Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Наши новости

СИСЕЛГӘН ТӨШ Марсель Ҡотоевтың "Төш"ө нимә тураһында булды?.....
Олег Киреев и Этно-джаз бэнд «Орлан» представят новую программу 21 декабря Олег Киреев и Этно-джаз бэнд «Орлан» представят программу «ОТ БИБОПА ДО ХАРДБОПА»......
Международный фестиваль «Музыка, рождённая ветром» завершился Фееричным гала-концертом завершился первый Международный фестиваль этнических духовых инструментов «.....
Услышьте "Музыку, рождённую ветром"! Завтра, 12 декабря, состоится грандиозный Гала-концерт фестиваля "Музыка, рождённая ветром".....
До свидания, "Аманат"! Здравствуй, "Музыка, рождённая ветром"! Стали известны имена победителей II Республиканского конкурса исполнителей на башкирских народных ин.....
«Музыка, рождённая ветром»: Монголия-Казахстан-Россия! На форуме будет представлена музыкальная этнокультура Монголии, Казахстана и России!.....
«Музыка, рождённая ветром»: узбекские «родственники» башкирских инструментов! Представляем дуэт из Ташкента: Фархад Бабаназаров и Ровшанджон Юнусов.....
Башҡорт ҡумыҙы Якутияла яңғыраны Ноябрҙең һуңғы көндәрендә Саха Республикаһында (Якутия) мәртәбәле байрам – “Хомус көнө” уҙғарылды......
«МУЗЫКА, РОЖДЁННАЯ ВЕТРОМ»: ПОКОРЯЯ ТАТАРСТАН! Впервые в Татарстане будет представлен уникальный проект «Музыка, рождённая ветром»!.....

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Декабрь 2017

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

НовостиИЛФАК СМАКОВТЫҢ 75-ЙЫЛЛЫҒЫНА АРНАЛҒАН ТАМАША

Вернуться назад

ИЛФАК СМАКОВТЫҢ 75-ЙЫЛЛЫҒЫНА АРНАЛҒАН ТАМАША

Автор: Башкирская государственная филармония

Дата: 29.12.2015

29 ғинуар Илфак Смаков башҡарған йырҙар тулҡынында тибрәлеп, уның моңона сорналып ял итергә рәхим итегеҙ, дуҫтар!

29 ғинуар “Беҙ ҡабыҙған уттар һүнмәһен” циклы сиктәрендә  ИЛФАК СМАКОВТЫҢ 75-ЙЫЛЛЫҒЫНА  АРНАЛҒАН  ТАМАША  көтөлә. Илфак Смаков үҙенә генә хас башҡарыу оҫталығына эйә булған легендар йырсы. Уның ижады милли сәнғәтебеҙҙә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы һәм  башҡорт эстрадаһы үҫешенә ҙур йоғонто яһаны .
Илфак Мөжип улы  Смаков — башҡорт йырсыһы (баритон). Башҡорт АССР-ң халыҡ артисы,  РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы. Илфак Мөжип улы 1940-сы йылдың 2-се ғинуарында Башҡорт АССР-ң Саҡмағош районы Рапат ауылында тыуған. 1963 йылда Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамлаған (Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина классы).
1963—1991 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, актив концерт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә.  Көслө, матур тауышлы. Йырсының башҡорт манераһы, хислеге һәм асыҡлығы менән айырылып тора. Смаковтың концерт репертуарында башҡорт композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары урын алған: "Еҙ ҡыңғырау моңдары", "Яҙҙар булһа", "Урап, урап,ҡарҙар күмә", "Сәскәләр уяныр", "Үҙ яғыма ҡайтһам", "Юҡҡа түгел" ... 
Ҡатыны — Асия Смакова, йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы.
Илфак Смаков үткән быуаттың 80-се йылдарының иң популяр йырсыларҙың береһе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989),  Башҡорт АССР-ң халыҡ артисы (1985), Башҡорт АССР-ң атҡаҙанған артисы (1978).
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенең сәнғәт әһелдәрен онотмай. 29 ғинуар Илфак Смаков башҡарған йырҙар тулҡынында тибрәлеп, уның моңона сорналып ял итергә рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Тамашаны филармонияның йәш талантлы режиссеры Илшат Ғәлимйәнов сәхнәләштерә. 
 

Вернуться назад