Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930

Наши новости

МУЗЫКАЛЬНАЯ СУББОТА ОТ ФИЛАРМОНИИ Концертные марафоны: традиция продолжается.....
Башкирская филармония открывает новый сезон Новый сезон в Большом зале начнётся в формате музыкального ринга «МузРингШоу» (МоңRingШоу) под назва.....
Солист филармонии стал лауреатом Международного конкурса Дамир Таипов – лауреат конкурса имени Наримана Сабитова.....
Филармония представляет новые эстрадные коллективы Новое дыхание и новое звучание эстрады!.....
Внимание! Не пропустите! "МузRingШоу" Открытие 79-го концертного сезона в Большом зале "ЗА ЖИЗНЬ НА СЦЕНЕ" пройдёт в формате музыкального .....
Поздравляем с победой! Кураист Башкирской филармонии Ильнур Хайруллин стал обладателем Гран-при Регионального фестиваля ба.....
В Башкирской филармонии выступит Нидерландский секстет «Hexagon» 25 ноября секстет «Hexagon» снова выступит в филармонии. В программе концерта - Н.А. Римский-Корсако.....
Виктория Симонова: «Хорошая музыка повышает качество нашей жизни» Интервью с лектором-музыковедом Викторией Симоновой.....
С днём профсоюзного работника Республики Башкортостан! Поздравляем всех членов профсоюзов своих организаций! И надеемся на пополнение рядов профессиональны.....
В декабре стартует "АМАНАТ"-2 II Республиканский конкурс исполнителей на башкирских народных инструментах «АМАНАТ» (думбыра, кыл-.....

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наши фестивали

II Республиканский конкурс исполнителей на башкирских народных инструментах «АМАНАТ»

Подробнее...

Наш репертуар

Декабрь 2017

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Пресса”Атайым – талапсан, ғорур кеше”

Вернуться назад

”Атайым – талапсан, ғорур кеше”

Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА/ "Йэшлек" гэзите

Дата: 17.12.2015

Йәш ярымдан сәхнә яулаусы Айтуған Ғәйзуллин атаһының йөҙөнә ҡыҙҙыллыҡ килтермәҫкә тырыша. Үҙенең моңло тауышы менән төрлө быуын вәкилен әсир иткән Айтуған Ғәйзуллин тәүге тапҡыр сәхнәгә йәш ярымлыҡ саҡта сыға. Өфөлә лә түгел, ә Пермь ҡалаһында. Атаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллинға ҡушылып ҡумыҙ уйнауы барлыҡ тамашасыларҙы шаҡ ҡатыра

Йәш ярымдан сәхнә яулаусы Айтуған Ғәйзуллин атаһының йөҙөнә ҡыҙҙыллыҡ килтермәҫкә тырыша 
Үҙенең моңло тауышы менән төрлө быуын вәкилен әсир иткән Айтуған Ғәйзуллин тәүге тапҡыр сәхнәгә йәш ярымлыҡ саҡта сыға. Өфөлә лә түгел, ә Пермь ҡалаһында. Атаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллинға ҡушылып ҡумыҙ уйнауы барлыҡ тамашасыларҙы шаҡ ҡатыра. Көслө алҡыштарға кескәй бала хатта бер аҙ аптырап ҡала, әммә тиҙ генә үҙен ҡулға алып, баш эйергә кәрәклеген иҫенә төшөрә. 
Ошо көндән алып Айтуған сәхнә күрке. Атаһының ҡурай моңдарына ҡушылып халыҡ йырҙарын башҡара, төрлө башҡорт халыҡ музыка ҡоралында, фортепьяно, валторна, гитара (мәктәптә уҡыған йылдарында атаһы ни бары өс аккордты өйрәтә, әрме хеҙмәтен үткәндә егет оҫталығын камиллаштыра) уйнарға өйрәнә. Ә улының йырсы булырын Рәмил ағай уға дүрт ай саҡта уҡ күҙаллай. 
– Мин сәңгелдәктә ятҡан саҡта, атайым фортепьяноның бер клавишаһына баҫҡан да, ҡыланышымды күҙәтә башлаған. Бер-нисә тапҡыр шулай ҡабатлауға, шул нотаға яраҡлы тауыштар сығара башлағанмын. Моңдо тойомлау, ишетеү һәләте барлығын белгәс тә, минең музыкант булыуымды теләп, ул ошо һәләтемде үҫтерергә булышлыҡ итә башланы. Өс йәшемдә үк “Уралым” йырын өйрәткәйне, ул һаман да репертуарымда бар, йыш ҡына, айырыуса сит ерҙәрҙә сығыш яһаған саҡта башҡарам – тип был хаҡта бәйән итте Айтуған. – Уның менән алты йәшемдә Мәскәү ҡалаһында үткән “Роза ветров” конкурсында Гран-при яуланым. Был минең тәүге еңеүем. Әммә атайым музыкант, вокал буйынса махсус белеме юҡ. Шуға күрә күберәк музыка менән шөғөлләндем, үҙемдең тауыш мөмкинлектәремде белмәй инем. Өфө дәүләт сәнғәт училищеһына уҡырға ингәс кенә, йыр буйынса дәрестәр ала башланым. Тауышым асылды, башҡарыу диапозоны киңәйҙе. Уҡыуымды хәҙер Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының джаз эстрадаһы бүлегендә дауам итәм. 
Рәмил ағайҙың оҙайлы гастролдәре, төрлө район-ҡалалар, хатта сит илдәрҙә сығыш яһауы, һәр ваҡыт тиерлек юлда булыуы ла йәш егет өсөн буласаҡ һөнәрен серлерәк, ҡыҙыҡлыраҡ итеп күҙ алдына килтерергә булышлыҡ итә. Уҡыуын тамамлағанын көтөп ултырмай ул, үҫмер саҡтан уҡ атаһы менән дә, төрлө йырсы менән дә концерттар ҡуйып. гастролдәргә йөрөй башлай. Һәр яңы ерҙә яңы танышлыҡтар, яңы дуҫтар, йыр, сәнғәт хаҡындағы әнгәмәләр йәш йырсының тормошон яңылыҡтарға, маҡсаттарға байыта, ваҡиғалар сылбыры бер-бер артлы алмашынып тороуы уға үҫергә, характерын сыныҡтырырға ярҙам итә. Сәнғәт юлын һайлауына үкенмәй Айтуған. 
Бөгөн аталы-уллы Ғәйзуллиндар Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләп йөрөй. Олоһо – Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры етәксеһе, кесеһе – йырсы. 
Рәмил ағайҙың күркәм холоҡтары тураһында һорағас, Айтуған түбәндәгеләрҙе һөйләне: 
– Улар бик күп. Атайымдың беҙҙе яратыуын һәм беҙгә ҡарата 
һәр ваҡыт талапсан булыуын билдәләп үтер инем. Музыка менән шөғөлләнеү буйынса ла, характерҙарыбыҙға ҡарата ла тәнҡит күҙлегенән ҡарай. Бер түгел өс малай тәрбиәләгән кешегә ҡаты холоҡ күрһәтмәйсә лә булмайҙыр. Һәр балаға шаянлыҡ, ялҡаулыҡ хас бит. Бәләкәйҙән килгән беҙҙәге тырышлыҡ, маҡсатҡа ынтылыш атайымдың ошо тәрбиәһенән килә. Хәҙер ҙә, яңы йыр яҙҙырһам, күп кеше оҡшата, радионан яңғыраталар, хатта конкурстарҙа ҡатнашып еңәм. Әммә ул кәмселектәр таба, хаталарға төртөп күрһәтә. Мин быға бер ҡасан да, хатта балалыҡ йылдарында ла үпкәләмәнем. Артист булараҡ, уның был характеры миңә камиллашырға ярҙам итә. Йырҙы яҙҙырҙың да, оноттоң түгел, ә йырсы уны башҡарған һайын үҙе өсөн яңынан-яңы асыш яһарға тейеш. 
Атайымды ихтирам иткән тағы ла бер холҡо хаҡында әйтер үткем килә: ул – ысын башҡорт ир-егеттәренә хас булғанса ғорур кеше. Быны тәкәбберлек менән бутарға ярамай. Кешеләргә характер күрһәтеп йөрөмәй, яҡшы мөнәсәбәттә. Күп сәнғәт әһеле, туғандар кәңәш һорап килһә, ул һәр кемгә ваҡыт табырға тырыша. Беҙгә ололарға ҡарата ихтирамлы булырға үҙе миҫалында өйрәтте. Шау-гөр килеп шаярышып йөрөһәк тә, өйгә өлкән кеше килһә, уларға ҡамасауламаҫ өсөн шып-шым ҡала инек. Уға ҡаратала хөрмәтебеҙ ҙур. Мәҫәлән, атай табын артына килеп ултырмайынса ашай башламайбыҙ. 
Айтуған үҙен был тормошта бары тик йырсы, сәхнә кешеһе итеп кенә күрә. Быға һис кенә лә аптырарға ярамай, сөнки сәхнәгә булған һөйөүен Рәмил ағай өс улында ла тәрбиәләгән. Икенсе улы Шамил да сәнғәт училищеһының вокал бүлегендә белем ала, киләсәктә опера йырсыһы буласаҡ. Төпсөк улы Ихсан әлеге ваҡытта махсус музыка колледжында уҡып йөрөй, һуҡма музыка ҡоралдарында уйнай. Хеҙмәт юлын “Splash” төркөмөндә башлап та өлгөргән.Уларҙың әсәһе Ирина апай һөнәре буйынса юрист, тыумышы менән Учалы яғынан. Улдарының береһе лә уның юлын һайламауына үпкәләйме-юҡмы икәнен йырсы белмәй, әммә сер итеп кенә әсәһенең дә матур йырлауын әйтте. Ул үҙенең булмышы менән сәнғәткә хеҙмәт итә: өлгөлө ҡатын, хәстәрлекле әсәй бер түгел дүрт талантты ҡурсалай. 
Бала саҡта Айтуғандың йәйҙәре Белорет, Учалы райондарында үткән. Бесән әҙерләү оҫтаһы, тәжрибәһе байтаҡ.Мәктәптә белем алған саҡта, музыка йүнәлешендә уға атаһы ярҙам итә, ә алгебра, тарих фәндәренән алған “икеле”, “өслө” билдәләрен төҙәтер өсөн әсәһенә байтаҡ көс түгергә тура килә. Оҙон көндәр буйы өйгә эштәрҙе башҡарып ултырыуҙарын улар һаман да көлөшөп иҫкә ала. 
Айтуған һуңғы ваҡытта тамашасыларын үҙе ижад иткән йырҙары менән дә ҡыуандыра. Унан тыш, ретро йырҙар менән ҡыҙыҡһына, Нур Дауытов, Салауат Низаметдинов ижад иткән йырҙарҙы яратып башҡара. Хушлашҡан саҡта йырсы йәш ижадсыларға теләктәрен дә, үҙенең хыялдарын да еткерҙе: 
– Йәштәргә күп осраҡта сабырлыҡ етмәй. Күптәр тәүге йырҙары менән үк халыҡтың һөйөүен, билдәлелек яуларға теләй. Ә сәнғәткә илткән юл оҙон, ҡатмарлы, хаталар ҙа тулып ята. Шуға күрә хаталарҙан һабаҡ алып, ашыҡмай ғына, бер көнлөк данға алданмайса барырға кәрәк. Мәҫәлән, барыһы ла Радик Юлъяҡшин кеүек булырға тырыша, ә ул билдәлелек яулағансы тиклем ун йылдан ашыу тир түкте, тәжрибә тупланы. Бер йыр менән йәки ҡыҫҡа ғына ваҡытта “йондоҙ” булып булмай. Ә инде тормошоңдоң мәғәнәһен йырҙа күрәһең икән, һис кенә лә туҡтап ҡалырға ярамай. Туҡтап ҡалғанһың икән, тимәк, ул һинең маҡсатың булмаған. Йырҙы яратһаң, унһыҙ йәшәп булмай. 
Һәр кешенең көнсөл дошмандары була, атайымды яратмаусылар күп осраҡта беҙгә, уның ғаиләһенә лә, аяҡ салырға тырыша. Әммә көслө рухлы атайым, был осраҡта ла йыуатыр һүҙ таба: ”Тимәк, уларҙы мин генә түгел, хатта һеҙ ҙә уҙып киткәнһегеҙ”. Мин тормошта ла, ижадта ла атайымдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышам. Ғәйзуллиндарҙың данын ул күтәрҙе, ә беҙгә бары тик уға тап төшөрмәҫ өсөн көс һалырға кәрәк. Киләсәктә уға беҙҙең генә түгел, ә ейәндәренең дә сәхнәлә тороуын күреп ҡыуаныу насип булһа ине. Мин әлеге ваҡытта ошо турала хыялланам. 
Гөлнур ҠЫУАТОВА, "Йэшлек" гэзите, 04.12.2015

Вернуться назад