Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031

Наши новости

Известны имена хедлайнеров «Розовой пантеры – 2019»! С 5 по 7 апреля 2019 года в Уфе состоится традиционный Международный джазовый фестиваль «Розовая пан.....
С особым днём рождения, филармония! 80 лет вместе с Вами! Сегодня - ровно 80 лет, когда 20 января 1939 года Постановлением Совета народных комиссаров БАССР .....
В Уфе состоялся третий вечер юбилейного проекта «Nostalgie – ФиларМоң. 80 лет за 8 вечеров» Осенью 2018 года, в честь своего юбилея Башгосфилармония запустила цикл проектов под названием «Nost.....
Ушел из жизни выдающийся татарский певец Ильгам Шакиров Вчера, 16 января на 84-м году жизни скончался выдающийся татарский певец и музыкальный деятель Ильга.....
«ЮБИЛЕЙНЫЙ СЕЗОН ОТКРЫТ!» В гостях у ТЦ "Вся Уфа": Ирина Захарова - начальник отдела рекламы и по связям с общественностью Баш.....
Быйыл “Евразия йөрәге” ндә Рәсәй музыканттары ла сығыш яһаясаҡ “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивалендә республиканан сыҡҡан билдәле йырсыларҙың килеүҙәре кө.....
Уфимцев приглашают послушать сказ «Про Федота-стрельца, удалого молодца» Леонида Филатова Башкирская филармония в юбилейном сезоне запускает новый проект — цикл вечеров для всей семьи «Искус.....
Уфимцев приглашают на премьеру фильма «Первый чемпион Габдрахман Кадыров» Короткометражный фильм, снятый в 2016 году на киностудии «Башкортостан» режиссером Радиком Кильмамат.....
С Рождеством Христовым! Башкирская филармония поздравляет с Рождеством Христовым.....
С Новым 2019 годом! Башкирская филармония поздравляет с Новым Музыкальным годом!.....

Независимая оценка качества оказания услуг

ПРОЙТИ ОПРОС

Архив

Статьи

Новости

Полезное

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Февраль 2019

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Культура. Гранты России

  

НовостиФәриҙә моңо беҙҙең йөрәктә…

Вернуться назад

Фәриҙә моңо беҙҙең йөрәктә…

Автор: Башкирская государственная филармония

Дата: 15.12.2015

Башҡортостанда легендаға әйләнгән йырсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашева тыуыуына бөгөн, 15 декабрь, 95 йыл тулды

Башҡортостанда легендаға әйләнгән йырсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашева тыуыуына бөгөн, 15 декабрь, 95 йыл тулды. Уның һоҡландырғыс ижады милли сәнғәтебеҙҙә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы һәм башҡорт эстрадаһы үҫешенә ҙур йоғонто яһаны. Ошо уңайҙан респуликабыҙҙа күп мәҙәни саралар үткәрелде. 14 декабрҙә, йырсы йәшәгән йортта (Октябрь революцияһы урамы, 9 адресы буйынса) мемориаль таҡтаташ асыу сараһы, кискеһен - «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Фәриҙә Ҡудашеваның иҫтәлегенә һәм ижадына бағышланған ҙур тамаша үтте.
Халыҡ Фәриҙә Ҡудашеваның яҡты иҫтәлегенә арналған кисәгә йыйылды. «Фәриҙә моңо йәшәй беҙҙең йөрәктә» тип исемләнгән концерт программаһы милли сәнғәтебеҙгә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған, үҙенә генә хас башҡарыу оҫталығына эйә булған йырсыбыҙҙың яратып башҡарған йырҙарҙан төҙөлдө. Билдәле шәхесебеҙгә арналған концертты Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова һәм күрше Татарстандан республикаһынан килгән ҡунағыбыҙ Роберт Мөғәллим улы Миннулин асты.
Тәжрибәле режиссер Ғәлимйәнов Илшат һәм сценарий авторы Зөһрә Фәйзуллина етәкселегендә әҙерләнгән тамашала тамашасылар һөйөүен яулаған филармония йырсылары Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Флүрә Килдейәрова, Башҡортостандың халыҡ артисткалары Әлфиә Юлсурина менән Римма Амангилдина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткалары Миңзифа Исҡужина менән Рәфисә Әсәҙуллина, йырсы ветерандарыбыҙ Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Мәғәриф Әхмәҙиев менән Рәис Вәғизов, ҡурайсылар – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рушан Биктимеров  һәм башҡалар ҡатнашты. 
Бәхти Ғайсиндың Фәриҙә Ҡудашеваға булған һөйөү емеше булып тыуған “Гел генә”, ”Яратам мин һинең көлөүеңде”, “Ике аҡҡош” йырҙары Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Лилиә Ишемйәрова,  «Нур» татар дәүләт театры солистары Дамира Сәйетова менән Гөлназ Мөхәмәҙиева, йәш талантлы йырсылар Зилиә Бәхтиева менән Айгиз Ханов башҡарыуында яңғыраны.  
Тамашасы һәр бер артисты көслө алҡышланы, рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне. Концерт бер тында, бер һулышта үтте. Тамашасы күңеленә үтеп инерлек итеп башҡарыусы, сихри тауышлы Фәриҙә Ҡудашеваның ижад юлы һоҡланыу ҡатыш табыныу хисе тыуҙыра… 
Филармония үҙенең сәнғәт әһелдәрен онотмай, уларҙың хәтер кисәләрен үткәреү матур бер йолаға әүерелгән. Фәриҙә Ҡудашеваның йырҙары һәм моңо халыҡ күңелендә йәшәйәсәк, күңелдәрҙе илаһи моң менән мәңге тулыландырып торасаҡ. 
… Һинең йырҙы, һинең моңдо тыңлап,
Заман менән заман ҡауышыр.
Әсәйҙәрҙән ейән-ейәнсәргә
Күсә барыр йөрәк тауышың… 
 
Эльнара Шафиҡова 
 

Вернуться назад