Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031

Наши новости

«Время, вперёд!». Закрываем 79-й сезон в Органном зале 23 мая Башкирская филармония закроет 79-й, предъюбилейный, сезон в Органном зале. Программа носит кр.....
"СЕРДЦЕ ЕВРАЗИИ": В ОЖИДАНИИ ПРАЗДНИКА! До начала самого ожидаемого мероприятия Международного фестиваля искусств «Сердце Евразии» остаются .....
ҺАБАНТУЙ МӘЛЕ ЕТӘ Филармония солистары милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә һабантуйҙарҙа ҡатнашасаҡ.....
Концерт-марафон современной музыки в Башкирской филармонии 19 мая в Башкирской государственной филармонии им. Х. Ахметова прошёл третий день Международного фес.....
ФИЛАРМОНИЯ 79-СЫ ИЖАД МИҘГЕЛЕН ЯПТЫ Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «Филармония тулҡынында. 79…80 fm» тип аталған ҙур к.....
Вчера открылся международный фестиваль современного искусства «БашкортARTстан» Вчера, 17 мая, в Башкирской филармонии состоялось открытие I Международного фестиваля современного и.....
Состоялся первый отчетный концерт Капеллы мальчиков Башкирской филармонии 17 мая в Малом зале Башгосфилармонии состоялся первый отчетный концерт «Дебют» Капеллы мальчиков фил.....
В Башгосфилармонии торжественно закрыли 79-ый концертный сезон В Башкирской филармонии прошло закрытие 79-го концертного сезона. Вечер состоялся под названием «На .....
Артисты Башкирской филармонии примут участие в российских сабантуях Распоряжением Правительства Республики Башкортостан утверждён график участия официальных делегаций в.....
Лови филармоническую волну! Башкирская филармония - на стыке 79-й и 80-й музыкальных волн!.....

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

Полезное

2018 - Год Семьи

2018 год объявлен в Башкортостане Годом семьи

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Май-Июнь 2018

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Пресса«МӘРЙЕН КҮҘҘӘР МӨЛДӨРӘП ҠАРАП ТОРҒАНДА, АШАРҒАМЫ ИКӘН?»

Вернуться назад

«МӘРЙЕН КҮҘҘӘР МӨЛДӨРӘП ҠАРАП ТОРҒАНДА, АШАРҒАМЫ ИКӘН?»

Автор: "Йәшлек" гәзите / Гөлдәр Камалова

Дата: 27.04.2015

Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмө­хә­мәтов Х. Әх­мәтов исемендәге Башҡорт дәүләт фи­лар­мо­ния­һының ҙур залында 28 апрелдә соло концертын ойоштормаҡсы. Хәйер, соло концерты ғына ла түгел, филармония эсендә өр-яңынан тупланған “Сармат” төркөмөнөң презентацияһы ла буласаҡ ул. Ошоға ҡағылышлы әңгәмәне һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ

Белешмә
  • Тыуған ере: Әбйәлил районының Ташбулат ауылы.
  • Тыуған көнө һәм йондоҙнамәһе: 12 февраль, Һыуғояр.
  • Яратҡан төҫө: ҡыҙыл.
  • Яратҡан аш-һыуы: бишбармаҡ.
  • Яратҡан шөғөлө: балыҡ ҡармаҡлау.
  • Яратҡан йырсыһы: опера йырсылары һәм халыҡ йырсыларынан Абдулла Солтанов.
  • Белеме: юғары.
Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмө­хә­мәтов Х. Әх­мәтов исемендәге Башҡорт дәүләт фи­лар­мо­ния­һының ҙур залында 28 апрелдә соло концертын ойоштормаҡсы. Хәйер, соло концерты ғына ла түгел, филармония эсендә өр-яңынан тупланған “Сармат” төркөмөнөң презентацияһы ла буласаҡ ул. Ошоға ҡағылышлы әңгәмәне һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
Илдә, донъяла көрсөк тип, күңелһеҙләнеп ултырмайыҡ. Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәл­мөхә­мәтовтың ижади журналының киләһе битен дә бергәләп асайыҡ әле, дуҫтарым…
Уң яҡ балаҡ нәскиҙә…
Радикка иң ауыры – концерт мәлендә кейем алмаштырыу. Шуның менән күпме тапҡыр ғәҙәти булмаған ҡиәфәттә сәхнәгә сығырға ла тура килә үҙенә. Бер концертта ҡабалан ғына өҫ кейемен алмаштыра башлай. Пинжәген кейә лә, абына-һөрлөгә туфлиҙарын эләктерә-эләктерә сәхнәгә килеп сыға. Етди йыр башҡарырға кәрәк. Халыҡ рәхәтләнеп көлә, сәхнәләге музыканттар ҙа, аҫҡа ымлап, көлә. Бынағайыш, ни булған? Башта эштең ниҙә икәнен аңлап етмәй, һуңынан ғына ымланған яҡҡа ҡарап, ойоҡбашы эсендә уҡмаш­ҡан балағын күреп ҡала. Ярай әле туфлиҙары дөрөҫ кейелгән! Шундай уҡ хәл Әбйәлил районының Амангилде ауылында ла була. Был юлы инде халыҡ тәгәрәп ятып көлә, хатта музыканттар ҙа яңғыраған моңһоу көйгә күңелле ноталар өҫтәгәндәй. Баҡтиһәң, йырсыбыҙ ап-аҡ күлдәген салбарына ипләп, төймәһен генә эләктергән булған икән. Ҡап-ҡара костюмынан ағарып күлдәгенең осо һәлберәп тороуын хатта күҙҙәре насар күргән кеше лә шундуҡ аңғарыр ине, моғайын. Әлеге төркөмө менән дә Радик шундайыраҡ хәлдәргә тарырмы-юҡмы – әйтеүе ҡыйын.
Әммә төркөмдөң брендлы костюмы булырға тейеш, тигән уйҙа ул. 
Аҡ баян еңел, ҡараһы ауыр…
Элегерәк музыка ҡоралдары ла шундайыраҡ булғандыр инде. Синтезаторға яҙҙыраһың да, тегеһенең хәтер һандығы тулһа, теләһә нимә эшлә! Шуға баянсы егеткә ике сәғәтлек концерт барышында ауыр ҡара баянын күтәреп торорға тура киләсәген уйлап, еңел генә ап-аҡ баянын да Сибайға алып бара. Уныһы “учебный” инде, уҡыу еренән алынған, икенсенән, сәхнәнән дә ғәләмәт шәп күренәсәк! Ялтырап тора! Шулай барыһы ла егеттәр теләгәнсә генә бара, Радик оҙон йырын башлап ебәрә, баян да шәп кенә. Тик икенсе куплеты башланыр алдынан музыка шып туҡтай ҙа ҡуя, Радик көтә-көтә лә, үҙе генә йырын дауам итә. Артына әйләнеп ҡараһа, баянсының күҙҙәре шарҙай, ялтырап торған ап-аҡ баянын һелкетеп-һелкетеп ҡарай, тегеһе боҙҙай ҡатҡан, баҡтиһәң, эстән баян телдәре елеменән ысҡынып сыҡҡан да, ни тегеләй, ни былай китмәй туҡтап ҡалған, имеш. Ярай әле баянсы ла аптырап ҡалмай, сәхнә артына юрттырып ҡына сығып, ауыр булһа ла, үҙенең баянын алып инә.
Әйткәндәй, бына шуның ише техник проблемаларҙы кисектерә белеү ҙә ҙур һөнәр. Әммә “Сармат”тарға был янамай, сөнки тере тауыш, тере музыкаға ғына ҡоролған уларҙың тамашаһы. Әгәр ҙә мәгәр музыканттарҙың, исмаһам, берәүһе генә сәхнәгә сыҡмаһа, концерт булмауы ла бик мөмкин! Ә бына музыка ҡоралының емерелеп ҡуйыу-ҡуймауын алдан береһе лә әйтә алмай… Ысынында иһә аппаратура мәсьә­ләһе төп мәсьәләләрҙән шул. Яңыртып алыу кәрәк тә бит… “Сармат”тарҙың ижади емештәре халыҡты ҡыуандыра башлау менән етәкселәре лә битараф ҡалмаҫ, тип ышанғы килә. Кем белә, бәлки, тамашасы фанаттары араһында ла кеҫәһе ҡалыныраҡ ярҙам итергә әҙер кешеләр табылыр?
Сый-сый сысҡандар ҡойола…
Элегерәк ауылға концерт килһә, халыҡ алдан уҡ өсәр-дүртәр артисты бүлешеп ала, ашата, мунсаһын да әҙерләп ҡуя, ҡундыра торған ғәҙәт бар ине. Шулай, әле башланғыс йырсы ғына мәлендә Радикка ла билдәле артистар менән Белорет районының Уҫманғәле ауылына концерт менән барырға тура килә. Фатирға төшәләр, барыһы ла тейешенсә, хужаларҙың ихласлығы, тәмле аш һ.б. Иртәнсәк тәмле итеп бешерелгән картуф еҫе Радиктың танауын ҡытыҡлап уята. Ҡунаҡтар тороуға өҫтәлдең ҡап уртаһына мул ғына итеп бешерелгән картуф менән елле генә мискә лә ҡунаҡлаған. Өҫтәл артына ултырышып, тәмләп тороп ризыҡты ашарға керешкәс, сыйылдаған тауыштар ишетелеп ҡала. Түбәнән тупраҡ ҡойолоп, әлеге картуфҡа биҙәүҙәр һала, күп тә үтмәй, артынан бәләкәй генә сысҡан балаһы мискәнең ҡап уртаһына килеп төшә, эҫегә сыҙамай, әсе итеп сыйнап ебәрә. Артынан икенсеһе туп итеп төшә лә, ҡап-ҡара ғына төймәләй күҙҙәре менән мөлдөрәп теҙелеп ултырған ҡунаҡтарға төбәлә, уныһы ла эҫене аңғарып ҡалалыр, тәүгеһенән дә әсерәк сыйнап ебәрә. Тамаҡ ҡайғыһы китә былар­ҙа, китә ҡаңғырыш… Шул хәлдән ун биш йыллап ваҡыт үткәс, йәнә ошо ауылға концерт менән барырға тура килә. Инде өйрәнсек йырсы егет булып түгел, олпат, етди йырсы булараҡ. Тағы йорттарға бүлешкәс, шул ваҡиғаны иҫенә төшөргәс, әлеге йорт хужалары ла ул хәлде яҡшы хәтерләй булып сыға. Баҡтиһәң, теге саҡтағы йорт хужалары икән. Көлөшөп алырға бер һылтау була быларға. 
Хәҙер генә артистарҙы сәхнәлә күрәһең дә, бөттө! Машиналары ла бына тигән, тейәлә лә килеп төшә, ҡасан йыйынып, ҡайтып киткәнен аңғармай ҙа ҡалаһың
. Гөлдәр Камалова, Йәшлек" гәзите № 16 (11015), 24.04.2015 г.

Вернуться назад