Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031

Наши новости

Юбилейный выпуск газеты "ФиларМОҢиЯ" Сегодня у нас большой праздник - мы отмечаем 80-летие родной филармонии!.....
ОТМЕНА КОНЦЕРТА! Концерт "О ЧЁМ ПОЮТ МАЛЬЧИШКИ?!" 23 мая отменен!.....
Международный фестиваль искусств «Сердце Евразии-2019» До старта главного события лета – IV Международного фестиваля искусств «Сердце Евразии» – остается ч.....
С днём Великой Победы! День Победы – великий, всенародный праздник, который принято называть праздником со слезами на глаза.....
С Международным Днем Джаза! Башкирская филармония поздравляет все джазовое сообщество и, конечно же, своих джазменов - ЭДО и Биг.....
ТАНЕЦ – ЖИЗНЬ! 29 апреля вся мировая общественность отмечает Международный день танца......
#ЭДОTheBest Вчера, 27 апреля, в Большом зале Башкирской филармонии с успехом прошла программа «ЭДО. 20 ЛЕТ. THE .....
БЕЛОРУСЫ ЧИТАЮТ ХЫЗЫРОВА Рассказ Вахита Хызырова опубликовали в белорусском журнале «Нёман».....

Независимая оценка качества оказания услуг

ПРОЙТИ ОПРОС

Архив

Статьи

Новости

Полезное

Юбилей Республики

100-летие образования Республики Башкортостан

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Учредители

Министерство культуры Республики Башкортостан

 

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Культура. Гранты России

  

НовостиИҢ ЯҠШЫ КӨН - 2!

Вернуться назад

ИҢ ЯҠШЫ КӨН - 2!

Автор: Башгосфилармония

Дата: 20.02.2019

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арнала

   Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы быйыл үҙенең 80-се ижад миҙгелен билдәләй. Мәртәбәле датаның Башҡортостан республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған мәлгә тура килеүе, мәҙәни усаҡтын юбилейына тағы ла әһәмиәт өҫтәй. Миҙгел дауамында филармонияла береһенән-береһе сағыуыраҡ тамашалар уҙғарыла. Байтаҡ яңы проекттар барлыҡҡа килде: «8 кистә 80 йондоҙло йыл», «Оҙон-көй» концерттар циклдары, камера музыкаһы фестивале һәм башҡалар.
   Филармонияла 2-се март үтәсәк «ИҢ ЯҠШЫ КӨН - 2» проекты ла тап ошо оло датаға арналған. Был көндө республиканың төп мәҙәни усаҡтарының береһе музыкаль марафон иғлан итә. Бындай киң сараны филармония икенсе тапҡыр ойоштора. Тәүге тапҡыр был проект 2017 йылда ҙур уңыш менән үткәйне. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн филармония ишектәре иртәнге 11-ҙән киске 10-ға тиклем асыҡ буласаҡ. Сөнки тап ошо ғына көндә тамашасылар төрлө жанрҙағы - классиканан алып джаз, этника һәм эстрада йүнәлешендәге 10 концерт ҡарай аласаҡ. Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ИҢ ЯҠШЫ КӨН - 2 марафонында мәҙәниәт усағының иң яҡшы солистары, коллективтары, ижади көстәре ҡатнаша. Байрамға килгән һәр тамашасыны үҙенсәлекле бүләктәр, төрлө оҫталыҡ дәрестәре көтә. Балалар өсөн айырым программа ҡаралған. Бынан тыш яратҡан артистар менән осрашып, фотоға төшөп, уларҙан автограф алыу мөмкинселеге лә буласаҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, музыкаль марафонды ойоштороусылар был көндө филармонияға килгән һәр кем күңеленә хуш килгән концерт ҡарап, рәхәтләнеп ял итеп ҡайта аласаҡ, тип вәғәҙә итә. 
   «Иң яҡшы көн»дө тәүгеләрҙән булып сәхнәгә йәш йондоҙҙар: ФИЛАРМОНИЯНЫҢ БАЛАЛАР АКАДЕМИЯҺЫ – халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика конкурстары еңеүселәре «Салауат» бейеү студияһы (етәкселәре Маргарита һәм Рөстәм Ғәндәлиповтар) һәм МАЛАЙҘАР ХОР КАПЕЛЛАҺЫ (етәксеһе Клим Калитов) сығасаҡ. 
Артабан инде филармония артистары музыка һөйөүселәрҙең иң кескәйҙәрен - өс йәшкә тиклем балаларҙы көтөп ҡала. Бына инде алтынсы миҙгел ҙур уңыш менән барған «МУЗЫКАНЫ БЕРГӘ ТЫҢЛАЙБЫҘ» проекты был көндө үҙ тамашасыларына йәнә сағыу программа әҙерләй. 
   Ә инде джаз һөйөүселәрҙе 13:00 сәғәттә Олег Ҡасымов етәкселегендәге ЭСТРАДА-ДЖАЗ ОРКЕСТРЫ менән йәнле осрашыу, 16:00 сәғәттә ОЛЕГ КИРЕЕВтың «ОРЛАН» джаз ансамбле ҡатнашлығында «ҠОМ ФАНТАЗИЯ»һы проекты тәҡдим ителәсәк. Ике коллектив та джаз өлкәһенән иң популяр булған көйҙәрҙән торған концерт әҙерләй. 
   Романтиктарҙы ла урап үтмәгән ойоштороусылар. Романс яратыусыларҙы Музыкаль-әҙәби лекторий артистары тәҡдим итәсәк «РАМАНТИКА РОМАНСА» программаһы көтә.
  2016-сы йылда Башҡорт дәүләт филармонияһы Бөтә Рәсәй ВИРТУАЛЬ КОНЦЕРТ ЗАЛЫ проектына ҡушылды. Был проекттың төп маҡсаты – республикабыҙҙың төпкөл ауыл-райондарында йәшәгән халыҡты донъя классикаһы менән таныштырыу һәм, әлбиттә, Башҡортостанды Рәсәйҙең берҙәм мәҙәни киңлектәренә йәлип итеү. 2 март көндөҙгө сәғәт 3-тә был юлы Мәскәү филармонияһы залынан «Музыка мировой анимации» концертының тура транслацияһы буласаҡ. 
   Республикабыҙҙың визит карточкаһы булған уникаль коллектив ХАЛЫҠ МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫ МИЛЛИ ОРКЕСТРЫ (етәксеһе - Линар Дәүләтбаев) һуңғы ваҡытта тамашасыларҙы концерттары менән йыш ҡыуандыра. «Иң яҡшы көн» проекты сиктәрендә коллектив үҙенең иң сағыу композицияларынан торған программа бүләк итәсәк. 
   17.00 сәғәттә Орган залында КАМЕРА ОРКЕСТРЫ сығыш яһаясаҡ. Киске сәғәт 6-ла халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Эльвира Ямалова «БӨТӘ ҒАИЛӘ ӨСӨН КОНЦЕРТ» тәҡдим итә. Һәм, ниһәйәт, 19.00 сәғәттә Ҙур залда «8 кистә 80 йондоҙло йыл» концерттар циклының 5-се кисе. «ЙОНДОҘҘАР ПАРАДЫ – БЕҘҘӘ!» программаһында 80 йыллыҡ эстрадабыҙ тарихы күрһәтеләсәк һәм улай ғына ла түгел, легендар йырсыларыбыҙ менән филармония солистары бер сәхнәлә сығыш яһаясаҡ. 
   2 МАРТ! «ИҢ ЯҠШЫ КӨН-2»лә филармония һеҙҙе көтә!   
 

Вернуться назад