Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930

Наши новости

МУЗЫКАЛЬНАЯ СУББОТА ОТ ФИЛАРМОНИИ Концертные марафоны: традиция продолжается.....
Башкирская филармония открывает новый сезон Новый сезон в Большом зале начнётся в формате музыкального ринга «МузРингШоу» (МоңRingШоу) под назва.....
Солист филармонии стал лауреатом Международного конкурса Дамир Таипов – лауреат конкурса имени Наримана Сабитова.....
Филармония представляет новые эстрадные коллективы Новое дыхание и новое звучание эстрады!.....
Внимание! Не пропустите! "МузRingШоу" Открытие 79-го концертного сезона в Большом зале "ЗА ЖИЗНЬ НА СЦЕНЕ" пройдёт в формате музыкального .....
Поздравляем с победой! Кураист Башкирской филармонии Ильнур Хайруллин стал обладателем Гран-при Регионального фестиваля ба.....
В Башкирской филармонии выступит Нидерландский секстет «Hexagon» 25 ноября секстет «Hexagon» снова выступит в филармонии. В программе концерта - Н.А. Римский-Корсако.....
Виктория Симонова: «Хорошая музыка повышает качество нашей жизни» Интервью с лектором-музыковедом Викторией Симоновой.....
С днём профсоюзного работника Республики Башкортостан! Поздравляем всех членов профсоюзов своих организаций! И надеемся на пополнение рядов профессиональны.....
В декабре стартует "АМАНАТ"-2 II Республиканский конкурс исполнителей на башкирских народных инструментах «АМАНАТ» (думбыра, кыл-.....

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наши фестивали

II Республиканский конкурс исполнителей на башкирских народных инструментах «АМАНАТ»

Подробнее...

Наш репертуар

Декабрь 2017

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Пресса"Балалар– Хоҙай тарафынан бирелгән бәхет"

Вернуться назад

"Балалар– Хоҙай тарафынан бирелгән бәхет"

Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА /"Йәшлек" гәзите

Дата: 03.12.2015

Талантлы йырсы менән оҫта бейеүсе ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә.
Замана ауырлығына һылтанып күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар бала табыуҙы артҡы планға күсерә бара. Кемдер карьера эшләүҙе өҫтөн ҡуя, кемдер байлыҡ туплай. Ә танылған йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә ИШЕМЙӘРОВА тамашасыларын яңынан-яңы йырҙар, матур тамашалар менән дә һөйөндөрөп өлгөрә, ғаилә усағын да һаҡлай

Талантлы йырсы менән оҫта бейеүсе ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә
Замана ауырлығына һылтанып күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар бала табыуҙы артҡы планға күсерә бара. Кемдер карьера эшләүҙе өҫтөн ҡуя, кемдер байлыҡ туплай. Ә танылған йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә ИШЕМЙӘРОВА тамашасыларын яңынан-яңы йырҙар, матур тамашалар менән дә һөйөндөрөп өлгөрә, ғаилә усағын да һаҡлай. Тормош иптәше Урал Мортазин менән улар өс балаға ғүмер биреп, лайыҡлы тәрбиә бирә. Әсәйҙәр көнө айҡанлы йырсы менән балалары хаҡында әнгәмә ҡорҙоҡ.
–Ижад кешеләре генә түгел, хатта хужабикәләр ҙә бер йәки ике бала бағыуҙы өҫтөн күрә. Ә бына һеҙ, ике талантлы артис, сәхнә кешеһе нисек итеп өс бала табып үҫтерергә батырсылыҡ иттегеҙ?
–Урал йәш саҡтан уҡ өс бала үҫтерергә хыялланған. Ә мин ундай хыялдар менән йәшәгәнемде хәтерләмәйем, әммә Хоҙай Тәғәлә күпме бирә, шул тиклем табырға иҫәбем булды. Һәр уйлаған уй тормошҡа аша, тиҙәр бит. Уралдың хыялын тормошҡа ашырып, бер-бер артлы ике ул таптым. Аралары бер йыл да дүрт ай ғына. Әлбиттә, декрет ялынан һуң нисек эш башлармын, тигән ҡурҡыу күңелде бер аҙ өйкәп алды. Әммә, өсөнсө бала тыуғас мин айырыуса ҙур шатлыҡ, рәхәтлек менән бала ҡараным, йыл ярым тирәһе бөтөнләй эшемде ташлап, үҙемде сабыйҙарыма арнаным. Балалар– беҙҙең Хоҙай тарафынан бирелгән бәхетебеҙ.
–Балаларығыҙҙың исемдәре шул тиклем матур, милли рух менән һуғарылған, яңғырашлы. Кем һайланы ул исемдәрҙе?
–Исем баланың яҙмышында оло роль уйнай, хатта характерға ла йоғонто яһай. Шуға күрә, уларҙы Урал менән бергәләп мәғәнәһенә ҙур иғтибар биреп һайланыҡ. Сибай филармонияһында эшләп йөрөгәндә репертуарыма алыр өсөн башҡорт халыҡ йыры “Зөлхизә”не өйрәндем. Яратып, күңелемдән үткәреп оҙаҡ йылдар йырлап йөрөнөм ул йырҙы. Урал менән өйләнешкәс тә, ҡыҙыбыҙ тыуһа ошо исемде, ә улыбыҙ булһа Арыҫлан тип ҡушырға һөйләшеп ҡуйҙыҡ. Зөлхизә беҙҙең тормошҡа йәм, мөхәббәт, ҡот өҫтәүсе тәүге сабыйыбыҙ. Икенсе бала тыуғансы 11 йыл ваҡыт үтте, шул арала был исемде үҙҙәренең улдарына аралашып йәшәгән ғаилә дуҫтарыбыҙ, ижадташтарыбыҙ Сәғиҙулла Байегет тә, Азамат Тимеров та, Лена Күсәпҡолова ла ҡушып өлгөрҙө. Улыбыҙ тыуғас уға үҙенсәлекле булһын, башҡалар менән ҡабатланмаһын өсөн Арыҫланбай тип исем ататтыҡ. Тыуыу тураһында таныҡлыҡ алырға барғас, ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәребер аҙ аптырап ҡалдылар, “Башҡорт исемдәре” китабынан ҡарағас ҡына, бындай исем барлығына ышандылар. Өсөнсө балаға Батырхан тигән исем әҙерләгәйнек, береһе бай, береһе хан булһа ике лидер бер ғаиләлә һыйыша алмаҫ, тип шаяртыуға бороп, Ишморат исемендә туҡталдыҡ. Арыҫланбай ағаһына иш булһын тигән теләк менән һайланыҡ.
–Ҡыҙ һәм малай тәрбиәләүҙен айырмалары ҙурмы?
–Ир бала менән ҡыҙ баланың айырмаһы шул тиклем ҙур. Мин быны Арыҫланбай тыуғас ҡына аңланым. Ҡыҙҙар тыуғанда уҡ ныҡ булып, тормошҡа яраҡлаша башлай. Ә малайҙар иркәрәк тә, сабырһыҙыраҡ та була. Уларға йыш ауырыу, мыжыу хас. Зөлхизәгә ярамаған эш эшләй башлаһа, туҡтатыр өсөн күҙ ҡарашы ла етә ине, ә малайҙарға тауышты бер аҙ күтәрергә тура килә. Әлеге ваҡытта ҡыҙым менән әхирәттәрсә аралашабыҙ, уға тиңем итеп ҡарайым. Төрлө осраҡтарҙа кәңәшләшеп алабыҙ, һәр нимәгә уның ҡарашын һорап ҡына торам. Малайҙар бәләкәй булғанғамы икән, улар иркәрәк, наҙлыраҡ. 
–Ғаиләгеҙҙә балаларға һуңғы һүҙҙе кем әйтә?
–Тәүҙә минән һорайҙар. Мин инде үҙ сиратымда атайҙарынан һорарға ҡушам. Атай һүҙен өҫтөн ҡуйып тәрбиәләгем килә, айырыуса улдарыбыҙ алдында атай хаҡы юғары булырға тейеш. Сөнки улар үҙҙәре лә киләсәктә ғаилә башлығы буласаҡ. Атайҙарынан өлгө алып, яуаплылыҡ тойоп, төрлө хәлдәрҙә ҡарар ҡабул итергә өйрәнеп үҫһендәр әйҙә. Әммә Урал характеры менән йомшаҡ кеше, балаларҙы күберәк иркәләй, ә миңә киреһенсә ҡаты булырға тура килә. 
–Өйҙә балалар менән үҙ-ара ниндәй телдә һөйләшәһегеҙ?
–Балаларҙың бөтәһенең дә телдәре башҡортса асылды. Зөлхизә бала саҡта “Иләү”, ”Сәнгелдәк” тапшырыуҙарында ҡатнашып йөрөнө. Тик малайҙар рус балалар баҡсаһына йөрөгәйне, тиҙ арала телдәре боҙолдо. Тәүҙә быға әллә ни иғтибар итмәнек, хатта ҡыҙыҡ кеүек тә күренә ине. Мама, папа, тип тик рус телендә генә һөйләшә башлағайнылар, үҙебеҙҙең вайымһыҙлыҡты һиҙеп ҡалдыҡ. Әлеге ваҡытта өйҙә тик башҡорт телендә генә һөйләшәбеҙ һәм тәрбиәүи эш башланыҡ. Арыҫланбай быйыл мәктәпкә уҡырға барҙы, 20-се гимназияға, башҡорт класына бирҙек. Шиғырҙар ятлай, йырларға ярата. Балаларыңдың ауыҙ тултырып әсәй, тип әйтеүенән дә кеңелгә рәхәтлек килә икән ул.
–Ике таланттың балалары ла талантлы, һәләтле булалыр ул. Һеҙҙекеләр сәхнәне яратамы? Киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға уйлайҙар?
–Беҙ бер ҡасан да уларҙы сәхнәгә сығарырға, тигән маҡсат ҡуйманыҡ, иң мөһиме күңелдәренә яҡын, яратҡан һөнәр тапһындар. Ғүмер буйы яратмаған эш менән шөғөлләнеү бәхет килтермәй бит. 
Зөлхизәгә йыр һәләте бирелгән, Фирүзә Аллаярованаң ҡыҙы Нәркәс менән бергә “Наҙ” төркөмөн ойоштороп, бер осор әүҙем генә йырлап та йөрөнө. Тик хәҙер сәхнәгә ҡарашы һүрелде, статистика коледжында иҡдисат серҙәрен өйрәнә. Быйыл һуңғы курста, юғары белемде икенсе йүнәлеш буйынса алырға хыяллана. Дүрт йыл музыка мәктәбендә шөғөлләнде. Арыҫланбай ҙа матур йырлай, тауышы көслө, моңло, тик сәхнәгә сығырға яратмай. Уға һәләт күберәк ҡайнымдан, ... күскән, математика фәнен ярата. Хәҙерге уҡыу программаһы ауыр ғына, ҡайһы ваҡыт хатта үҙем дә аңламай етмәйем. Ә ул тиҙ арала үҙаллы итеп мәсьәләләрҙе сисеп тә ҡуя.
Ишморат инде торғаны менән артист, атаһының сәхнә итектәрен, бүректәрен кейеп, хәҙерҙән үк бейеүсе булырға хыялланып йөрөй. Балалар баҡсаһында үткән төрлө байрамдарҙа матур итеп сығыш яһай. Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле янында балалар студияһы эшләп килә, Алла бирһә, 7 йәше тулыу менән шунда шөғөлләнә башлайым ти. Атаһының алып барғанын көтөп йөрөй.
–Һин үҙең ҡыҙҙар араһында үҫкән бала булараҡ, ҡыҙ балаға ҡарата айырым ҡараш бармы? 
–Бармаҡтың ҡайһыныһын тешләһәң дә ауырта, тиҙәр бит. Әсәй өсөн һәр бала яҡын, ҡәҙерле. Зөлхизә тыныс, сабыр бала булып үҫте. Уйынсыҡтарын теҙеп ултыртһаҡ, бер-нисә сәғәт буйы уйнай ҙа, үҙаллы йоҡлап та китә ине. Концерттар мәлендә коляскала ята, кемдер бәүетеп торһа, шуға риза, иларға уйламай ҙа. Беҙҙең менән гастролдәргә лә йөрөнө. Ә малайҙар шуҡ, эшкә үҙем менән йөрөтөргә ҡурҡам. Йүгерешә, ҡотороша башлаһалар эҙләп тә табып булмаясаҡ.
Һәр баланың тик үҙенә генә хас һыҙаттары, характеры була. Бер үк ғаиләлә, бер үк тәрбиә алған балалар ҙа бер-береһенән айырыла бит. Үҙебеҙ ҙә ғаиләлә өсөбөҙ өс төрлө булдыҡ, хәҙер балаларымдың да һәр береһенең айырым характеры асыла.
–Әсәйеңдең ниндәй кәңәштәрен, һеҙҙе тәрбиәләгән алымдарын үҙеңдең балаларыңа өйрәтергә тырышаһың?
–Әсәйем дини кеше, абыстай. Ул миңә өйрәткән доғаларҙы балаларыма өйрәтәм. Миңә һәр ваҡыт кешеләргә ҡарата итәғәтле, изгелекле булырға өйрәтә, ә мин үҙ сиратымда балаларыма ла был нәсихәттәрҙе еткереп торам. Уның тағы ла бер кәңәшен һәр саҡ иҫемдә тотам: сабыр булыу. Маҡсаттарға табан яйлап, эҙмә-эҙлекле килеү. Нимәлер килеп сыҡмаһа күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә– ошо һүҙҙәрен балаларыма һәр саҡ ҡабатлап ҡына торам.
–Үҙең бала саҡта ниндәй ҡыҙ булдың?
–Шуҡлығым, шаянлығым менән айырылып торғанмын. Ҡунаҡ саҡырырға, айырыуса тыуған көнөмдә, ярата инем. Бала саҡтан йырларға яраттым, һәр ҡунаҡта ултырғысҡа баҫып йырҙар башҡара инем, тыңлаусылар мине кәнфит менән һыйлай. Йырсы булыу теләге тап шул саҡта барлыҡҡа килгәндер, тип уйлайым.
Үҫә килә ата-әсәйемә артыҡ мәшәҡәттәр һалырға тырышманым, сәнғәт училищеһында яҡшы уҡығаным өсөн юғары степендияға алайыҡ булдым. 17 йәшемдә Сибайҙа эш башлап, үҙ-үҙемде тәъмин итә алдым.
Әсәйем менән ныҡ йылы, яҡын мөнәсәбәттә булдыҡ һәм әле лә көн һайын бер-нисә тапҡыр телефондан һөйләшеп торабыҙ, мөмкинселек сығыу менән ауылға ҡайтырға тырышам. Серҙәребеҙ уртаҡ, тик үтә ҙур булмаған проблемаларҙы уға һөйләп, ҡайғыртырға, хафаға һалырға тырышмайым. Тәү сиратта олоғая барған әсәйемдең һаулығы осон борсолам. Шуға күрә тик шатлыҡлы, һөйөнөслө хәлдәр генә һөйләп торам. Әсәйҙәрҙең ҡәҙерен йәшәй-йәшәй аңлайһың, тип әйтәләр бит, мин дә бына өс балаға әсәй булғас ҡына уның асылына төшөнә башланым.
Ҡәйнәм менән дә миңә тормошта уңдым. Үҙ ҡыҙылай яҡын итеп ҡабул итте, кәйефемде күҙҙәремә генә лә ҡарап аңлай алған хәстәрлекле әсәй ул. Үҙем дә уның яҡшылығына яуап итеп уға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булырға, уны хөрмөтләргә тырышам. 
–Ҡыҙҙарҙы– 40, ирҙәрҙе 50 ерҙән тый ти халыҡ мәҡәле. Кемдер баланы һөйөп тәрбиәләргә кәрәк, тип бәхәс ҡора. Һеҙҙең ғаиләлә тыйыу күберәкме, әллә һөйөүме?
–50-гә 50 тип әйтер инем. Ҡытайҙа балаларға биш йәшкә тиклем бөтөнләй тыйыу юҡ, нимә теләйҙәр шуны эшләп үҫәләр. Әммә беҙҙең халыҡҡа тыйнаҡлыҡ, әҙәплелек хас. Ә тыйыуҙар булмаһа нисек быға өйрәтергә? Иркәләп кенә торһаң үҙ һүҙле, эгоист бала үҫеүе мөмкин бит. Шуға күрә әрләп тә алабыҙ, маҡтап та ебәрәбеҙ. Кәрәк урында иркәләү ҙә, эш боҙған осраҡта әрләү ҙә кәрәк. 
Ғөмүмән мосолман балаларында тәртип һәйбәт. Һуңғы йылдарҙа төрлө белем биреү ойошмаларында, мәктәптәрҙә сығыш яһарға тура килә, балаларҙың тәртибенең, мәҙәниәтенең айырмаһы күҙгә ташланып тора.
–Балаларыңа ниндәй тормош иптәше теләйһең?
–Иң мөһиме– үҙҙәре яратҡан кеше булһын. Үҙ динебеҙҙе тотҡан, үҙ телебеҙҙә һөйләшкән йәр булһалар үтә лә бәхетле булыр инем. Сөнки йәш саҡта беленмәһә лә, олоғая килә ике төрлө ҡараш, минталилет үҙен һиҙҙерә башлаясаҡ.
–Ә шулай ҙа, йырсы карьераһы өсөн күп балалы булыу ҡамасауламаймы? Бала хаҡы йәки мәшәҡәте тип концерттарҙан, сығыштарҙан баш тартырға тура килгәне бармы?
–Йыл ярым декрет ялында ултырған саҡта бөтөнләй сәхнәгә сыҡманым, йырҙар яҙҙырманым, эш тураһында уйланманым. Ике бәләкәй бала менән ваҡыт та етмәне, көс-ҡеүәт тә етмәй ине. Ә инде улар ҙурая килә мәшәҡәттәр ҙә бер аҙ кәмей. Хәҙер тулы ҡеүәт менән рәхәтләнем эшләйем, йырҙар яҙҙырам. Төрлө концерттарҙа сығыш яһайым да, тиҙ генә ҡайтып өйҙә әсәй бурыстарын башҡарам. Ҡыҙым Зөлхизә йорт эштәрен башҡарғанда, ҡустыларын ҡарағанда ныҡ ярҙам итә. Өйҙә нимәгәлер ваҡыт етмәй китһә, бер үк һөнәр эйәләре бит беҙ, Урал аңлап ҡабул итә. Ашарға бешмәгән, тип асыуланып ултырмай, тиҙ генә үҙе бешерә башлай. Гастролдәргә йөрөмәйем, әммә ике йыл һайын өр-яңы концерт программаһын эшләп сығарып торам. Быйылғы концерт алдынан тағы ла бер оло эш атҡарҙым: 33 халыҡ йырынан торған аудиодиск яҙҙырҙым. Ошо көндәрҙә ул донъя күрәсәк. Шуға күрә, балалар карьера өсөн ҡамасау булыуына ышанмайым.
–Барлыҡ әсәйҙәргә байрам уңайынан ниндәй теләктәреңде еткерегә теләйһең?
–Һәр әсәй үҙенең балаһына изге, яҡты теләктәр теләй. Мин уларға ошо теләктәрҙең ҡабул булыуын, әсәйҙәр балаларының бәхетле, һау-сәләмәт, ғүмерле булыуын күреп ҡыуаныуын теләйем. Нисә генә йәштә булһа ла, кешегә һәр ваҡыт әсәй кәрәк. Шуға күрә уларҙың һәр береһенә бәхетле, сәләмәтлек тулы оҙон ғүмерҙәр насип булһын.
 
                              Гөлнур ҠЫУАТОВА әнгәмәләште/"Йәшлек" гәзите, 27 ноябрь 2015 
Әйткәндәй, Лилиә ИШЕМЙӘРОВАның моңло йырҙарға тулы тамашаһын ҡарарға теләүселәрҙе 3 декабрь, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк “Ҡышҡы мөғжизә” тип аталған концерт программаһына саҡырабыҙ. Концертта йәш йырсылар Марсел Ҡотоев, Тимур Рамаҙанов, Рөстәм Шаһыбаловтар менән берлектә дуэттар, халыҡ йырҙары, сит ил шлягерҙары, классик өлгөләр яңғыраясаҡ.
 

Вернуться назад