Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234
567891011
12131415161718
19202122232425
2627282930

Наши новости

«ДАЛАН»ДАР – ГӨРЛӘШӘ, ЯҠТАШТАР - ОСРАША! Артур Туҡтағолов етәкселегендәге легендар «Далан» эстрада төркөмө милләттәштәрәбеҙ күпләп йәшәгән тө.....
ҠОТЛАЙБЫҘ! 9 һәм 10 ноябрь Туймазы ҡалаһында «Оҙон көй - 2018» Төбәк-ара башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар ко.....
С Днем народного единства! 4 ноября - один из главных государственных праздников России!.....
В Башгосфилармонии стартовал юбилейный проект «Nostalgie – ФиларМОҢ. 80 лет за 8 вечеров» В январе 2019 года Башкирская государственная филармония имени Хусаина Ахметова отметит 80-летний юб.....
ЭДО-20! Джаз и не только! Большой концерт Эстрадно-джазового оркестра на сцене ГКЗ "Башкортостан" с участием ведущих звёзд джа.....
Восемь вечеров под знаком БГФ В нынешнем сезоне главная концертная организация республики – Башкирская филармония – вошла в своё т.....
WORLD MUSIC: творческий батл оркестров! Оркестр традиционной музыки города Тэгу, Южная Корея VS Национальный оркестр народных инструментов Р.....
НЕВЕРОЯТНЫЕ ГАСТРОЛЬНЫЕ ПРИКЛЮЧЕНИЯ ЭДО БГФ Звуковую сокровищницу «Мосфильма» пополнил аудиодиск Биг-бэнда Башкирской филармонии.....
С ДНЕМ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН! 11 октября Башкортостан празднует День Республики!.....
Nostalgie – ФиларМОҢ! 80 звёздных лет – за 8 вечеров! Вечер первый "Башгосфилармония. Начало…".....

Независимая оценка качества оказания услуг

ПРОЙТИ ОПРОС

Архив

Статьи

Новости

Полезное

Открытый Республиканский конкурс вокалистов имени Газиза Альмухаметова

Открытый Республиканский конкурс вокалистов имени Газиза Альмухаметова посвящен 100-летию Республики Башкортостан

С 12 по 14 ноября 2018 года в городе Уфе на базе Башкирской государственной филармонии им. Х.Ахметова проводится Открытый Республиканский конкурс вокалистов имени Газиза Альмухаметова.

Подробнее...

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Декабрь 2018

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

2018 - Год Семьи

2018 год объявлен в Башкортостане Годом семьи

ПрессаМОҢ ДАРЪЯҺЫ ҠАЙҘАН ЮЛ АЛА?

Вернуться назад

МОҢ ДАРЪЯҺЫ ҠАЙҘАН ЮЛ АЛА?

Автор: Альмира Кирәева

Дата: 31.07.2018

"Башҡортостан ҡыҙы" (№7-2018)

   СӘНҒӘТ КӨМБӘҘЕНДӘ – ЯҢЫ ЙОНДОҘ
    «Мәңгелектең үҙе кеүек тойолған бер минут тынлыҡ. Һәм ҡапыл... тамаша залын күккә күтәрерҙәй булып ҡеүәтле алҡыштар яңғыраны. Алдағы рәттә ултырыусыларҙың күҙҙәрендә йәш емелдәүен шәйләп ҡалдым һәм шул мәл мине гөлләмәләргә күмделәр...» Донъяла опера сәнғәтенең баш ҡалаһы тип танылған Милан сәхнәһендәге кисерештәрен Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы Әлиә Исҡужина шулай тип уртаҡлаша. Италияның Пьеро Каппуччилли исемендәге фонд ҡанаты аҫтында үткән халыҡ-ара вокалистар конкурс-фестивалендә Гран-при яулап, ҡабатланмаҫ тауышы, сағыу матурлығы менән әсир иткән башҡорт ҡыҙын талапсан жюри бәйгелә ҡабынған яңы йондоҙ тип атай.
Моң даръяһы ҡайҙан юл ала? 
   «Гөлназ матур ҡыҙ икән!» – дүрт йәшлек сағында Баймаҡ районы Темәс ауылындағы һабантуйҙа башҡарған ошо йырын һис онотмаҫ Әлиә. Эй ярата ауылдаштары ҡыҙсыҡтың сыңғырҙап торған тауыш менән киң яланды яңғыратып, һандуғас балаһылай талпынып йырлауын, ихласлап ҡул саба. 
   Ул үҙен белгәндән бирле йырлай. Күңелендә гел урғылып торған йырҙы һис кенә лә тыйғыһы килмәй! Хәйер, борон-борондан быуындан быуынға күсеп, һәр күҙәнәгенә һеңгән, бар булмышын биләгән моңдо сиктәргә бикләп буламы ни: даръяны нисек тыяһың?! Данлыҡлы йыраусы-ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужин сыҡҡан аҫыл заттан бит Әлиә! 
   Тик уҡытыусы әсәһе менән ағас эшкәртеүсе атаһы ғына өнәмәй уның йырсы булырға ынты¬лыуын. Сөнки атаһы Әхтәм Әкрәм улы сәхнәнең тылсымлы көсөн дә, сәнғәт кешеләре тормошоноң ни тиклем ҡатмарлы икәнен дә белә: өҙҙөрөп баянда уйнаусы уҙаман оҙаҡ йылдар тыуған ауылы Темәстә клуб мөдире булып эшләгән. Әсәһе Әлфиә Ниғәмәт ҡыҙы иһә Әлиәне табип итергә хыяллана. Ҡыҙ уларҙы ҡайғыртырға теләмәй: «Йырсы булмаһам, журналист һөнәрен һайлаясаҡмын!» – тип уйлай. 
   Ләкин үҫеп, йылдар үткән һайын ул йыр сәнғәтенең илаһи ҡөҙрәте менән нығыраҡ арбала бара: «Бер мәл телевизорҙан билдәле опера йырсыһы Әлфиә Кәримованың сығышын күреп ҡалдым. «Уның кеүек йырлағым килә!» – күңелдә ҡойон уйнатып тыуған был теләк минән көслөрәк ине. Бер ишетеү менән йөрәгемде яулаған романстың Александр Алябьевтың «Һандуғас»ы икәнен һуңынан ғына белдем. Ошо көндән, ихтыярһыҙҙан, Әлфиә Кәримованың ижады, опера сәнғәте менән ҡыҙыҡһына башланым». Һәм шул саҡ һылыу үҙе өсөн ғәжәйеп асыш яһай: опера әҫәрҙәренең һәм ул мөкиббән китеп яратҡан башҡорт халыҡ йырҙарының иҫ киткес оҡшашлығына хайран ҡала.
   Туғыҙынсы класта уҡығанда Буранбай Ҡотдосов исемендәге «Оҙон көй» конкурсында «Шәһүрә – аҫыл ҡыҙ бала» тигән һирәк яңғыраған йырҙы башҡарып, Әлиә икенсе урын ала: «Йырҙа Шәһүрә тигән ҡыҙҙың матурлығы данлана. Арғаяш ерендә тыуған ябай ғына был йырҙың яҙмышымда хәл иткес әһәмиәткә эйә буласағын башыма ла килтерә алмай инем, әлбиттә». 
   Әлиәнең нисек уҡырға ингәне 
Туғыҙынсы кластан һуң Сибайға туғандарына ҡунаҡҡа килгән ҡыҙ ҡала урамы буйлап үткәндә «Сәнғәт колледжы» тип яҙылған йортҡа иғтибар итә. «Йырлап йөрөгән булам, тауышым бармы икән? Тикшереп ҡарайым әле!» – шундай уйҙар менән колледжға йүнәлә. 
   Бына нисек хәтерендә ҡалған ул ҡояшлы көн: «Еңел йәйге футболкала, салбарҙамын, ә колледж коридорҙары буйлап йөрөүсе ҡыҙҙар һәм егеттәр сәхнә кейемендә. Шул мәл аяҡтарым «Вокал бүлеге» тигән ишеккә алып килде. Бүлмәлә бер ир менән бер ҡатын ултыра ине. «Зинһар, тауышымды тыңлап ҡарағыҙ әле?» – ошолай сатнатып өндәшергә нисек ҡыйыулығым еткәндер. Уларҙың баш ҡағыуы булды, «Шәһүрә – аҫыл ҡыҙ бала»ны һуҙҙым. Шунан шиғыр һөйләүемде һоранылар. «Һауаларға уҡ сойорғоттом, ҡарлуғасҡа тейҙе уҡҡынам», – тип Салауат Юлаевтың шиғырын ятлай башлағайным, мөхәббәт тураһында һөйләргә ҡуштылар. «Ундайҙы белмәйем», – тиеүемә апай менән ағай ҡысҡырып көлдө лә: «Иртәгә ятлап, матур күлдәгеңде кейеп кил!» – тип ҡайтарып ебәрҙеләр». 
   Баҡһаң, Әлиә уҡырға инеү имтихандары барған ваҡытҡа тура килгән. Абитуриенттар һынауҙарҙың икеһен биреп, өсөнсөһөнә күскән булған. «Үҙем күлдәк алып килмәгәнлектән, апайым бер әхирәтенең ҡыҙынан алып торҙо. Кеше кейемендә үҙемде ҡыйын тоям. Етмәһә, әсәйем менән атайыма әйтмәйенсә имтихан биреп йөрөүемә борсолам. Шуға күрә ҡырҡ кеше араһынан һынауҙарҙы уңышлы үткән бишәүҙең береһе булыуыма шатлана ла алманым. «Ике көндә документтарыңды килтер», – тиҙәр. Ҡайтып, әсәйем менән атайыма хәбәремде һөйләгәйнем, һүҙһеҙ ҡалдылар. Хыял ҡанатымды ҡайырманы, аңланы ҡәҙерле кешеләрем. Медицина ҡағыҙҙарын тултыра башлаһаҡ, табип отпускыла, уны еләк йыйған аҡландан эҙләп табып, ҡултамғаһын алдыҡ. Документтарҙы әйткән ваҡытҡа тапшырып өлгөрҙөк», – тип һис уйламағанда колледжға инеү та¬рихын һөйләй Әлиә. 
   Дәрестәр башланғас, шул асыҡлана: төркөмдә бөтәһе лә ти¬ерлек башланғыс музыка ғилеменә эйә. Махсус мәктәп бөтөү түгел, нота ла белмәгән ҡыҙға ныҡ тырышырға тура килә. Сәмләнеп, хатта һабаҡташтарын уҙып та китә: колледжды ҡыҙыл дипломға тамамлай. Әлиә талантлы вокал уҡытыусыһы Джон Әхмәт улы Мусинда белем алыуына һөйөнөп бөтә алмай: «Классик жанрҙың бар нескәлектәрен өйрәткән дә, атайҙарса ҡайғыртҡан да ул булды. Иртән мотлаҡ: «Ашап-эсеп килдеңме?» – тип һорар ине. «Юҡ», – тиһәм: «Ашап кил. Ашамаған йырсының тауышы сыҡмай», – тип ҡайтарып ебәрә торғайны». 
   Уйҙар ҡасан ысынға әйләнә? 
   Ҡыҙ иң яҡшы остаздарҙы насип иткәне өсөн Хоҙай Тәғәләгә сикһеҙ рәхмәтле. Бер заман Әлиә «Башҡортостан ҡыҙы» журналында яратҡан йырсыһы Әлфиә Кәримова хаҡында бик матур мәҡәлә менән таныша. Уның танылған педагог Миләүшә Мортазинала уҡыуы күңеленә уйылып ҡала. «Их, мин дә Миләүшә Ғәли ҡыҙында белем алһам ине!» – тип уйлап ҡуя шул саҡ. Уйҙар, баҡһаң, ысынға әйләнә! Өфө сәнғәт институтына ингәс, йондоҙҙар әҙерләүсе уҡытыусы класына эләгеүен яҙмыш бүләге тип ҡабул итә. 
Аҫылташтарҙы гәүһәргә әйләндереүсе оҫта Әлиәнең шәхес булараҡ та, һөнәри яҡтан да үҫеүенә баһалап бөткөһөҙ тырышлыҡ һала, тауышының киң мөмкинлектәрен бөтә ҡеүәтендә балҡыта. Мортазинаның: «Көндәлек күнекмә генә тауышты көслө һәм иркен, саф һәм һығылмалы итеп һаҡлай», – тигәнен алтын ҡағиҙә итеп ала Әлиә. Талапсанлыҡ – остаз тәбиғәтендәге был сифат уҡыусыһына күсеп, һөнәргә, репертуарға ҡарашын билдәләүсе төп бизмәнгә әйләнә. 
   «Минеңсә, йәш башҡарыусы ла, тәжрибәлеһе лә сәхнәгә сыҡҡан һайын, тулҡынланып, халыҡҡа үҙ ижадын еткереүгә лайыҡ икәнен раҫлай. Сығышың залдағы бер кешенең булһа ла күңел ҡылына ҡағыла икән, янып эшләүҙәрең юҡҡа түгел», – ти Әлиә.
   Башҡорт йыры менән опера уртаҡлығы 
«Буранбай» – был йырҙы бер ҡасан да тыныс ҡына тыңлай алмайым, хатта оҫталығы самалы кеше башҡарғанда ла күҙемә йәш эркелә. Халҡымдың азат рухын, үлсәүгә һыймаҫ фажиғәһен, диңгеҙҙәй тәрәнлеген һәм шиғри күңелен асып һалған «Буранбай»ҙы үҙем дә йырлайым. Тик тамашасы хөкөмөнә сығарырға иртәрәк, тип уйлайым», – ҡыҙҙың был һүҙҙәрендә тарихыбыҙға, йырҙарыбыҙға сикһеҙ һөйөү ҙә, уларға үтә һаҡ ҡараш та сағыла. Рухи хазиналарыбыҙҙың ынйыһы булған йыр мираҫын киңерәк өйрәнеү теләге уны БДУ-ның филология факультетына алып килә. Сәнғәт институты менән бер ыңғайҙан университетты ла уңышлы тамамлай өлгөр ҡыҙ. 
   «Башҡорт халыҡ йырҙарының поэтикаһы» – уның шулай тип аталған диплом эше ифрат ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Был турала һылыу сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер: «Йырҙарыбыҙҙың ҡайһыһын ғына алһаҡ та, улар легенда-рийәүәткә нигеҙләнгән һәм һәр береһен сәхнәләштереп, көслө спектакль итеп ҡуйырға мөмкин. Йөкмәткеһен еткереү йәһәтенән дә, башҡарыу үҙенсәлеге буйынса ла улар ғәйәт ҡатмарлы. Тауышың булыу ғына аҙ, ҙур техник оҫталыҡ һәм йөрәктән үткәреү һәләте кәрәк. Был тәңгәлдә уларҙы опера сәнғәтенең аҫыл өлгөһө тип һаналған итальян белькантолары менән тиңләргә була». 
   Алда – донъя сәхнәһе 
   Республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙа дәрәжәле урындарҙы яулап килгән Әлиә быйыл яҙ үҙ көсөн Италияла уҙғарылыусы донъя кимәлендәге бәйгелә – атаҡлы опера йырсыһы Пьеро Каппуччилли исемендәге фонд ойошторған конкурс-фестивалдә һынап ҡарамаҡсы була. Шарттарға ярашлы, башта жюри ҡарамағына өс эш: Глюктың «Орфей һәм Эвридика» операһынан, Бизеның «Кармен»ынан, Сен-Санстың «Самсон һәм Далила»һынан үҙе башҡарған ари¬я¬лар видеояҙмаларын ебәрә. «Саҡырыу телеграммаһы алған көндә башым күккә тейгәндәй булды! – ти һылыу. – Өс арияны ла яратып йырлайым. Ләкин Кармен күңелемә айырыуса яҡын. Ул – ғорур, сағыу, ялҡынлы, шул уҡ ваҡытта бик нескә һәм тәрән күңелле, фажиғә кисергән ҡатын-ҡыҙ. Тормошто сикһеҙ яратыуы, ирек һөйөүе менән көслө. Төҫ-ҡиәфәтем дә уға оҡшап торғанға, ошо образ миңә уңыш килтерер, тигәйнем. Шулай булып сыҡты ла. Икенсе турҙа Милан ҡалаһы сәхнәһендә сығыш яһағандан һуң, мине тамашасылар ҙа, йырсылар ҙа, ойоштороусылар ҙа уратып алды. Бөтәһен дә ҡайҙан килеүем ҡыҙыҡһындыра. Итальянса иркен һөйләшә алмаһам да, аңлатырға тырышам. Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың, Рудольф Нуриевтың тыуған ере Башҡортостандан тигәс, һоҡланыуҙан «аһ» иттеләр. Уҡытыусым Миләүшә Мортазина икәнен белгәс, барыһы ла ҡулдарын йөрәк тәңгәленә ҡуйып, тәрән ихтирамдарын белдерҙе». Моңдар иленән килгән ҡыҙ быны иң ҙур бүләк тип ҡабул итә, бөйөк остаздың шәкерте һәм башҡорт йыр мәктәбенең вәкиле булыуы менән әйтеп бөткөһөҙ ғорурлыҡ кисерә. 
   Гран-при алған Әлиә Исҡужина ошо көндәрҙә һөнәри оҫталығын арттырыу өсөн Италияға барырға йыйына. Мәшһүр яҡташтары Абдразаҡовтар кеүек, ул да тыуған ере данын йыраҡ ҡитғаларға та¬ратыр, моңонан ағылған нур меңдәрсә күңелдәрҙе имләп, яҡтылыҡ һибер, тип ышанабыҙ. 
 
Автор: Альмира Кирәева
Фото: Александр Данилов.
 

Вернуться назад