Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930

Наши новости

СКОРБИМ И ПОМНИМ! Сегодня, 19 июня 2019 года, скончался заслуженный артист БАССР, артист балета, почетный ветеран Башк.....
В Уфе завершился Международный фестиваль искусств “Сердце Евразии” Вчера, 16 июня, грандиозным гала-концертом завершился Международный фестиваль искусств «Сердце Евраз.....
«Алга, Башкирия! Вперед, Башкортостан!» - в уфимском амфитеатре отметили 100-летие республики Вчера, 14 июня, в рамках Международного фестиваля искусств «Сердце Евразии» прошел грандиозный конце.....
Второй день "Сердца Евразии" подарил уфимцам симфонический праздник Второй день фестиваля «Сердце Евразии» прошёл в давно знакомом горожанам формате «симфоночи»......
В Уфе состоялась премьера - Первый бал «Сердца Евразии» Вчера, 13 июня, уфимский амфитеатр превратился в большую танцевальную площадку. Фестиваль 13 июня ст.....
Первый день форума «Сердца Евразии – 2019» посетило 45 000 человек В четвёртый раз столица Башкортостана радует своих жителей, гостей города и зрителей по всему миру м.....
К Празднику национального костюма присоединилось более трех тысяч человек Вчера жители и гости города в ярких самобытных костюмах прошлись по центру Уфы.....
Сегодня в Конгресс-холле "Торатау" состоялась пресс-конференция по Международному фестивалю искусств "Сердце Евразии" Сегодня в Уфимском амфитеатре за Конгресс-холлом стартует один из самых масштабных фестивалей Башкор.....
С Днем России! С Днем города Уфы! 12 июня россияне отмечают свой главный национальный праздник - День России. В этот же день и город У.....
Пресс-конференция по фестивалю «Сердце Евразии» 12 июня в Конгресс-холле «Торатау» состоится пресс-конференция по IV Международному фестивалю искусс.....

Независимая оценка качества оказания услуг

ПРОЙТИ ОПРОС

Архив

Статьи

Новости

Полезное

Юбилей Республики

100-летие образования Республики Башкортостан

Абонементы

Наши абонементы

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Учредители

Министерство культуры Республики Башкортостан

 

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Культура. Гранты России

  

НовостиБЕЛОРЕТТЫҢ МОҢЛО ЕГЕТЕ

Вернуться назад

БЕЛОРЕТТЫҢ МОҢЛО ЕГЕТЕ

Автор: Башгосфилармония

Дата: 03.04.2019

Күптән түгел халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Искәндәр Ғәзизовтың концерты үтте

   Урамда яҙ! Тормош мәшәҡәттәренә ҡарамай, көндәлек эштәргә иғтибар итмәй, тамашаға ҡанатланып, көйлө-моңло, юмористик сюжетлы программаны күрергә килеүселәр күп ине. Залда «алма төшөрлөк тә урын юҡ». Ҡанатланмаҫлыҡмы ни һуң бындай тамашаларҙан һуң?! Былар барыһы ла үптән түгел Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Далан» төркөмө солисы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Искәндәр Ғәзизовтың концерты хаҡында. Йырсы булыу Искәндәрҙең булмышына яҙылғандыр. Уның моңло ла, һағышлы ла, дәртле лә, сағыу ҙа концертын ҡарап халыҡ, донъя мәшәҡәттәрен бер аҙға онотоп, күңел тыныслығы алып ҡайтҡандыр. Һәр ваҡыт нимәлер менән мәшғүл, тик хәрәкәттә булған, үткер ҡарашлы, тынғыһыҙ Искәндәр үҙен талантлы йырсы, профессиональ башҡарыусы, оҫта музыкант – күп яҡлы артист булараҡ күрһәтте. 
   «Яҙҙар менән килгән һөйөүем һин», «Замана», «Бер йәшәп ҡалайыҡ әле», «Бер аҙ моңһоу», «Китмә, йәшлек» кеүек тәрән мәғәнәле йырҙарҙың премьераһын халыҡ әйтерһең дә ҙур түҙемһеҙлек менән көткән. Йырсының һәр сығышын тамашасы ихлас алҡыштар менән оҙатты, сәскә гөлләмәләренә һәм бүләктәргә күмде. Искәндәр Ғәзизовтың йырҙары һәр кемдең күңеленә яҡын. Бының сере ябай – репертуар киңлеге. Артист тыуған яҡ, мөхәббәт, ғаилә һәм дуҫтар, замана һәм башҡа бик күп темаларға мөрәжәғәт итә. Шуныһы ихтибараға лайыҡ, репертуар һайлағанда йырсы еңел-елпе һәм таныш булмаған композиторҙар йырҙарына туҡталмай, ә Зифа Нагаева, Альфред Йәҡшембәтов, Наил Шәймәрҙәнов, Юлай Үҙәнбаев, Мөҙәрис Ғизетдинов, Реваль Хисмәтуллин, Родион Мортазин кеүек билдәле композиторҙар менән хеҙмәттәшлек итеүҙе хуп күрә. Был уның уңышлы карьераһының тағы ла бер серелер.
   Концерт барышында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Арыҫлан улы Әлибаев сәхнәнән изге теләктәрен еткереп Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Костантин Толкачев исеменән Рәхмәт хатын тапшырҙы. Шулай уҡ, йырсының ижад байрамы уңайынан уның дуҫтары «Боевое братство» Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһы ағзалары юғары профессионализмы, актив йәмәғәт позицияһы һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреүҙә тос өлөш индергәне өсөн рәхмәт хаты һәм миҙал менән бүләкләне. 
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алһыу Бәхтиева,  Иҙел Нурғәлин, легендар йырсы Искәндәрҙең яҡташы Роза Аккучукованың сығыштары тамашаға йәм өҫтәне. «Синяя птица» Рәсәй телевизион проекты еңеүсеһе, 9 йәшлек Учалы ҡыҙы Ләйсән Золотарева  һоҡланыу ҡатыш ғорурлыҡ уятты. Кисәне республикабыҙҙың билдәле юмор оҫтаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр Ҡыҙыҡ Ҡотлоәхмәтович – Вәлит Илембәтовтың алып барыуы программаға мәртәбә өҫтәне.
   Ысынлап та, был үҙенсәлекле ижад байрамын әҙерләп сәхнәгә ҡуйған ижади төркөмгә «Афарин!» тип әйтергә ҡала. Тамашаның режиссеры Миңзәлә Яхинаға, сценарий авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре Баныу Ҡаһармановаға артабан да ижади уңыштар теләп, киләсәктә лә матур программалар менән беҙҙе ҡыуандырыуҙарын теләйбеҙ. 
Ә талантлы, эскерһеҙ, ябай, дуҫтары, тамаша¬сыһы алдында һөйөү-хөрмәт яулаған Искәндәр Ғәзизовты алда яҡты, өмөтлө юлдар, оҙон йылдар, үҙенә генә хас булған көйлө-моңло уңышлы ғүмер һуҡмағы көтһөн.  «Тормошомдан, дуҫтарымдан уңдым, яҙмышыма, һеҙгә тамашасылар рәхмәтлемен! Таяныр дуҫтарың булыу – бәхеттәрҙең береһе», - тигән һүҙҙәр менән тамамланы концертын Искәндәр Ғәзизов.
 
 

Вернуться назад