Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031

Наши новости

Скорбим и помним... Ушла из жизни известный музыковед Давыдова Эльмира Мингажевна.....
Объявляется набор в Капеллу мальчиков! Государственная академическая хоровая капелла РБ им. Т.Сайфуллина объявляет дополнительный набор в К.....
УҢЫШТАР ТИМУРҒА Дуҫтар, тауыштарҙы йәлләмәйек!.....
«Салават» покоряет мир! Видеосюжет о Детской академии танца "Салават" при БГФ им. Х. Ахметова на телеканале Культура-Россия-.....
С Днем Семьи, Любви и Верности! Поздравление Башкирской филармонии с Днём семьи, любви и верности!.....
Внимание! Конкурс! Башкирская филармония объявляет о проведении конкурсных прослушиваний на должности в хоровую капеллу.....
Объявлен набор в Детскую академию танца "Салават" Детская академия танца "Салават" при Башкирской государственной филармонии им. Х. Ахметова приглашае.....
Башкирский курай зазвучит в Азербайджане Азат Бикчурин представит курай на фестивале в Азербайджане.....
БРАВО, «САЛАВАТИКИ»! В филармонии снова радостная весть! Наши «салаватики» взяли Гран-при Международного фестиваля-конкур.....

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

Полезное

2018 - Год Семьи

2018 год объявлен в Башкортостане Годом семьи

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Май-Июнь 2018

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

ПрессаУрау булһа ла, юл яҡшы

Вернуться назад

Урау булһа ла, юл яҡшы

Автор: Харис Шәрипов/ "Башҡортостан" гәзите

Дата: 04.03.2016

“Аҡсарлаҡ”, “Аҡ болоттар”, “Әйҙә әле, йырлап үтәйек”, “Ҡәнәферҙәр”, “Әллә ниңә һине юҡһынам” йырҙарын тап ошо артист башҡарыуында яратып тыңлаусылар аҙ түгел. Үҙенсәлекле, күңелгә үтерлек моңо менән тамашасыны әсир иткән ул Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтов

“Аҡсарлаҡ”, “Аҡ болоттар”, “Әйҙә әле, йырлап үтәйек”, “Ҡәнәферҙәр”, “Әллә ниңә һине юҡһынам” йырҙарын тап ошо артист башҡарыуында яратып тыңлаусылар аҙ түгел. Үҙенсәлекле, күңелгә үтерлек моңо менән тамашасыны әсир иткән ул Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтов.
Ижадының сығанағы тыуған яҡ тәбиғәтенә, хал­ҡының ихласлығына, асыҡ йөрәклелегенә бәйле икәнен дәлилләп, ғүмеренең алтын сағына аяҡ баҫҡан артист Әбйәлил хаҡында күңелендә йылы хәтирәләр генә һаҡлай. 
– Хозур ерҙә тыуып үҫтем. Ҡарабалыҡлы күлендә һыу индем, балыҡ ҡармаҡланым. Ослотау, Йомороғор тауҙарында еләк, сейә йыйҙым. Ололар әйтеүенсә, бала саҡтан уҡ йырлағанмын. Урамға сыҡһам, ҡыҙыҡ күреп, кәнфит, аҡса биреп тә моңландырғандар, – ти Радик. – Сәлимә өләсәйем гел генә боронғо көйҙәр һуҙа ине. Заманында тирә-йүндәге атаҡлы йыраусы ла булған ул. Өләсәйемдең балалары ла йырға маһир ине. Һәләт миңә уларҙан күскән, күрәһең.
Сәхнә хыялы Радиктың күңелендә бала саҡ­тан уҡ йәшәй, әммә гармунда уйнау теләге аҡса етеңкерәмәү сәбәпле тормошҡа ашмай. Баҙап ҡалмай егет, гитара сиртергә өйрәнә. Йәй көнө ауылға ялға күрше ятҡан Магнитогорск ҡалаһынан егеттәр килә. Бәхеткә күрә, улар тап Радиктарға фатирға төшә. Отҡор малайҙы егеттәр гитарала уйнарға, рус телендә йырларға өйрәтә. Тора-бара Радик үҙенә шундай музыка ҡоралы алып, сәнғәтте ныҡлап үҙләштерә башлай. Кисен ауыл йәштәре алдында ла сығыш яһай. Шулай бер мәл – етенсе класта уҡыған сағында – мәктәп линейкаһына йыялар. Ҡыҙҙар-егеттәр төрлө концерт номерҙары күрһәтә. Бер малай гитара тотоп сығып баҫа, әммә ҡаушау сәбәпле уйнай алмай. Хәйер, мәктәп директоры: “Тағы уйнаусылар бармы?” – тип һорағас, халыҡ араһынан “Бар, бар, Радик уйнай” тигән һүҙҙәр ишетелә. Ахырҙа егет ҡыйыуһыҙ ғына сыға ла, гитараны көйләп алып, көр тауыш менән йырлап ебәрә. Был сығыш бар халыҡты хайран ҡалдыра. Радиктың йырсы тигән даны тарала. 
Артист булыу теләге көслө булһа ла, сәнғәткә юл тура ғына бармай. Урта мәктәпте тамамлағас, егет Таштимерҙәге һөнәрселек училищеһына бара, тракторсы, комбайнсы һөнәрҙәрен үҙләштерә. Уҡыу йортонда Радик һәләтле студенттарҙы бергә йыйып, вокаль-инструменталь ансамбль ойоштора. Төрлө сараларҙа сығыш яһай, ауылдарға концерт менән йөрөй башлай дәртле, моңло был йәштәр. Шулай ҙа уҡыуын тамамлағас, Радик ғәзиз төбәгенә ҡайтып баҫыуҙа ла, фермала ла, ҡышын ҡаҙанлыҡта ла эшләй. Ҡыҫҡаһы, күп урында көс түгә. 
Үҙешмәкәр сәнғәт тә ят булмай уға. Район кимәлендә үткән “Тальян гармун” фестивалендә ҡатнашып, алдынғы урын ала. Барыһы ла Радикты йырсы булырға өгөтләһә лә, егет был һөнәргә ҡайҙа уҡытҡандарын белмәй. Өфөлә сәнғәт училищеһы барлығын ишетеп ҡалғас, баш ҡалаға юллана. Уҡытыусыларҙы уның көслө, бәрхәт тембрлы баритон тауышы таң ҡалдыра, һәм Радикты остаздар: “Быға тиклем ҡайҙа йөрөнөң? Уҡырға кил!” – тип оҙата. 1987 йылда егет сәнғәт училищеһында танылған педагог Әлфиә Мәсәлимованың класында вокал серҙәренә төшөнә башлай. 
Тырыш егет 2001 йылда ситтән тороп Өфө дәүләт сән­ғәт академияһының башҡорт музыка бүлеген тамамлай. Әммә, фенол ғәләмәте килеп сыҡҡас, Радик ҡаты ауырый һәм ошо сәбәпле яңы асылған Учалы ҡалаһы филар­мо­нияһына эшкә юллана. Ундағы көнкүреш шарттары әллә ни маҡтанырлыҡ булмаһа ла, йырсы илһамланып ижад итеүен туҡтатмай. Мәшһүр йырсы Абдулла Солтанов үҙенең бер бәйгеһендә, Радиктың башҡарыуын юғары баһалап, уға беренсе премияны тапшыра. Артабан “Яҙғы моңдар”, “Дуҫлыҡ йыры”, “Ирәндек моңдары” конкурстарында ла сығыш яһай йырсы. 
1998 йылда Радик Вәлмөхәмәтов Нефтекамала яңы асылған филармонияға эшкә бара, унда эшләгән дәүерҙә фатирлы ла була. Бында ла һәләтле музыканттарҙы саҡырып, башҡорт эстрада төркөмөн ойоштора. Берләшеп, улар республика буйлап гастролдә йөрөй. Яйлап үҙ тамашасыһын табалар. 
2003 йылда Радик Вәлмөхәмәтовты Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡыралар. “Йәдкәр” фольклор ансамблендә бер йыл ижад иткәндән һуң, йырсы “Ихлас” төркөмөнөң етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Танылған артистарҙан торған был моңға бай төркөм республикала ла, илдең башҡа бик күп төбәктәрендә лә сығыш яһай. Бөгөн дә Радик ошондай әүҙем, дәртле эшмәкәрлеген дауам итә, яратҡан сәнғәтенә тоғро ҡала. Ярты быуаттай ғүмеренең ҡап яртыһын ижадҡа арнаған, әле уның емештәрен татыған Радик Вәлмөхәмәтов “Бәхеткә ҡойонор сағы”на аяҡ баҫа. Уның юбилейы айҡанлы әҙерләнгән концерт программаһы ла тап шулай атала. 
Автор: Харис ШӘРИПОВ,"Башҡортостан" гәзите/04.03.2016 

Вернуться назад