Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Наши новости

«Аргымак» стал обладателем гран-при на Международном этнофестивале «Вселенная кочевников» Башкирская этно-рок группа «Аргымак» удостоилась гран-при на Международном этнофестивале «Вселенная .....
Уикенды в классическом стиле Где в Уфе можно посетить классические концерты самых разных составов, будь то камерный оркестр или д.....
АЛҒА, ЕГЕТТӘР! "Карауан" солистары өсөн тауыштар юллайыҡ!.....
В Башкирской филармонии большим хороводом проводили зиму! Вчера, 9 марта, в Башкирской филармонии праздновали один из любимейших праздников россиян, который з.....
С 8 Марта! Красивой Весны вам, милые, любимые, единственные! Поздравление Башкирской филармонии с главным женским праздником!.....
МУЗЫКАЛЬНЫЕ БЛИНЫ ОТ ФИЛАРМОНИИ!!! Почему музыкальные, спросите вы... Да потому что музыку и блины мы вам гарантируем!.....
БГФ им. Х. Ахметова представила пятый концерт из цикла «80 звёздных лет за 8 вечеров» В рамках марафона «Самый лучший день – 2» состоялся пятый концерт юбилейного проекта «80 звёздных ле.....
Совместная благотворительная акция Башкирской филармонии и Серебряных волонтёров для детей с ОВЗ Сегодня в рамках филармонического марафона «Самый лучший день – 2» в состоялась совместная благотвор.....
В Башкирской филармонии стартовал масштабный марафон «Самый лучший день – 2» Двери филармонии будут открыты для посетителей в течение всего дня – с 11 до 22 часов.....
Музыка non-stop: Башкирская филармония приглашает на «Самый лучший день - 2!» Этот марафон проводится во второй раз. Два года назад, в 2017 году, зрители уже имели удовольствие о.....

Независимая оценка качества оказания услуг

ПРОЙТИ ОПРОС

Архив

Статьи

Новости

Полезное

Юбилей Республики

100-летие образования Республики Башкортостан

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Учредители

Министерство культуры Республики Башкортостан

 

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Культура. Гранты России

  

НовостиЮБИЛЕЙЫҒЫҘ МӨБӘРӘК БУЛҺЫН!

Вернуться назад

ЮБИЛЕЙЫҒЫҘ МӨБӘРӘК БУЛҺЫН!

Автор: Башгосфилармония

Дата: 15.03.2019

Бөгөн Рамаҙан Йәнбәковҡа - 85 йәш!

   Бөгөн башҡорт йыр сәнғәтенең аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ артисы, башҡорт Оҙон-көйө оҫтаһы РАМАЗАН ФӘТХУЛЛА улы ЙӘНБӘКОВтың ТЫУҒАН КӨНӨ - 85 ЙӘШ!!!
Мәшһүр йырсыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ғүмер теләйбеҙ! 
    Рамазан Фәтхулла улы Йәнбәков 1934 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Байыш ауылында тыуған. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Сабый сағынан уҡ етемлек михнәттәрен күрә. Атаһы Фәтхулла Йәнбәков, билдәле ҡурайсы, һуғышта батырҙарса һәләк була. Әсәһе лә йәшләй генә мәрхүм булып ҡала. Башта Байыш мәктәбендә белем ала. Унан1-се Этҡол мәктәбендә уҡый. Мәктәп йылдарында уҡ художестволы үҙешмәкәрлек концерты менән сығыш яһай.
   Рамазан Йәнбәков 1-се Этҡол балалар йортонда тәрбиәләнгән осорҙа мәшһүр оҙон көй оҫтаһы Хөсәйен Әхмәтов йәш һәләттәрҙе һайлап алыу өсөн Баймаҡҡа килә. 13 йәшлек Рамазан Буранбай йырын һуҙа. Арҙаҡлы компизитор, был егет халыҡ гәүһәре, тыуған төйәгенең рухы тип билдәләй.
   1957—1959 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Радиотапшырыуҙар һәм телевидение буйынса комитеттың хор солисы була.
   1961 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлай. Шул уҡ йылда Өфө музыка-педагогия училищеһында уҡытыусы булып эш башлай.
   1963—1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-вокалисы була. Концерт бригадаһы менән етәкселек итә.
 
Оҙон көй башҡарыу традицияларын дауам итеүсе. Үҙенсəлекле, бай һəм йомшаҡ тауышлы йырсы.
Башҡарыу манераһы йыр асылын тəрəн аңлау, уны нескə тойомлау, сағыу образлылыҡ менәнн айырылып тора. Бөтә СССР буйлап гастролдəрҙə йөрөй.
Репертуарына классик башҡорт халыҡ йырҙары «Абдрахман кантон», «Ерəн ҡашҡа», «Ильяс», «Сəлимəкəй», «Сибай», «Уйыл», «Шəүрə», «Элмəлек», «Юлғотло» инә.
Шулай уҡ М. М. Вəлиев, З. Ғ. Исмəғилев, Т. Ш. Кəримов, Ш. З. Ҡолбарисов, Х. Ф. Əхмəтов һәм башҡаларҙың йырҙарын һəм романстарын башҡара.
Рамазан Йәнбәков Дилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улы, Сөләймән Абдуллин, Мәҙкүрә Әхмәҙиева, Ғилман Сәфәрғәлин менән бер рәттән башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу мәктәбенең сағыу вәкиле булып танылды.
 

Вернуться назад