Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031

Наши новости

Башгосфилармония закрыла 79-й сезон концертом-посвящением Георгию Свиридову Вчера, 23 мая, в Органном зале Башкирской филармонии в рамках закрытия 79-го концертного сезона сост.....
ГАСТРОЛИ Гастроли коллективов. Июль.....
"СЕРДЦЕ ЕВРАЗИИ": В ОЖИДАНИИ ПРАЗДНИКА! До начала самого ожидаемого мероприятия Международного фестиваля искусств «Сердце Евразии» остаются .....
«Время, вперёд!». Закрываем 79-й сезон в Органном зале 23 мая Башкирская филармония закроет 79-й, предъюбилейный, сезон в Органном зале. Программа носит кр.....
ҺАБАНТУЙ МӘЛЕ ЕТӘ Филармония солистары милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә һабантуйҙарҙа ҡатнашасаҡ.....
Концерт-марафон современной музыки в Башкирской филармонии 19 мая в Башкирской государственной филармонии им. Х. Ахметова прошёл третий день Международного фес.....
ФИЛАРМОНИЯ 79-СЫ ИЖАД МИҘГЕЛЕН ЯПТЫ Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «Филармония тулҡынында. 79…80 fm» тип аталған ҙур к.....
Вчера открылся международный фестиваль современного искусства «БашкортARTстан» Вчера, 17 мая, в Башкирской филармонии состоялось открытие I Международного фестиваля современного и.....
Состоялся первый отчетный концерт Капеллы мальчиков Башкирской филармонии 17 мая в Малом зале Башгосфилармонии состоялся первый отчетный концерт «Дебют» Капеллы мальчиков фил.....
В Башгосфилармонии торжественно закрыли 79-ый концертный сезон В Башкирской филармонии прошло закрытие 79-го концертного сезона. Вечер состоялся под названием «На .....

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

Полезное

2018 - Год Семьи

2018 год объявлен в Башкортостане Годом семьи

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Май-Июнь 2018

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

ПрессаБаян менән үткән ғүмер юлы

Вернуться назад

Баян менән үткән ғүмер юлы

Автор: "Башҡортостан" гәзите / Наҙлыгөл Аҙнабаева

Дата: 23.03.2015

Редик Фәсхетдиновтың баянынан урғылған милли сыңдарҙы ишетеүең була, берсә шаян, берсә үҙәктәрҙе өҙҙөргөс моң даръяһы күңелдәрҙе мөғжизәле бер тулҡын булып ялмап ала ла, йөрәктәрҙә сихри эҙҙәр ҡалдырып, мәңгелеккә башҡорт көйҙәренә ғашиҡ итә.

Башҡорт моңон бар илаһи­лы­ғы, нескәлектәре, мең төрлө са­ғыу биҙәктәре менән тама­ша­­сыға оҫта еткергән һәләтле му­зыкант­тарҙың береһе, Рәсәйҙең атҡа­ҙанған, Башҡорт­остандың халыҡ артисы Редик Фәс­хет­динов Бай­маҡ районының Темәс ауылын­да донъяға килә. Бала саҡтан ҡу­лы­нан баян төшмәй. Уйнап ебә­реүе була, бар тирә-яҡ дәрт­ле моңға сума. 
Баянһыҙ тормошон күҙ алды­на килтермәгән йәш егет, мәк­тәп­те тамамлағас, артабанғы яҙ­мы­шын сәнғәт менән бәйләй. Өфөгә ки­леп, һис икеләнеп тормай, ул ва­ҡыттағы Өфө дәүләт сәнғәт инс­ти­тутына уҡырға инә. Ижад юлын Ф. Ғәскәров исе­мен­дәге бе­йеү ансамблендә башлай. Бәхти Ғайсин, Рамаҙан Йән­бә­ков, Радик Гәрәев, Илфаҡ Сма­ков ке­үек мәшһүр сәнғәт әһел­дәре, Флүрә Килдейәрова, Нә­зифә Ҡа­дирова, Азат Айыт­ҡолов, Миң­леәхмәт Ғәйнет­ди­нов, Рә­ши­ҙә Туйсина, Рәйес Вә­ғизов кеүек башҡорт эстра­да­һы йондоҙҙары менән бер сәх­нәлә оҙаҡ йылдар сығыш яһай Редик Фәсхетдинов, шулай уҡ тәүге “Дуҫ­лыҡ” вокаль-инс­трументаль төркөмөндә лә эшләй.
2004 – 2010 йыл­дарҙа респуб­ли­кабыҙҙың уникаль музыкаль кол­лек­тив­тарының береһе бул­ған Башҡортостан­дың халыҡ му­зы­ка ҡоралдары милли оркестр­ында эшләй. “ЮНЕСКО” йүнәлеше буйынса Рәсәй артистары йыйылма төр­көмө составында Азия, Африка, Европа, Скандинавия илдәрендә һәм Германияла, Ҡытайҙа, Һин­достанда уҙғарылған Рәсәй мәҙәниәте көн­дәрендә сит ил тамашасылары алдында сығыш яһай. Профессор, баянсы Владимир Суханов менән хатта экваторҙы, Радик Гәрәев һәм “Дуҫлыҡ” ансамбле менән төньяҡ полюсты ла киҫеп сыға ул! Тәүге тапҡыр Мәскәү ҡалаһындағы Колонна залында Ф. Ғәскәров исе­мендәге бейеү ансамбле менән сығыш яһай. 
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Баш­ҡорт­остандың халыҡ артисы Ре­дик Фәсхетдиновтың ижад ки­сә­һе – “Беҙ ҡабыҙған уттар һүнмәһен” концерттар циклынан 6-сы осрашыу. 50 йылдан ашыу ғүмерен сәнғәткә бағышлаған күренекле баянсының сығыш­тарын халыҡ түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Ак­компаниаторлыҡ менән бер рәт­тән үҙенең концерттары аша ла тамашасы кү­ңе­лен арбай ул. Донъя ха­лыҡ­тары, классик, эстра­да әҫәрҙә­рен, башҡорт, та­тар халыҡ көйҙәрен бар ма­тур­лығында тамашасыға еткерә. 
Мәшһүр виртуоз баянсы Ре­дик Фәсхетдиновтың ижад кисә­һенә рәхим итегеҙ, дуҫ­тар! Уның баш­ҡорт мәҙә­ниәтен, сәнғәтен үҫте­реүгә, онотолоп барған халыҡ көй­ҙәрен тергеҙеүгә һалған көсө баһалап бөткө­һөҙ. Һәләтле импровизатор ҡала-ауылдар буйлап гас­трол­дәрҙә йөрөгәндә бығаса билдәле булмаған халыҡ йыр­ҙарын һәм көйҙәрен отоп ала, улар­ҙы эшкәртеп, тама­ша­сы­лар­ға еткереүгә өлгәшә. Бөгөн дә Редик Фәсхетдинов әүҙем ижад итә. Сит илдә лә халҡы­быҙҙың ижадын, моңон һаман өләшә әле ул!
Байрам концерты бөгөн киске сәғәт етелә Х. Әхмәтов исе­мендәге Башҡорт дәүләт фи­лармонияһында була.
 
"Башҡортостан" гәзите, Наҙлыгөл Аҙнабаева 20 март, № 52-53 (26905)

Вернуться назад