Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031

Наши новости

ОТМЕНА КОНЦЕРТА! Концерт "О ЧЁМ ПОЮТ МАЛЬЧИШКИ?!" 23 мая отменен!.....
Международный фестиваль искусств «Сердце Евразии-2019» До старта главного события лета – IV Международного фестиваля искусств «Сердце Евразии» – остается ч.....
С днём Великой Победы! День Победы – великий, всенародный праздник, который принято называть праздником со слезами на глаза.....
С Международным Днем Джаза! Башкирская филармония поздравляет все джазовое сообщество и, конечно же, своих джазменов - ЭДО и Биг.....
ТАНЕЦ – ЖИЗНЬ! 29 апреля вся мировая общественность отмечает Международный день танца......
#ЭДОTheBest Вчера, 27 апреля, в Большом зале Башкирской филармонии с успехом прошла программа «ЭДО. 20 ЛЕТ. THE .....
БЕЛОРУСЫ ЧИТАЮТ ХЫЗЫРОВА Рассказ Вахита Хызырова опубликовали в белорусском журнале «Нёман».....
МИЛЛИ СӘНҒӘТ ҺАҠЛАНҺА, ТЕЛЕБЕҘ ҘӘ, РУХ ТА ҺАҠЛАНАСАҠ Эстрада бүлегенең художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова менән әңгәм.....

Независимая оценка качества оказания услуг

ПРОЙТИ ОПРОС

Архив

Статьи

Новости

Полезное

Юбилей Республики

100-летие образования Республики Башкортостан

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Учредители

Министерство культуры Республики Башкортостан

 

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Культура. Гранты России

  

НовостиУҢЫШТАР ҺЕҘГӘ, ТИМУР ҺӘМ РӘФИС!

Вернуться назад

УҢЫШТАР ҺЕҘГӘ, ТИМУР ҺӘМ РӘФИС!

Автор: Башкирская государственная филармония

Дата: 27.04.2018

Өфөлә «Урал моңо - 2018» төрки телле йәштәрҙең халыҡ-ара конкурс-фестиваленең һайлап алыу туры үтте

     Башҡортостан республикаһы йырсылары, вокал коллективтары, милли музыка ҡоралдарында уйнаусылар һәм төркөмдәр араһында «Урал моңо - 2018» төрки телле йәштәрҙең халыҡ-ара конкурс-фестивалендә ҡатнашырға теләүселәр өсөн һайлап алыу туры үтте. Композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Урал Иҙелбаев етәкселегендәге баһалама комиссияһы 20-нән артыҡ конкурсанттың сығыштарын ҡараны. Һөҙөмтәлә уларҙың тик унауһы ғына мәртәбәле бәйгелә ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Шуныһы ҡыуаныслы, улар араһында Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары - халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаттары Тимур Рамаҙанов һәм Рәфис Сирусин да бар. 
   «Урал моңо - 2018» конкурс-фестивале 8-10 июндә Өфөлә үтәсәк. Ойоштороусылар билдәләүенсә, быйыл унда Төркиә, Ҡаҙахстан, Әзербайжандан, Дағстан, Ҡырғыҙстан, Саха (Яҡут), Алтай һәм Хакас республикаларынан, Мәсәкәүҙән, Астрахан өлкәһе һәм Ставрополь крайынан ҡатнашыусылар килеүе көтөлә. 
     Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, «Урал моңо - 2014» конкурс-фестивалендә Гран-приға тап филармония солисы Марсель Ҡотоев лайыҡ булғайны. Быйыл да егеттәребеҙ һынатмаҫ, тигән теләктә ҡалабыҙ. Уңыштар һеҙгә, егеттәр! 
 

Вернуться назад