Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031

Наши новости

81-ый концертный сезон Октябрь 2019.....
ВНИМАНИЕ, КОНКУРС!!! Объявляется набор на творческие должности......
ВНИМАНИЕ! КОНКУРС! Башкирская филармония объявляет о проведении конкурсных прослушиваний на должности в хоровую капеллу.....
Артисты Башкирской филармонии выступили в мероприятии ко Дню семьи, любви и верности 8 июля в Башкортостане состоялось масштабное мероприятие, посвящённое Дню семьи, любви и верности......
С Днем Семьи, Любви и Верности! Башкирская филармония поздравляет с праздником!.....
ҺАБАНТУЙҘАР ДАУАМ ИТӘ! Байрамға рәхим итегеҙ, милләттәштәр!.....
СКОРБИМ И ПОМНИМ! Сегодня, 19 июня 2019 года, скончался заслуженный артист БАССР, артист балета, почетный ветеран Башк.....
В Уфе завершился Международный фестиваль искусств “Сердце Евразии” Вчера, 16 июня, грандиозным гала-концертом завершился Международный фестиваль искусств «Сердце Евраз.....
«Алга, Башкирия! Вперед, Башкортостан!» - в уфимском амфитеатре отметили 100-летие республики Вчера, 14 июня, в рамках Международного фестиваля искусств «Сердце Евразии» прошел грандиозный конце.....

Независимая оценка качества оказания услуг

ПРОЙТИ ОПРОС

Архив

Статьи

Новости

Полезное

Юбилей Республики

100-летие образования Республики Башкортостан

ОФИЦИАЛЬНЫЙ САЙТ

для размещения информации о государственных (муниципальных) учреждениях

75 лет Победы!

Поздравляем с праздником Великой победы!

Интернет-проекты

Спасибозавсе.рф

Абонементы

Наши абонементы

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Сентябрь - октябрь 2019

Учредители

Министерство культуры Республики Башкортостан

 

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Культура. Гранты России

  

НовостиБАШҠОРТ ЭСТРАДАҺЫНДА РЕВОЛЮЦИЯ! АФАРИН, ТИМУР!

Вернуться назад

БАШҠОРТ ЭСТРАДАҺЫНДА РЕВОЛЮЦИЯ! АФАРИН, ТИМУР!

Автор: Башгосфилармония

Дата: 07.12.2018

Был концертты беҙ генә түгел, тамашасы ла түҙемһеҙләнеп көттө...

      Был концертты беҙ генә түгел, тамашасы ла түҙемһеҙләнеп көттө. Сөнки Тимурҙың ижадын күҙәтеп барып, ул үҙе ижад иткән йырҙарына ғашиҡ булмай мөмкин түгел.   Мәғәнәле, еңел ҡабул ителә торған көй, аранжировка һәм, әлбиттә, ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле моң - барыһы ла бар уның яңы ғына эстрадабыҙға етди аяҡ баҫҡан «йәш» ижадында. 
      6 декабрь бихисап халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, «Карауан» эстрада төркөмө солисы Тимур Рамаҙан тәүге концертын тәҡдим итте.  Тамашаның режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡароваға тағы ла «Афарин!» тип әйтергә ҡала. Бар яҡтан да уйланылған программа – йырҙар тематикаһы, сағыу костюмдар, һәр бер йырҙың үҙенсә бер бәләкәй спектакль булыуы, юмор, алып барыусылар сығышы самалы булыуы – тамашаны   юғары кимәлгә күтәрҙе, ыңғай баһалар алды. Шуларҙың бер нисәһе...  
       ГҮЗӘЛ ЗАРИПОВА, «Ашҡаҙар» радиоһы баш мөхәррире «Юлдаш» радиоһы алып барыусыһы:
    - Йәшәйбеҙ, донъя көтәбеҙ, тормоштоң ҡатмарлы юлдарын һүтәбеҙ... Ярай әле шул юлдарҙы балҡытыр йырҙар һәм йырсыларыбыҙ бар. Бөгөн филармонияла Тимур Рамазандың тәүге ҙур концерты үтте. Эшләгәс, тамашаны шулай эшләргә кәрәк икән ул. Сәхнә биҙәлеше, ут, 3D-эффекттар, костюмдар, бейеүҙәр, ялҡытмай торған программа, оҫта алып барыусылар һәм, әлбиттә, Тимурҙың ҡабатланмаҫ моңо - барыһы ла оҡшаны. Афарин, егет! Юлыңды артабан да шулай дауам ит, ҡаршылыҡтар бер ҙә осрамаһын. 
       ГӨЛНУР ҠЫУАТОВА, журналист:
    - Башҡорт эстрадаһында революция! Быны мин Тимур Рамазандың концертын ҡарағандан һуң ҡурҡмайынса әйтә алам! Был тиклем бар яҡтан килгән тамашаны ла, йырсыны ла күргәнем юҡ ине әле! Быйылғы миҙгелдә тәүге тапҡыр 100 %-ҡа күңел байрамы алып ҡайттым.
      Йырсылар, айырыуса йәш ижадсылар!!! Һеҙгә өлгө һәм күрһәткес бар, нисек ижад итергә һәм концерт эшләргә Тимурҙан өйрәнегееееееҙ!
    Вокал - юғары кимәлдә, йырҙар тематикаһы күп төрлө, сәхнә костюмдары килешле һәм заманса, тере тауыш, бейеү ҙә, юмор ҙа сама менән һәм урынлы. Солянка түгел, башлыса байрам хужаһының йырҙары булды. Ә ут һәм 3D форматындағы биҙәлеш концерттан ысын шоу яһаны. Хатта һәр йыр үҙе бер айырым мини-шоу булды!
      P.S. Башҡорт һәм Башҡортостан эстрадаһының иҫәпһеҙ-һанһыҙ "йондоҙҙары", йәштәре! Ҡайҙа һеҙ?! Бер-берегеҙҙең концертына йөрөмәй, йырҙарын тыңламай тороп, нисек ижад итергә йыйынаһығыҙ ул? Бер-берегеҙҙе күтәрмәһәгеҙ һеҙҙе кем күтәрә?! Һәр хәлдә, Тимур үҙенең тәүге концерты менән барығыҙҙың да танауына сиртте! Кемдәр күрмәгән үкенеп ултырасаҡ.  Афарин, Тимур! Әгәр артабан да ошондай йүнәлештә эшләһәң, һине тик уңыштар ғына көтә! 
      Тамашаның геройы Тимур Рамаҙан концерттан һуң үҙе лә тәҫьораттары уртаҡлашты.
     - Әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ниндәйҙер күтәренке тойғолар баҫып алған мине. Тулыһынса ышанып та етмәйем һаман… Әммә шуны әйтергә кәрәк, был беренсе ҙур концертым миңә артабан шәхси карьераны дауам итер өсөн ышанысымды арттырҙы. Был бары һы ла тамашасылар ярҙамы менән – һәр сығышымды йылы ҡабул итеүҙәре, алҡыштарға күмгәндәре арҡаһында. Концертымды ойошторорға ярҙам итеүселәргә һәм тамашасыларыма ҙур рәхмәттәремде еткерәм! Янып, ялҡынланып ижад итәйек, йәшәйек, тормош көтәйек!
      Нимә тип әйтергә ҡала? Тимур Рамаҙандың зауыҡлы концерт программаһы һәр быуын тамашасыһында матур тәҫьораттар ҡалдырыуы, күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын тибрәтеүе, бөтә килгән халыҡ өсөн оло байрамға әйләнеүенә бик шатбыҙ. Афарин, Тимур! Туҡталып ҡалма! Матур итеп башлаған ижад юлыңды матур дауам итергә яҙһын, яңынан-яңы хиттар тыуып торһон!  
 
Фото: КИНЬЯ КУТЛУГУЛОВ
 
 

Вернуться назад