбыраны уйлап таба.
Р.А. Заһретдинов 1991 йылда Бөтә донъя традицион халыҡ инструменттары фестивалендә – “Донъяның виртуоз-ҡумыҙсыһы”, ә 1998 йылда “Ҡумыҙ буйынса халыҡ-ара класлы оҫта” исеменә лайыҡ була. Был дәрәжә уға Австрия, Бельгия, Болгария, Голландия, Польша, Швейцария, Германия, Италия, Монголия, Норвегия һәм Финляндияның музыка уҡыу йорттарында оҫталыҡ дәрестәре алып барыу мөмкинлеген бирә.
Роберт Заһретдинов – илленән ашыу йыр һәм инструменталь пьеса, шул иҫәптән ҡумыҙ, ҡурай, баян өсөн әҫәрҙәр, “Ҡумыҙ”, “Башҡорттарҙың өзләү мәктәбе” китаптары, “Ҡумыҙҙа уйнау мәктәбе” уҡыу-методик ҡулланмаһы авторы. Оҙаҡ йылдар ул Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡытты, төбәк, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ҡумыҙсылар, өзләүселәр бәйгеләрендә жюри рәйесе булды, милли сәнғәтте танытыу менән әүҙем шөғөлләнде.
Талантлы музыкант, башҡорт халҡының данлы улы Р.А. Заһретдиновтың күп йыллыҡ хеҙмәт эшмәкәрлеге һәм өлгәшелгән уңыштары хаҡлы рәүештә “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән исемдәр, “РСФСР-ҙың халыҡ мәға¬рифы отличнигы” һәм “БАССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы” билдәләре менән баһаланды. Ул – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.