Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728

Наши новости

Так держать, «капеллята»! Капелла мальчиков Башкирской филармонии стала Дипломантом Всероссийского конкурса «ЗОЛОТАЯ ЛЕСТНИЦА».....
На джазовом фестивале «Розовая пантера» выступит Игорь Бутман XXII Международный джазовый фестиваль «Розовая пантера» пройдёт 6-8 апреля 2018 года.....
КЛАВЕСИН И ВСЁ О НЁМ. Часть III. Клавесин в Уфе Клавесин Башкирской филармонии.....
Весь этот джаз... и дети! Предстоящий уикенд в Башкирской филармонии пройдет под знаком джаза!.....
Состоялось расширенное заседание коллегии Министерства культуры Республики Башкортостан Вчера, 15 февраля, были подведены итоги работы Министерства в 2017 году и поставлены задачи на 2018 .....
ФИЛАРМОНИЯ: МОЛОДЫЕ - МОЛОДЫМ! Башкирская филармония представляет: Юношеская филармония Республики Башкортостан.....
Необыкновенный концерт для всех влюблённых! Башкирская филармония поздравляет с самым романтичным праздником!.....
Музыкальная валентинка: итальянская мандолина, места для влюблённых, сюрпризы, призы, подарки Сегодня, в преддверии самого романтичного праздника Башкирская филармония готовит сюрпризы!.....
В преддверии Дня всех влюбленных Башкирская филармония предлагает... Башкирская филармония в самую романтичную неделю февраля предлагает своим слушателям разнообразить.....
ЮБИЛЕЙНОЕ... Сегодня, 9 февраля, свой юбилей празднует директор Башкирской филармонии!.....

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

2018 - Год Семьи

2018 год объявлен в Башкортостане Годом семьи

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Февраль 2018

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

ПрессаБүләк итә Роза йырҙарын

Вернуться назад

Бүләк итә Роза йырҙарын

Автор: "Йәшлек" гәзите/ Гөлнур Ҡыуатова

Дата: 23.03.2015

Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова – моңло тауышы менән дан ҡаҙанған шәхес. “Алтын балдаҡ”, “Һин ултыртҡан муйыл”, “Аҡсарлаҡ” кеүек йырҙар тап уның башҡарыуында алтын фондҡа индерелгән, үҙ тыңлаусыһын тапҡан. 28 мартта Хөсәйен Әхмәтов исемендәре Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында билдәле йырсы үҙенең ижад кисәһен үткәрә. Ошо ҙур ваҡиға алдынан йырсының үҙе менән осрашып һөйләштек.

– Тамашасыларҙы ижад кисәгеҙҙә ниндәй яңылыҡтар көтә? Ниндәй йырҙар яңғыраясаҡ, кемдәр ҡатнашасаҡ?
– Филармониябыҙҙа күп йылдар буйы башҡорт сәнғәтенә хеҙмәт иткән Филүс Гәрәев, Бәхти Ғайсин кеүек мәшһүр шәхестәрҙең ижадына арналған “Беҙ ҡабыҙған уттар һүнмәһен” тип аталған концерттар циклы ҡуйылып килә. Һәм бына сират миңә лә килеп етте. Аллаға шөкөр, иҫәнлектә-һаулыҡта, үҙемдең ҙур концерт программаһын эшләп, тыңлаусыларыма йырҙарымды бүләк итеү мөмкинлеген күрергә насип булды.
Ысынлап та, тамашасы концерттарымда минән һәр ваҡыт ниндәйҙер яңылыҡ, асыш, йыр-моң өмөт итә. Хәҙер Заһир Исмәғилев, Рафиҡ Сәлмәнов, Рим Хәсәнов, Абдулла Хәлфетдинов кеүек классик башҡорт композиторҙарының йырҙарын башҡарыусылар һирәгәйҙе. Был концертты ретро-концерт тип атарға була. Унда мотлаҡ рәүештә бик күп йылдар элек сыҡҡан һәм һаман да яратып башҡарған “Аҡ сирендәр”, “Ромашкалар”, “Алтын балдаҡ” кеүек йырҙар яңғыраясаҡ. Хатта филармонияла эшләй башлаған саҡта башҡарған иң тәүге йырымды ла яңынан эшкәртеп, ҡабат сәхнәгә сығарырға әҙерләнәм. Алдан һанап үткән шәхестәребеҙҙең дә әҫәрҙәре, шулай уҡ быға тиклем яңғырамаған яңы йырҙар ҙа буласаҡ.
Концертта һәр ваҡыт янымда булған изге күңелле кешеләр – ижадташ дуҫтарым ҡатнаша. Йырсылар Фәрүәз Урманшин, Резеда Әминева, Филүс Ҡасимов, музыканттар Редик Фәсхетдинов, Илшат Яхин, “Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк” эстрада төркөмө, ғаиләләре менән Ҡудашевтар, Тимербаевтар килә. Репертуарымдың яртыһын тиерлек Нурия Абдуллинаның йырҙары тәшкил итә. Күңелемдә булған барлыҡ рәхмәт һүҙҙәремде еткерер өсөн уны ла саҡырҙым. Концерттың сценарийы авторы һәм режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Итбаев, алып барыу­сыһы – Наил Юнысов. 
– Заманында бик популяр булған, улығыҙ Руслан етәкләгән “Любизар” төркөмө ҡатнашасаҡмы? Уларҙың сәхнәнән юғалыуына күптәр көйөнә…
– Алла бирһә, эштәренән ҡаршылыҡһыҙ ғына китә алһалар, тулы состав менән сәхнәгә сығырҙарына өмөт бар. Руслан уҡып йөрөгән сағында дуҫтары менән ошо төркөмдө ойоштороп, төрлө конкурстарҙа, сараларҙа ҡатнашып, хатта бер ни тиклем билдәлелек тә яулағайнылар. Тик хәҙер, һөнәрҙәре сәнғәттән алыҫ булыу сәбәпле, сәхнәгә сығырға ваҡыт еткерә алмайҙар. Мин быға үкенмәйем, сөнки артист тормошоноң барлыҡ ауырлыҡтарын белгәнгә күрә балаларымдың, ейәндәремдең сәнғәт юлынан китеүен теләмәйем. 
Ә концертта ейәндәрем – 6 һәм 11 йәшлек Баязит менән Батырхан ҡатнашасаҡ. Таланттары бар. Уларҙың йыр-моңдо яратыуына шатланып, башҡорт телендә матур, иркен итеп һөйләшә белеүенә ғорурланып бөтә алмайым.
 "Йәшлек" гәзите, Гөлнур Ҡыуатова,  № 11 (11010), 20 март 2015 йыл

Вернуться назад