Наши новости
ҒАШИҠТАР, ҺЕҘҘЕ КӨТӘБЕҘ!
Филармонияның "йондоҙло парҙары" тәҡдим итә.....
БАШКИРСКАЯ МУЗЫКА БУДЕТ ЗВУЧАТЬ В САУДОВСКОЙ АРАВИИ
Башкирский "Аргымак" примет участие во "Вселенной кочевников" в Саудовской Аравии.....
“ЙОНДОҘҘАР ПАРАДЫ – БЕҘҘӘ!”
«8 кистә 80 йондоҙло йыл» проекты сиктәрендә. Эстрада тарихы.....
Юношеская филармония Башкортостана представила концерт классической музыки
В Башкирской филармонии продолжает свою работу уникальный проект «Юношеская филармония Республики Ба.....
80-ый концертный сезон
Апрель 2019.....
ЗВУЧАЛА ПЕСНЯ НА ДВОИХ...
8 февраля на сцене Большого зала Башкирской филармонии с успехом прошел концерт «Песня на двоих».....
МУЗЫКАЛЬНОЕ ПРИНОШЕНИЕ РОДНОЙ РЕСПУБЛИКЕ ОТ ФИЛАРМОНИИ
Нынешний год для нашей республики является особенным. Мы отмечаем 100-летие образования Республики Б.....
Национальный оркестр народных инструментов РБ представил программу «Пой, моя республика!»
Программу «Пой, моя республика!» посвятили празднованию 100-летия со дня образования Башкортостана.....
ГЕЛ БЕРГӘ!
Тауыштарҙы йәлләмәйек, дуҫтар!.....
«ПОГОВОРИМ?!...»: ПРОДОЛЖЕНИЕ СЛЕДУЕТ…
К юбилею филармония запустила несколько премьерных проектов. Один из них – цикл вечеров для всей сем.....
Независимая оценка качества оказания услуг
Абонементы
ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ
Продажа билетов онлайн
Получить всю информацию о наличии и стоимости билетов теперь легко: не выходя из дома, с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.
Новости ⇒ «ДАЛАН»ДАР – ГӨРЛӘШӘ, ЯҠТАШТАР - ОСРАША!
«ДАЛАН»ДАР – ГӨРЛӘШӘ, ЯҠТАШТАР - ОСРАША!
Автор: Башгосфилармония
Дата: 16.11.2018
Артур Туҡтағолов етәкселегендәге легендар «Далан» эстрада төркөмө милләттәштәрәбеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә гастролдәр менән булып ҡайтты
Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов етәкселегендәге легендар «Далан» эстрада төркөмөнөң милләттәштәрәбеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә гастролдәре дауам итә.
Был юлы ижади төркөм Ханты-Мансы һәм Ямал-Ненец автономиялы округында йәшәгән яҡташтарыбыҙ менән осрашып, йырлы-моңло программаларын бүләк итте. Гастролдәр 31 октябрҙән алып 10 ноябргә тиклем дауам итте. Әйтергә кәрәк, «Далан»дың концерттарын был яҡтарҙа һәр саҡ көтөп алалар. Муравленко, Ноябрьск, Радужный, Түбәнге Сортым, Ханты-Мансы, Лянтор, Сорғот, Федоровский, Лангепас ҡалаларында ҙур уңыш менән тамаланған гастролдәр быға асыҡ дәлил.
Ханты-Мансы автономиялы округында йәшәүсе яҡташыбыҙ Ришат Йәдкәр башҡорт йыр-моңон үҙ итеп кенә ҡалмаған, ә матур хәтирәләр ҡалдырып, телебеҙҙе һаҡлауға үҙ өлөшөн индереп, шиғыр юлдарын ҡағыҙға һалып ижади коллективҡа уҡып ишеттерҙе:
«Ҙур сәфәрҙән, Себер яҡтарынан
Ҡайттыҡ тыуған Башҡортостанға.
Ил гиҙгәндә тағы бер инандыҡ
Берҙәмлектең көсө булғанға!
Урал тауын, тайгаларҙы кисеп
Барҙыҡ беҙ яҡташтарҙы күрергә.
Йырлап-бейеп күңел асҡан саҡта
Дуҫлыҡ ебен ишеп үрергә!
Рух күтәрҙек, күҙгә күҙ ҡараштыҡ,
Ҡан-ҡәрҙәш менән аралаштыҡ!
Ниндәй генә ерҙә йәшәhәң дә,
Теле барҙың, иле бар икәнен аңлаштыҡ.
Йыр-моңдарыбыҙ Себерҙе яңғыратты,
Йән сафлығын, дуҫлыҡ, татыулыҡты яңыртты!
100 йыл түгел, ә 1000 йыл йәшә, Башҡортостан,
Һине данлап гел йырлар "Далан"!
Унда хеҙмәт, ижад иткән һәр бер балаң
Иле, теле, дине hәм еренә тоғро ҡалған!»
Бына шундай матур шиғырҙар тыуҙырырға илһам бирә беҙҙең «Далан» тамашалары! Һеҙҙе ҙә, дуҫтар, «Далан» эстрада төркөмөнөң йырлы-моңло концерттарында көтәбеҙ. Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ. Осрашҡанға тиклем!