Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930

Наши новости

Открытый Республиканский конкурс вокалистов имени Газиза Альмухаметова посвящен 100-летию Республики Башкортостан С 12 по 14 ноября 2018 года в городе Уфе на базе Башкирской государственной филармонии им. Х.Ахметов.....
В Каповой пещере состоялся концерт Национального оркестра народных инструментов РБ Сегодня, 15 сентября, в Каповой пещере в рамках 48-го Всемирного конгресса СИОФФ выступил Национальн.....
Философия борца, идея созидания На соискание Государственной премии РБ имени Салавата Юлаева.....
АТА-БАБА МОҢОН БЕЛЕП ҮҪҺЕНДӘР! Быуындар араһында бәйләнештәрҙе нығытыуҙы мөһим маҡсат итеп куйган төркөм.....
Впервые в Каповой пещере (Шульган-Таш) сыграет оркестр! Данное событие произойдет 15 сентября. И первыми в зале знаменитой на весь мир пещеры выступит Нацио.....
«Аргымак» представит Башкортостан на «Вселенной кочевников» в Киргизии В Киргизской Республике проходят III Всемирные игры кочевников.....
КЕМ КЕМДЕ УҘЫП КИТЕР? http://yuldashfm.ru/ba/hit-parad.....
ГАСТРОЛИ Гастроли коллективов Октябрь 2018.....
ГАСТРОЛИ Гастроли коллективов Сентябрь 2018.....
Проект Башкирской филармонии в списке претендующих на премию им. Салавата Юлаева в 2018 году Стали известны произведения, претендующие на соискание Государственных премий Республики Башкортоста.....

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

Полезное

Открытый Республиканский конкурс вокалистов имени Газиза Альмухаметова

Открытый Республиканский конкурс вокалистов имени Газиза Альмухаметова посвящен 100-летию Республики Башкортостан

С 12 по 14 ноября 2018 года в городе Уфе на базе Башкирской государственной филармонии им. Х.Ахметова проводится Открытый Республиканский конкурс вокалистов имени Газиза Альмухаметова.

Подробнее...

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Сентябрь-Октябрь 2018

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

2018 - Год Семьи

2018 год объявлен в Башкортостане Годом семьи

НовостиҒОРУРЛАНАБЫҘ, ТИМУР!

Вернуться назад

ҒОРУРЛАНАБЫҘ, ТИМУР!

Автор: Башкирская государственная филармония

Дата: 18.06.2018

Яҡшы хәбәрҙәр менән Ҡаҙағстандан

     Филармониябыҙҙың солисы Тимур Рамаҙанов июнь башында ғына «Урал моңо - 2018» халыҡ-ара төрки йәштәренең конкурс-фестивалендә үҙе ижад иткән «Тыуған ерҙең тауышы» исемле йырын башҡарып беренселекте яулап ҡыуандырған ине. Йәш өмөтлө хеҙмәттәшебеҙ, булғаны менән шөкөр итеп, туҡтап ҡалғандарҙан түгел. Уҙған ял көндәре Тимурҙан йәнә шатлыҡлы хәбәр килде. Был юлы Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһынан. 
     15-16 июндә унда  композитор, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Бейбит Оралулының йырҙарын башҡарыусылар араһында «Eлiм Meнiн» исемле халыҡ-ара конкурс үтте. Мәртәбәле бәйге тәүге тапҡыр ғына ойошторолоуына ҡарамаҫтан унда Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан, Әзербайжандан, Болгариянан тиҫтәнән ашыу йырсы ҡатнашырға теләк белдерә. Рәсәй данын иһә Башҡортостан егете, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Тимур Рамаҙанов яҡланы. 
     - Был конкурсҡа барырға миңә төркөмөбеҙҙең етәксеһе Марсель Ҡотоев тәҡдим итте (Тимур Рамаҙанов «Ҡарауан» эстрада төркөмө солисы). Мин күп уйлап тормай ҡатнашырға булдым. Әлбиттә, бындай кимәлдәге конкурстарҙа үҙ көсөмдө һынап ҡарағаным бар. Әммә Аҡтүбәгә барып төшкәс мин аҙыраҡ аптырап ҡалдым. Сөнки бөтә конкурстанттар ҙа көслө тауышлы, опера йырсылары ине. Ә мин бер үҙем эстрада өлкәһенән һәм Рәсәйҙән дә бер үҙем генә инем. Башыма «Буш ҡына йөрөп ҡайтырмынмы икән?» тигән уйҙар ҙа килде. Шуның өсөн дә тулҡынланыу хисе көслөрәк ине. 
     Егетебеҙҙең икеләнеүе уның, тәү сиратта, үҙенә ҡарата талапсан булыуынан килә. Тимур башҡорт халыҡ йыры «Азамат»ты һәм ҡаҙаҡ телендә композитор Бейбит Оралулының «Мин һине һағынам» исемле йырын башҡарып икенсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. 
     - Аллаға шөкөр, жюри минең сығышымды юғары баһаланы һәм миңә артабан алға атларға ҡанаттарымды нығытты. Мин бик шатмын! - тип үҙенең ҡыуанысы менән уртаҡлашты Тимур.
     Шуны билдәләп үтеү мөһим. Тимур Рамаҙанов булғанына шөкөр итеп, яулаған еңеүҙәрендә туҡтап ҡала торған йырсыларҙан түгел. Ул һәр ваҡыт үҙ өҫтөндә ныҡлы эшләй, йырҙар ижад итә, яңы йүнәлештәргә лә мөрәжәғәт итергә ҡурҡмай. Һәр ваҡыт эҙләнеү юлында һәм һәр ваҡыт бәйгеләргә әҙер! Мәртәбәле еңеүҙәрең алда булһын, абруйың артҡандан артһын ғына, тигән теләктә ҡалабыҙ! Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ, Тимур!
 

Вернуться назад