Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
123
45678910
11121314151617
18192021222324
252627282930

Наши новости

По вашим многочисленным просьбам... В октябре состоятся два концерта "Песочная фантазия".....
Его любовь к башкирской песне сродни радению проповедника 26 сентября Башкирская филармония приглашает на юбилейный вечер замечательного певца, ветерана сцены.....
В Уфе состоялось открытие клуба филофонистов Сегодня, 21 сентября в Малом зале Башгосфилармонии состоялась презентация Уфимского клуба филофонист.....
Башкирские артисты вернулись с наградами из Казахстана Солисты Башкирской филармонии с успехом выступили в Международном фестивале-конкурсе этнических куль.....
Фестиваль «Голоса России» откроет Сибирский хор Уже 24 сентября на сцене ГКЗ «Башкортостан» – наши гости из Новосибирска!.....
В ФИЛАРМОНИИ ПРЕЗЕНТУЮТ КЛУБ ФИЛОФОНИСТОВ В Уфе возрождается клуб филофонистов.....
В каждом сердце - голоса России! Впервые в Уфе - Всероссийский фестиваль хоров, ансамблей песни и танца "Голоса России".....
Алексей Чернов - пианист, композитор, современник... «Враг музыки – не авангард, а непрофессионализм...» (Алексей Чернов).....
Филармония представляет! Гастрольный тур нового сезона После летних отпусков творческие коллективы Башкирской государственной филармонии им. Х. Ахметова сн.....
ГАСТРОЛДӘР Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ижади коллективтары йәнә гастролдәргә сыға......

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Сентябрь 2017

Октябрь 2017

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Пресса"Ихлас йөрәктән, һеҙҙең Вахит…"

Вернуться назад

"Ихлас йөрәктән, һеҙҙең Вахит…"

Автор: "Башҡортостан" гәзите / Наҙлыгөл Аҙнабаева

Дата: 23.11.2015

Вахит Хызыровтың ижадын күптәр үҙ итә. Кемдәр генә уның моңло тауышын ишетеп һоҡланмай икән! Ошо көндәрҙә билдәле йырсының юбилейына арналған тамаша көтөлә

Вахит Хызыровтың ижадын күптәр үҙ итә. Кемдәр генә уның моңло тауышын ишетеп һоҡланмай икән! Ошо көндәрҙә билдәле йырсының юбилейына арналған тамаша көтөлә.
Үҙенә башҡа бер музыкаль һәләткә эйә ул. Яҡты, яғымлы, йырсының асыҡ лирик тенорлы тауышы тыңлаусыларҙы асыҡлығы һәм ихласлығы менән арбай. Репертуар һайларға йырсыға тәбиғи булмышы, үҙенә ҡарата юғары талапсанлығы ярҙамға килә. Киң һәм күп жанрлы репертуарында урыҫ, украин халыҡ йырҙары, башҡорт халыҡ йырҙарына интерпретациялар урын алған. 
Айырым урынды М. Глинка, П. Чайковский, С. Рахманинов, Н. Римский-Корсаков, А. Даргомыжский, А.Варламов, А. Яковлев, П. Булахов, Н. Калистратов кеүек урыҫ композиторҙарының романстары алып тора. Шулай уҡ үҙенең ижади багажына Вахит Хызыров йыш ҡына З. Исмәғилев, Х. Әхмәтов, Н. Сабитов, С. Низаметдинов кеүек башҡорт композиторҙа­рының әҫәрҙәрен индерә. 
Уның матур лирик тенорлы тауышы Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры, Башҡортостан Республикаһының милли симфоник оркестры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры оркестры менән берлектә яңғырай. 
Быларҙың барыһын да 30 ноябрҙә “Башҡортостан” концерт залында Вахит Хызыровтың юбилей кисәһендә ишетә алаһығыҙ. “Ихлас йөрәктән, һеҙҙең Вахит...” тигән тамашала юбилярҙың ижадташ дуҫтары һәм уҡыусылары ҡатнаша. 
“Һеҙ ниндәй уҡытыусы?” тигән һорауға йырсы: “Бик талапсанмын... Ҡайһы бер йомшаҡлығым үҙемә ҡамасаулап та ҡуя, – тип яуап бирә. – Студенттар балаларым кеүек, уларға ваҡытты хатта үҙемдең улыма ҡарағанда ла күберәк бүләм. Уҡыусы­ларым­дың ихтирамын һәм һөйөүен тойоп йәшәйем, шуның менән бәхетлемен”. 
Кисәлә артистың “Улым” тигән китабының исем туйы ла була.
"Башҡортостан" гәзите / Наҙлыгөл Аҙнабаева, 18.11.2015
 

Вернуться назад