Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728

Наши новости

ҒАШИҠТАР, ҺЕҘҘЕ КӨТӘБЕҘ! Филармонияның "йондоҙло парҙары" тәҡдим итә.....
БАШКИРСКАЯ МУЗЫКА БУДЕТ ЗВУЧАТЬ В САУДОВСКОЙ АРАВИИ Башкирский "Аргымак" примет участие во "Вселенной кочевников" в Саудовской Аравии.....
“ЙОНДОҘҘАР ПАРАДЫ – БЕҘҘӘ!” «8 кистә 80 йондоҙло йыл» проекты сиктәрендә. Эстрада тарихы.....
Юношеская филармония Башкортостана представила концерт классической музыки В Башкирской филармонии продолжает свою работу уникальный проект «Юношеская филармония Республики Ба.....
ЗВУЧАЛА ПЕСНЯ НА ДВОИХ... 8 февраля на сцене Большого зала Башкирской филармонии с успехом прошел концерт «Песня на двоих».....
МУЗЫКАЛЬНОЕ ПРИНОШЕНИЕ РОДНОЙ РЕСПУБЛИКЕ ОТ ФИЛАРМОНИИ Нынешний год для нашей республики является особенным. Мы отмечаем 100-летие образования Республики Б.....
Национальный оркестр народных инструментов РБ представил программу «Пой, моя республика!» Программу «Пой, моя республика!» посвятили празднованию 100-летия со дня образования Башкортостана.....
ГЕЛ БЕРГӘ! Тауыштарҙы йәлләмәйек, дуҫтар!.....
«ПОГОВОРИМ?!...»: ПРОДОЛЖЕНИЕ СЛЕДУЕТ… К юбилею филармония запустила несколько премьерных проектов. Один из них – цикл вечеров для всей сем.....

Независимая оценка качества оказания услуг

ПРОЙТИ ОПРОС

Архив

Статьи

Новости

Полезное

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Февраль 2019

Учредители

Министерство культуры Республики Башкортостан

 

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Культура. Гранты России

  

ПрессаУҢ ҠУЛЫНДА БУЛЫР ҠУРАЙЫ

Вернуться назад

УҢ ҠУЛЫНДА БУЛЫР ҠУРАЙЫ

Автор: Эльнара Шафиҡова / Башгосфилармония

Дата: 21.09.2018

"Башҡортостан" гәзите

Милли музыка ҡоралының данын арттырыр ир-азаматтарыбыҙ бар.
   Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин милли сәнғәтебеҙгә һәләтле ҡурайсы, күп ҡырлы музыкант булып килеп инде. Артабан ул республикабыҙҙың берҙән-бер Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрына нигеҙ һалыусы булараҡ танылды. Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдары үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн күп диплом-грамоталар менән бүләкләнде. Әле Рәмил Мәүлит улының “Урал ауазы” халыҡ-ара оркестрҙар һәм халыҡ уйын ҡоралдары ансамблдәре конкурс-фестивале” ижади проекты Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итә. 
 
Ябай көпшәгә өрөп…
   …Инйәр буйы. Бесән сабыу мәле. Рәмил был күп көс талап иткән һөнәрҙе беренсе класта уҡ үҙләштерә. Бесән саба беләһең икән, тимәк, һин – ысын ир-егет. Бер мәл иртән Рәмилдең ныҡ итеп теше һыҙлай.    Әсәһенең дауаханаға алып барыр әмәле юҡ, сөнки бөткөһөҙ донъя мәшәҡәттәрен яңғыҙы тарта. Атайҙары 31 генә йәшендә, ҡатынын алты бала менән ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә. Иң кескәйҙәре Рәмилгә ни бары бер генә йәш була. 
Фәүзиә апай улына:
   – Мә, ошоға өрһәң, баҫылыр, – тип ҡурай үләнен тоттора. Рәмил, үҙе белгәнсә тишектәр уйып, ҡурайын быжылдата башлай. Беренсенән, малайҙың теш һыҙлауы баҫылғандай булһа, икенсенән, ҡурайҙа өлкәндәр һымаҡ тауыштар сығара алыуы уны дәртләндерә. Ошо ябай ғына көпшә бәләкәй малайҙың ғүмерлек юлдашына әйләнер, киләсәктә уны оҫта ҡурайсы итеп донъяға танытыр тип кем уйлаған?
   Дүртенсе класҡа Белорет мәктәп-интернатына барғас, Мөхәррәм Сәлимов етәкселегендәге түңәрәктә ҡурайҙа уйнау нескәлектәрен үҙләштерә үҫмер. Татлы ауылы клубында беренсе тапҡыр “Азамат” көйөн башҡарып, халыҡты хайран иткәнен бөгөнгөләй хәтерләй музыкант. Рәмил Ғәйзуллин өсөн был артабанғы ижади юлында Өфөгә барып ҡурай йүнәлеше буйынса уҡырға инергә, юғарыға үрләргә, киләсәккә ышаныс менән ҡарарға ҙур этәргес бирә. 
Башта ул сәнғәт училищеһында белем ала, артабан сәнғәт институтында Башҡортостандың халыҡ артисы Ришат Рәхимов етәкселегендә ҡурай серҙәренә өйрәнә. Шул уҡ ваҡытта БАССР-ҙың халыҡ артисы Ғата Сөләймәновтан оҫталыҡ дәрестәре ала.
   Рәмил Ғәйзуллин 1987 йылдан алып – Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы. Профессиональ хеҙмәт юлын ул Рамаҙан Йәнбәков бригадаһында башлай. Баймаҡ, Белорет райондарында үткән беренсе гастролдәр әле һаман күҙ алдымда, ти Рәмил Мәүлит улы. Халҡыбыҙ һандуғастары Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Роза Аккучукова, Фәнил Ишморатов, Миңлеғәли Ханов, Фәрит Шәйхетдинов кеүек сәхнә әһелдәрен берләштергән төркөмдө бөтә ерҙә ихлас ҡаршы алалар, алҡышлап оҙаталар. Шулай уҡ йәш кешегә Асия һәм Илфак Смаҡовтар менән бергә ижад итеү ҙур тәжрибә була. Бер аҙҙан Рәмилде республикабыҙҙың иң олпат коллективтарының береһе “Йәдкәр”гә алалар. Һәләтле йәш артисты коллектив шунда уҡ үҙ итә. Республикабыҙҙың төп мәҙәни усағында эшләгән осорҙа Рәмил Мәүлит улы Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын, Силәбе сәнғәт һәм мәҙәниәт академияһының дирижерҙар бүлеген тамамлай. 
    Ҙур хыялдар менән янып йөрөгән егет бер аҙҙан үҙ төркөмөн булдыра. Унда бер генә кеше – үҙе. Кеше-оркестр, тип таный башлайҙар сәхнә оҫтаһын. 
 
Тарихҡа ингән оркестр
   Төрлө халыҡтарҙың үҙҙәренең милли оркестры булыуына ҡарап, эх, беҙҙә лә үҙебеҙҙекен ойошторорға ине, тип уйлай Рәмил Мәүлит улы. Музыканттың был ниәтен етәкселек хуплап ҡаршы ала. Һөҙөмтәлә уның тырышлығы менән 2001 йылда Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры барлыҡҡа килә. Коллективҡа ҡырҡтан ашыу музыкант эшкә алына һәм бөгөн уның репертуарында өс йөҙҙән ашыу әҫәр бар.
Рәмил Ғәйзуллин оркестрға 15 йыл етәкселек итә. Ошо осорҙа коллектив Рәсәйҙең байтаҡ төбәгендә сығыш яһап, республикабыҙҙың мәҙәни йөҙөн күрһәтеп, данға күмелә. Бынан тыш, оркестр ике тапҡыр халыҡ-ара, бер тапҡыр ил конкурсында гран-при яулай, Рәсәйҙең беренсе Президенты призына лайыҡ була, Ҡазанда, Мәскәүҙә үткән конкурс-фестивалдәрҙә беренсе дәрәжә лауреат була. Быларҙың барыһы ла – Рәмил Ғәйзуллиндың фиҙакәр хеҙмәт һөҙөмтәһе.
 
“Урал ауазы”
   Һуңғы һигеҙ йыл эсендә Рәмил Ғәйзуллинға донъяның 34 оркестры менән бер сәхнәлә сығыш яһау бәхете тейә. Төрлө фестиваль-конкурстарҙа ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Шулай илдәр буйлап гиҙә торғас, уға бер уй килә: халыҡ музыка ҡоралдары оркестрҙары ҡатнашлығында халыҡ-ара конкурс ойоштороу. Был хыялды тормошҡа ашырыу өсөн сәхнә оҫтаһына күп көс түгергә тура килә. Һөҙөмтәлә тәүге бәйгелә үк, республикабыҙ ансамблдәренән тыш, Ҡытайҙан, Төньяҡ Осетиянан да коллективтар ҡатнаша. Конкурстың үҙ шарты бар: оркестрҙар башҡарған әҫәрҙәренең береһе мотлаҡ башҡорт халҡының музыкаһы булырға тейеш.
   Милли мәҙәниәт үҫешенә тос өлөш индергән, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарына ҡарата һөйөү, һоҡланыу, ғорурланыу тойғолары уятҡан, күңелдәрҙә милли рух тәрбиәләгән Рәмил Ғәйзуллин Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына, һис шикһеҙ, лайыҡ.

Вернуться назад