Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031

Наши новости

Быйыл “Евразия йөрәге” ндә Рәсәй музыканттары ла сығыш яһаясаҡ “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивалендә республиканан сыҡҡан билдәле йырсыларҙың килеүҙәре кө.....
Уфимцев приглашают послушать сказ «Про Федота-стрельца, удалого молодца» Леонида Филатова Башкирская филармония в юбилейном сезоне запускает новый проект — цикл вечеров для всей семьи «Искус.....
Уфимцев приглашают на премьеру фильма «Первый чемпион Габдрахман Кадыров» Короткометражный фильм, снятый в 2016 году на киностудии «Башкортостан» режиссером Радиком Кильмамат.....
С Рождеством Христовым! Башкирская филармония поздравляет с Рождеством Христовым.....
С Новым 2019 годом! Башкирская филармония поздравляет с Новым Музыкальным годом!.....
Завершение Фестиваля камерной музыки "Классика над Белой рекой" Сегодня, 22 декабря, успешным выступлением Камерного оркестра Башкирской филармонии завершился Фести.....
Состоялось эксклюзивное представление для самых маленьких – BABY-ЁЛКА Новогодний праздник для семей с малышами до 3-х лет прошёл в рамках проекта «МУЗЫКУ СЛУШАЕМ ВМЕСТЕ».....
В Уфе завершился XII Международный органный фестиваль «SAUERFEST» Сегодня в Уфе состоялось закрытие XII Международного органного фестиваля «SAUERFEST».....
80-ый концертный сезон Февраль 2019.....

Независимая оценка качества оказания услуг

ПРОЙТИ ОПРОС

Архив

Статьи

Новости

Полезное

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Февраль 2019

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Культура. Гранты России

  

НовостиБЕЙЕ, БЕЙЕ… КИЛЕШЛЕ БЕЙЕҮҘӘРЕҢ!

Вернуться назад

БЕЙЕ, БЕЙЕ… КИЛЕШЛЕ БЕЙЕҮҘӘРЕҢ!

Автор: Башкирская государственная филармония

Дата: 23.04.2018

27 апрель - Халыҡ-ара бейеү көнө

   Улар, бал-ҡорто һымаҡ, концерттан ҡонцертҡа осоп, һәр тамашаға үҙенсәлекле сағыу төҫтәр индерәләр. Башҡорт дәүләт филармонияһында бер музыкаль сара ла уларһыҙ үтмәй. Һүҙебеҙ, әлбиттә, һәләтле, ысын мәғәнәһендә йәндәре-тәндәре менән сәнғәткә бирелгән бейеүселәребеҙ хаҡында…
   Аяҡтары ергә теймәй ҡоштай осоп, орсоҡтай өйрөлгән,  бар хәрәкәттәре менән һәр кемде һоҡландырған бейеүсене кемдәр генә яратмай ҙа кемдәр генә хөрмәт итмәй икән?! Филармонияла эшләгән тәжрибәле, шулай уҡ яңы ғына эшкә килгән йәш талантлы егет һәм ҡыҙҙарыбыҙҙы нәҡ ана шул сифаттары өсөн үҙ итә лә инде тамашасы. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Лилиә Хажиғәлиева һәм Әлиә Нурғәлиева, Регина Баракова, Зарина Солтангилдина, Анастасия Скарженюк нисәмә йылдар инде сәхнәләрҙән беҙгә юғары бейеү сәнғәте өлгөләрен бүләк итә.  Һуңғы бер-ике йыл эсендә филармония байтаҡ йәш көстәр менән тулыланды. Улар Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Евгения Цыпина, Рөстәм Ғандалипов, Татьяна Мутафи, Ирина Арыҫланова. Бөгөн уларҙың һәр береһе үҙҙәренә генә хас бейеү алымы менән тамашасы күңелен арбай.
   27 апрель үтәсәк концерттың да төп хужалары - бейеүселәр!  Үҙҙәренең профессиональ байрамдары – Халыҡ-ара бейеү көнөндә улар йәнә сәхнәлә!   
Концертта, шулай уҡ, филармонияның «ижади ҡошсоҡтары» – халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты «Салауат» балалар бейеү академияһы (етәксеһе – Маргарита һәм Рөстәм Ғандалиповтар), «Арғымаҡ» һәм «Карауан» төркөмдәре, виртуоз-скрипкасы Марат Сәҙриев, ҡурайсы Илнур Һибәтуллин, виртуоз-ҡумыҙсы Миңләғәфүр Зәйнетдинов, эстрадабыҙҙың сағыу йондоҙҙары Артур Туҡтағолов, Айгөл Һағынбаева, Фәдис Ғәниевтар ҡатнаша.
   Ижади яҡтан тамашаны әҙерләүселәр – республикабыҙҙың бейеү сәнғәтенә тос өлөш индергән балетмейстерҙар Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәмизә Мөхәмәтшина һәм Сулпан Асҡарова. 
   27 апрель, йома! Ялҡынлы дәрт, спорт һәм сәнғәт, талант һәм хеҙмәт, тылсымлы хикмәт иленә… БЕЙЕҮ ИЛЕНӘ рәхим итегеҙ! 
 

Вернуться назад