Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031

Наши новости

WEEKEND С ОРГАНОМ Башкирская филармония объявляет об открытии сезона Воскресных концертов для всей семьи – «Weekend с .....
ВСПОМИНАЯ МУСТАЯ КАРИМА… Сегодня, 17 октября, в Башгосфилармонии пройдет Музыкально-поэтический вечер «Я не случайный гость .....
В Уфе состоялся уникальный джаз концерт Этно-джаз бэнда «Орлан» 12 октября в Башгосфилармонии состоялся Большой джаз концерт Этно-джаз бэнда «Орлан» Олега Киреева......
С ДНЕМ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН! 11 октября Башкортостан празднует День Республики — День принятия Декларации о государственном сувер.....
БОЛЬШОЙ ДЖАЗ 12 октября Башгосфилармония представляет Большой джаз концерт Этно-джаз бэнда «Орлан» Олега Киреева.....
Сегодня - Всемирный день учителя! Поздравление министра культуры Республики Башкортостан с Днём учителя.....
В Уфе состоялся концерт Ансамбля «Россия» им. Людмилы Зыкиной Сегодня в Уфе состоялся очередной концерт в рамках Всероссийского фестиваля хоров, ансамблей песни и.....
Как в филармонии праздновали День Золотой Молодёжи! Вчера вечером, 3 октября, Башкирская филармония провела торжественное чаепитие для своих ветеранов......
Приветствие ансамбля "Россия" им. Людмилы Зыкиной 4 октября в рамках фестиваля "Голоса России" выступит ансамбль «Россия» имени Людмилы Зыкиной с прог.....

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Октябрь 2017

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

НовостиМаэстро, музыка өсөн рәхмәт!

Вернуться назад

Маэстро, музыка өсөн рәхмәт!

Автор: Башкирская государственная филармония

Дата: 03.03.2016

2 март Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында билдәле композитор Салауат Низаметдиновтың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе үтте

2 март Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында билдәле композитор Салауат Низаметдиновтың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе үтте.
Радио, телевидение аша йыш ишетелгән «Күҙҙәремә ҡара», «Күҙ нурым», «Ялан сәскәләре», «Иҫке өй» йырҙарын ишетмәгән һәм йырламаған кеше юҡтыр. Ошо халыҡсан ижад емештәренең авторы - республикабыҙҙың талантлы улы Салауат Низаметдинов.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, композиторҙың ғүмере ҡыҫҡа булды һәм шул ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә лә һигеҙ опера, ике симфония, әллә күпме хор, вокал, инструменталь әҫәрҙәр, эстрада йырҙары ижад итеп өлгөрҙө. 
2 март филармонияның Ҙур залында Салауат Низаметдиновтың яҡты иҫтәлегенә һәм тыуған көнөнә арналған «Маэстроның күңел сере» исемле хәтер кисәһе ойошторолдо. Унда композиторҙың ҡатыны, ҡыҙы, туғандары һәм музыканттың ижадына битараф булмаған тамашасылар йыйылды.
Кисәне композиторҙың ижадташ дуҫы, билдәле режиссер Рөстәм Ғәлиев асып ебәрҙе. Ул Салауат Низаметдиновҡа бағышлап шиғыр юлдарын уҡып ишеттерҙе. Сараны алып барыусы, филармонияның музыка белгесе Виктория Симонова Салауат Әхмәҙи улы тураһындағы «Маэстроның күңел сере» исемле китабының авторы. Ул үҙенең иҫтәлектәрен тамашасылар менән дә уртаҡлашты.
Бигерәк тә филармонияның йәш солистары Салауат Низаметдиновтың бығаса бик яңғырамаған йырҙарын моңло һәм сағыу итеп башҡарыуҙары  бик ҡыуандырҙы. Республика конкурстары лауреаты Тимур Рамаҙанов башҡарған “Күҙҙәреңдән ҡарап беләм”,  халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Рөстәм Шаһыбаловтың - “Бутамағыҙ минең яҙмышымды”, «Ҡарауан» төркөмөнөң солисы Эльмир Әбүбәкировтың - “Һағынырһың” йырҙары тамашасы тарафынан бик йылы ҡабул ителде һәм алҡыштарға күмелде.
Беҙ яратҡан һәм хөрмәт иткән режиссер Олег Ханов уҡыған шиғыр юлдары береһен дә битараф ҡалдырманы. 
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Флүрә Килдейәрова, Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Нәзифә Ҡадырова,  Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев кисәгә тағы ла абруй өҫтәнеләр.
Финал йыры булып композиторҙың «Күҙҙәремә ҡара-шул да етә» әҫәре бөтә йырсылар һәм тамашасылар башҡарыуында яңғыраны. Һәр ижад кешеһенә иң ҙур баһа - ул халыҡ танылыуылыр, был йәһәттән Салауат Әхмәҙи улының даны бар.... Маэстро, музыка өсөн рәхмәт!
 

Вернуться назад