Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234
567891011
12131415161718
19202122232425
2627282930

Наши новости

ҠОТЛАЙБЫҘ! 9 һәм 10 ноябрь Туймазы ҡалаһында «Оҙон көй - 2018» Төбәк-ара башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар ко.....
С Днем народного единства! 4 ноября - один из главных государственных праздников России!.....
В Башгосфилармонии стартовал юбилейный проект «Nostalgie – ФиларМОҢ. 80 лет за 8 вечеров» В январе 2019 года Башкирская государственная филармония имени Хусаина Ахметова отметит 80-летний юб.....
ЭДО-20! Джаз и не только! Большой концерт Эстрадно-джазового оркестра на сцене ГКЗ "Башкортостан" с участием ведущих звёзд джа.....
Восемь вечеров под знаком БГФ В нынешнем сезоне главная концертная организация республики – Башкирская филармония – вошла в своё т.....
WORLD MUSIC: творческий батл оркестров! Оркестр традиционной музыки города Тэгу, Южная Корея VS Национальный оркестр народных инструментов Р.....
НЕВЕРОЯТНЫЕ ГАСТРОЛЬНЫЕ ПРИКЛЮЧЕНИЯ ЭДО БГФ Звуковую сокровищницу «Мосфильма» пополнил аудиодиск Биг-бэнда Башкирской филармонии.....
С ДНЕМ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН! 11 октября Башкортостан празднует День Республики!.....
ГАСТРОЛИ Гастроли коллективов Декабрь 2018.....
ГАСТРОЛИ Гастроли коллективов Ноябрь 2018.....

Независимая оценка качества оказания услуг

ПРОЙТИ ОПРОС

Архив

Статьи

Новости

Полезное

Открытый Республиканский конкурс вокалистов имени Газиза Альмухаметова

Открытый Республиканский конкурс вокалистов имени Газиза Альмухаметова посвящен 100-летию Республики Башкортостан

С 12 по 14 ноября 2018 года в городе Уфе на базе Башкирской государственной филармонии им. Х.Ахметова проводится Открытый Республиканский конкурс вокалистов имени Газиза Альмухаметова.

Подробнее...

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Сентябрь-Октябрь 2018

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

2018 - Год Семьи

2018 год объявлен в Башкортостане Годом семьи

Пресса“Һин йырсы булырға тейеш...”

Вернуться назад

“Һин йырсы булырға тейеш...”

Автор: "Башҡортостан" гәзите/Аҙнабаева Наҙлыгөл

Дата: 05.05.2015

Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтовтың ижады йырға ғашиҡ һәр кемдең күңелен әсир итер. Боронғо йырҙарҙы бар нескәлегендә һәм матурлығында оҫта башҡарған йырсыны белмәгән кеше республикала юҡтыр

Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтовтың ижады йырға ғашиҡ һәр кемдең күңелен әсир итер. Боронғо йырҙарҙы бар нескәлегендә һәм матурлығында оҫта башҡарған йырсыны белмәгән кеше республикала юҡтыр. 
Радик Вәлмөхәмәтов күп йылдар “Ихлас” төркөмөн етәкләне. Өлгөр йырсы бөгөн “Сармат” исемле яңы төркөм туплап, ижад юлын дауам итә. Яңы ғына барлыҡҡа килгән коллектив республикабыҙҙың район-ҡалалары буйлап концерт менән сәфәргә сыға, йырҙар яҙҙыра. 
Сәнғәт әһеле менән әңгәмәбеҙ – ижад хаҡында.
– Радик ағай, йырсы булыу кү­ңеле­геҙҙә йө­рөткән хыял ине­ме, әллә ниндәйҙер хәл-ва­ҡи­ғалар тап ошо һөнәрҙе һайлауға булышлыҡ иттеме?
– Йырсы булыу – бала саҡ хыялым. Туғандарым, ике туған ағай-апайҙарым бөтәһе лә йырға әүәҫ булды. Өләсәйем халыҡ көйҙәрен талғын ғына һуҙып ултырыр ине. Табындарҙа, ҡунаҡтарҙа апайымдар гел йырлай, бер һабантуй ҙа уларҙан башҡа үтмәй торғайны. Тауыштары шул тиклем моңло улар­ҙың, әгәр ҙә уҡып белем ал­һа­лар, һис шикһеҙ, ҙур сәхнәләрҙе яуларҙар ине. 
– Тәүге сығыштарығыҙ тура­һын­да һөйләп китһәгеҙ ине.
– Бала ваҡытта гел кәнфит биреп йырлата торғайнылар (көлә). Ге­лән концерт ҡуйғанды хәтер­лә­йем. Уйынсыҡ автоматты әй­лән­дереп алып гитара итеп йырлағаным да булды. Үҫә төш­кәс, Магнитогорск егеттәренән гитара серҙәрен өйрәнеп алдым. Ошо музыка ҡоралын ҡулға алып сығып китә торғайныҡ дуҫтар менән, артыбыҙҙан бер көтөү ҡыҙ йырлай-йырлай килә. Мәктәп йылдары шулай йыр-моңға, буласаҡ тормош юлымды хәл итерлек ваҡиғаларға бай булды. Шу­лар­ҙың иң мөһиме – Тальян байра­мын­да ҡатнашып, лауреат бу­лы­уым. Тап шунда жюри ағза­ларының: “Тауышың матур, һиңә артабан үҫергә кәрәк. Йырсы бу­лырға тейешһең”, – тип әй­теү­ҙәре этәргес булды. Өфөгә килеп, йөҙ абитуриент араһынан сәнғәт училищеһына уҡырға алынған ун ике кешенең береһе булдым. Дүрт йыл вокал серҙәрен өйрәндем. Студент йылдарында ла төрлө кимәлдәге конкурстарҙа көсөмдө һынап, күп тапҡыр уңышҡа өлгәш­тем. 
– Ижад юлығыҙҙы ниндәй мәҙәни усаҡта башланығыҙ?
– Учалы филармонияһының асылып торған сағы ине. Шунда са­ҡыр­ҙылар. Төркөм ойоштороп, ең һыҙға­нып эшкә тотондом. Ошо осорҙа “Яҙғы моңдар”, “Ирән­дек моңда­ры”, “Дуҫлыҡ йыры”, “Татар йыры” кеүек абруйлы профессиональ йыр бәйгеләрендә ҡатна­шып, призлы урындарға лайыҡ булдым. Нефтекама филар­мо­нияһы асыл­ғас, шунда эшкә кү­сер­ҙеләр. Баш­ҡорт төркөмө төҙөү эшенә ең һыҙғанып тотондом. Еңелдән булманы. Бөртөкләп тигәндәй баш­ҡорт музыканттарын һәм йыр­сы­ларын йыйып, фольклор төркөмө барлыҡҡа килде. Был музыкаль коллектив бөгөн дә уңышлы эшләп килә. 
2003 йылдан Х. Әхмәтов исе­мен­дәге Башҡорт дәүләт филар­монияһында ижад итәм. Тәүҙә “Йәдкәр” фольклор төркө­мөн­дә Тәнзилә Үҙәнбаева, йәштәрҙән Ру­шан Биктимеров, Венера Рәх­мәтуллиналар менән бик күп концерт ҡуйҙыҡ. Төркөм менән Төр­киәлә уҙғарылған ҙур кимәл­дәге конкурста ҡатнашырға насип булды. Торараҡ “Ихлас” төркөмөн етәкләй башланым. Шамил Хә­мә­ҙинуров, Лилиә һәм Хәлит Фә­ти­ховтар, Рәмил Хажиев, Рә­фи­сә Әсәҙуллина менән янып ижад ит­тек. Һарытау, Ырымбур, Ҡурғанда һәм баш­ҡорттар күпләп йәшәгән башҡа төбәк­тәрҙә халҡыбыҙҙың йыр-моңдарын өләштек. 
– Әлеге ваҡытта һеҙ яңы ғына барлыҡҡа килгән “Сармат” төркөмөн етәкләйһегеҙ…
– Эйе. “Ихлас” тарҡалғас, “Сармат” тыу­ҙы. Йәнле тауыш менән сығыш яһар өсөн был төркөмдә бөтә төр музыка ҡоралдары ла бар: саксофон, баян, соло, ритм, бас-гитара. Шуға ла беҙҙең бар йырҙар “тере тауыш” менән генә башҡарыла. 
– Репертуарығыҙ үҙенсәлек­ле һәм бай. Йырҙарҙы һай­ла­ған­да нимәгә иғтибар бирә­һе­геҙ?
– Йырҙың мәғәнәле булыуы мө­һим. Ғөмү­мән, репертуарҙа төрлө әҫәр булыр­ға тейеш, тигән ҡағи­ҙәгә таянам. Бер йырың – тыуған ил, икенсеһе мөхәббәт, атай-әсәй тураһында, өсөнсөһө шаян булыуы мотлаҡ. “Башҡортостан” телера­дио­компанияһының фондында төрлө темаға яҙылған йырҙарым урын алған. 
– Х. Әхмәтов исемендәге Баш­ҡорт дәүләт филармонияһында ошо көндәрҙә ҡуйылған концертығыҙ тура­һында һөйләһәгеҙ­ ине.
– “Сармат” төркөмө филармония­ла беренсе концертын бирҙе, исем туйы, тип атарға ла була ине был кисәне. Үҙемә килгәндә, күптәр яратып өлгөргән ретро йырҙарым менән тамашасы алдында сығыш яһаным. Шулай уҡ яңылары ла булды. 
Наҙлыгөл АҘНАБАЕВА әңгәмәләште / "Башҡортостан" гәзите , 05.05.2015

Вернуться назад