Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031

Наши новости

Скорбим и помним... Ушла из жизни известный музыковед Давыдова Эльмира Мингажевна.....
Объявляется набор в Капеллу мальчиков! Государственная академическая хоровая капелла РБ им. Т.Сайфуллина объявляет дополнительный набор в К.....
УҢЫШТАР ТИМУРҒА Дуҫтар, тауыштарҙы йәлләмәйек!.....
«Салават» покоряет мир! Видеосюжет о Детской академии танца "Салават" при БГФ им. Х. Ахметова на телеканале Культура-Россия-.....
С Днем Семьи, Любви и Верности! Поздравление Башкирской филармонии с Днём семьи, любви и верности!.....
Внимание! Конкурс! Башкирская филармония объявляет о проведении конкурсных прослушиваний на должности в хоровую капеллу.....
Объявлен набор в Детскую академию танца "Салават" Детская академия танца "Салават" при Башкирской государственной филармонии им. Х. Ахметова приглашае.....
Башкирский курай зазвучит в Азербайджане Азат Бикчурин представит курай на фестивале в Азербайджане.....
БРАВО, «САЛАВАТИКИ»! В филармонии снова радостная весть! Наши «салаватики» взяли Гран-при Международного фестиваля-конкур.....

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

Полезное

2018 - Год Семьи

2018 год объявлен в Башкортостане Годом семьи

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Май-Июнь 2018

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

НовостиФИЛАРМОНИЯ 79-СЫ ИЖАД МИҘГЕЛЕН ЯПТЫ

Вернуться назад

ФИЛАРМОНИЯ 79-СЫ ИЖАД МИҘГЕЛЕН ЯПТЫ

Автор: Башкирская государственная филармония

Дата: 18.05.2018

Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «Филармония тулҡынында. 79…80 fm» тип аталған ҙур концерт менән ижад миҙгелен тамамланы

   Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «Филармония тулҡынында. 79…80 fm» тип аталған ҙур концерт менән 79-сы ижад миҙгелен тамамланы.  
   Тамашала филармонияның алдынғы солистары һәм коллективтары: Әлфиә Юлсурина,  Рәфис Сирусин, Лилиә Ишемйәрова, Фларида Иркина, Дамир Тайыпов, шулай уҡ, Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге БР Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры, Олег Ҡасымов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестры, «Далан», «Карауан», «Арғымаҡ» төркөмдәре, «Көлкө-шоу» эстрада миниатюралары театры, филармонияның ҡурайсылар квинтеты һәм башҡалар ҡатнашты. 
   79-сы ижад миҙгеле барышында тамашасы хөкүменә 15 яңы проект тәҡдим ителде. Филармония сәхнәһендә тәүге тапҡыр, ике бөйөк артист - Әлфиә Юлсурина һәм Олег Ханов ҡатнашлығында, музыкаль роман («Һин бәхетле! Ә мин?») ҡуйылды, «Венера Әйүпованың моң ҡунаҡһанаһында», «Орган ағай әкиәттәре» исемле концерттар циклы, Марсель Ҡотоевтың «Төштәге йыр» исемле мажаралы үә хикмәтле тамашаһы һәр бер кешелә матур хәтирәләр ҡалдырҙы.
   Быйылғы йыл филармония тарихында иҫтәлекле ваҡиғалар менән дә хәтерҙә ҡаласаҡ. Бер нисә коллектив үҙенең юбилейын да ҡаршылай. Республикабыҙҙың мәҙәни бренды булған Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле джазмен Олег Киреев етәкселегендәге «Орлан» ансамбленә утыҙ йәш тулды. Шулай уҡ, Олег Ҡасымовтың Эстрада-джаз оркестры ла үҙенең матур юбилейын үткәрҙе. Коллектив Рәсәй джаз сәхнәһендә йылдан йыл популярлыҡ яулай бара тип әйтергә кәрәк, сит төбәктәрҙә сығыш яһай һәм донъя кимәлендә билдәле булған джазмендар менән хеҙмәттәшлек итә. 
   Һандарға килгәндә иһә, быйылғы ижад миҙгелендә Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары республикабыҙҙың район-ҡалалары, Рәсәй һәм унан тыш төбәктәрҙә 1500 концерт бирҙе. Филармония сәхнәһе аша 200-ҙән ашыу тамаша яңғыраны. Уларҙы ҡарарға тип 220 меңдән ашыу тамашасы килде.
    Филармония Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары ойошмалары, сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһенә ҡараған ойошмалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Телевидение-радио булһынмы ул, гәзит-журнал биттәреме – һәр береһе филармония артистары тормошон, унда үткән концерттарҙы даими яҡтыртып бара.  Шуға күрә лә, ғәҙәттәгесә, йомғаҡлау концертында беҙ үҙебеҙҙең иң яҡын дуҫтарыбыҙҙы бүләкләп үттек,  рәхмәт хаттары тапшырҙыҡ.  
   80-се юбилей миҙгеле яңы проекттарға, сюрприздарға үтә сағыу һәм бай буласағын һеҙгә вәғәҙә итәбеҙ! Киләһе миҙгелдә осрашҡанға тиклем, Тамашасыбыҙ! 
 

Вернуться назад