Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
123
45678910
11121314151617
18192021222324
252627282930

Наши новости

В ФИЛАРМОНИИ ПРЕЗЕНТУЮТ КЛУБ ФИЛОФОНИСТОВ В Уфе возрождается клуб филофонистов.....
В каждом сердце - голоса России! Впервые в Уфе - Всероссийский фестиваль хоров, ансамблей песни и танца "Голоса России".....
Алексей Чернов - пианист, композитор, современник... «Враг музыки – не авангард, а непрофессионализм...» (Алексей Чернов).....
Филармония представляет! Гастрольный тур нового сезона После летних отпусков творческие коллективы Башкирской государственной филармонии им. Х. Ахметова сн.....
ГАСТРОЛДӘР Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ижади коллективтары йәнә гастролдәргә сыға......
Удачи, Альфия! Наши на «The Spirit of Desht-I-Kipchak»!.....
ОСЕНЬ В СТИЛЕ ДЖАЗ НА GOGOL-STREET! Начало осени Башкирская государственная филармония имени Хусаина Ахметова знаменует встречей с джаз.....
Филармония объявляет Музыкальную осень! Осень невозможно не ждать, когда она музыкальная! И Башкирской государственной филармонии есть что п.....
Разыгран первый пригласительный на "Голоса России"! Уфимка выиграла пригласительный билет на 2 лица на один из концертов фестиваля "Голоса России"!.....
Мамба над землёй! Как артистки филармонии открыли новый сезон СТС........

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Сентябрь 2017

Октябрь 2017

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

ПрессаМоңло ғүмер

Вернуться назад

Моңло ғүмер

Автор: Хәнис Хажимов / "Башҡортостан" гәзите

Дата: 30.09.2014

Уҙған быуаттың 40-сы, 50-се йылдарында оҫта баянсылар Таһир Кәримов менән Әлфәрит Солтанов дәртләнеп ижад итте. Оло быуын вәкилдәре хәтерләйҙер: уларға алмашҡа Фәнил Ишморатов менән Редик Фәсхетдинов килде. Был күренеш моң сәнғәтен үҫтереүҙә һиҙелерлек аҙым булды. Атаҡлы баянсыбыҙ Редик Әхмәт улы Фәсхетдиновты хәҙер кем генә белмәй икән? Уның уйнауы үҙе бер оркестрҙы хәтерләтә.

Моңло артистарҙы, музыканттарҙы беҙ­гә һәр ваҡыт ауыл бирҙе. Баймаҡ районы­ның Темәс ауылында донъя­ға килгән Ре­дик. Бер ғаиләлә тыуып үҫкән ике ир сән­ғәт юлын һайлаған: Әхәт – бейеүсе-хореог­раф, Редик – гармунсы. Заман­даш­тарының әйте­үен­сә, Редиктың үҙенсә­лек­ле шәхес булыры шул ваҡытта уҡ шәйләнә. Ҙур ауыл­да берҙән-бер гармунсы булып дан ҡаҙан­ған ул. Йәш­тәрҙең киске уйындарында сиҙәм ҡарай­ған­сы бейегәндәре әле лә иҫендә Ре­дик­тың. Бына ҡайҙа ул дәрт, тор­мош­ҡа мө­хәб­бәт, йәшәү­ҙең ләззәтле миҙ­гелдәре!

Бала сағынан баянсы булам тип хыял­лана егет. Абруйлы музыканттар Әлфә­рит Солтанов, Бәхти Ғай­син ижадына ғашиҡ булып йәшәү 1959 йылда Өфө сән­ғәт учи­лище­һының халыҡ музыка ҡорал­дары бүлегенә алып килә уны. Студент сағында уҡ Редик гастролдәргә йөрөй, ҡайҙа барһа ла хөрмәт итәләр. Үҙенең беренсе концертын бөгөнгөләй хәтерләй. 1961 йылдың 5 авгусында Мәскәүҙә үткән Башҡорт­остан сәнғәте көндәрендә ҡат­на­шырға насип була уға. Шунан алып ғүмер юлы­ның 53 йылын яҡын дуҫы, кәңәшсеһе – баяны – менән үтә. Училищены та­мамлағанда композитор Николай Чайкиндың “Оркестр оҙа­ты­уын­да ба­ян өсөн концерт”ын баш­ҡа­ра. Уның имтихан емешен мах­сус таҫмаға яҙҙырып алалар. Егет, уҡы­уын дауам итергә теләп, Мәскәүгә, кон­серва­торияға бара. Тормошта тәҡ­дир тигән тө­шөнсә хөкөмдар бит – баш ҡалала ғә­жә­йеп шәхес Фәйзи Ғәскәров менән осраша.

– Ул ифрат көслө рухлы кеше ине. Һинең консерваторияң – ауыл сәхнә­һен­дә, тип ҡырт киҫте, мине кире Өфөгә алып ҡайтып китте уҙаман, – тип хәтер­ләй Редик. – Яҡшы көй бе­йей белмәгән­дәрҙе бейергә мәжбүр итер­гә тейеш, тип әйтә торғайны Фәйзи ағай.

Яҙмыштыр инде, Мәскәү урамында ике яҡташтың осрашыуы ғү­мерлек ижади дуҫ­лыҡҡа әйләнә. Был дәүер халыҡ бейеүҙәре ансамбле­нең сәскә атҡан йылдары тиһәк, һис арттырыу булмаҫ. Ер шарын иңләп, дан ҡаҙана коллектив. Бигерәк тә шәреҡ илдәрендә йылы ҡабул итәләр уларҙы.

Көньяҡ Америка, Азия, Африка, Аф­ған­стан, Иран, Пакистан, Урта Азия ха­лыҡ­та­рын башҡорт иленең мәҙәниәте менән таныштырып йөрөй Темәс егете.

– Экваторҙы нисә тапҡыр киҫеп осҡан­мын­дыр, үҙем дә хәтерләмә­йем. Само­лет­та эк­ва­тор аша үткәндә махсус суве­нир тапшыралар ине, шу­ларҙы һа­нап белмәһәк инде? – тип шаярта музыкант.

Редик Әх­мәт улы уйна­ған­да һәр йырсы үҙен ышаныс­лы тоя. Мәс­кәүҙә, Аф­ған­стан­да халҡы­быҙ­ҙың бөйөк йыр­сыһы Мәғәфүр Хис­мә­туллинға Заһир Исмәғи­лев­тең “Салауат арияһы”н баян мо­ңона ҡушылып йыр­лар­ға ярҙам итә. Ғө­мүмән, башҡарыу оҫ­та­лығы менән моңдоң сихри көсөн ха­лыҡҡа еткерә алды. Был ижад йырсы­ларҙың иғтибарын үҙенә тарт­ты. Флүрә Килдейәрова, Венер Мостафин, Райман Ишбаев, Харис Шәрипов­тар Бөтә Рәсәй конкурс-фестивал­дәренән лауреат булып ҡайтты. Редик Фәсхетдинов улар­ҙың аккомпаниаторы ине. Ул концерт­тың башынан аҙағынаса артистарҙы ла, тама­шасыларҙы ла дәртләндереп тора.

Башҡортостандың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Редик Әхмәт улы Фәс­хетдинов – бик бәхетле кеше. Хоҙай уға мәшһүр йырсыларыбыҙ Илфаҡ Смаков, Ра­дик Гәрәев, Рамаҙан Йәнбәковтар менән бергә эшләү, нурлы ижад ғүмере биргән. Миңләхмәт Ғәйнетдинов, Хәди­фән Сәрүә­ров, Хәлит Фәтихов, Әлфәрит Солтанов, Бәхти Ғайсин, Йәүҙәт Моратов һәм Риф Вәлиевтәр Редиктың фекер­ҙәш­тәре, дуҫ­тары булып ҡалған. Сәхнә ве­тера­ны улар­ҙың хеҙмәте һәм ижады ту­ра­һында бары йылы хистәр генә һаҡлай.

Сәхнә ул – бөйөк урын. Бөртөкләп та­рал­ған сәсең дә, кейгән кейемең дә, кә­йе­фең дә, башҡарыу оҫталығың да тейешле бе­йек­лектә булһын. Моң ул тәмле ризыҡ шикел­ле. Әллә яҡшы китап менән сағыш­ты­райыҡмы? Ул китаптың һәр би­те, һәр һөйләме тәрән мәғәнәле булырға те­йеш. Шул ваҡытта уңыш булыр. Редик Әхмәт улы үҙенә бик талапсан ҡарай. Ғә­ҙәтенә кергән. Концерттан бер сәғәт алда үҙен һәм йырсыны тамашасы ме­нән ос­рашыуға әҙер­ләй. Буласаҡ тамашаны энә­һенән-ебенә тиклем күҙ уңынан үткәрә.

– Рөстәм Яхин, Александр Ключарев, Салауат Низаметдинов, Рим Хәсәнов – яратҡан композиторҙарым. Ижади ғүме­ремдең 12 йылы беҙҙең ғәскәрҙәр хеҙмәт иткән Монголияла, Ҡытайҙа концерт бригадалары менән сығыш яһап үтте. Сит ерҙәр­ҙә үҙебеҙҙең ил егеттәрен күреп, уларҙың хеҙмәтен бер аҙ булһа ла еңе­ләйтергә тырышып йөрөнөк. Бына ҡайҙа тыуған төйәк, ер-һыу, ғаилә һәм бала саҡ иҫкә төшә, күңел һыҙлай. Йәшәйештең мәғәнәһен бө­төнләй икенсе нәмәнән эҙ­ләйһең, бында йырыбыҙ, моңобоҙ, теле­беҙ, илебеҙ ҡәҙер­ле, – ти Редик ағай, үткәндәрҙе хәтер янсығынан барлап.

Редик Фәсхетдиновтан халыҡсан тел, еңелсә юмор, лиризм, йылылык бөркөлөп тора, бәлки, шул сифаттары меңдәрсә та­машасының күңелен яулайҙыр. Уның ҡа­батланмаҫ шәхес, бер нисә музыка ҡо­ра­лын­да уйнаусы, урғып торған моң шишмәһе булыуына иң ҡыуанған кеше – тормош сәскәһе, Башҡортостандың атҡа­ҙан­ған артисы Гөл­нур ханым. Үҙе лә сән­ғәт кешеһе. Редиктың бер алдына, бер артына төшөп, иҫәнлек-һау­лыҡ теләп, эшкә оҙа­тыуында ла күп йылдар һынал­ған мөхәббәт һәм ихтирам хисе тойола.

Үткәндәр менән генә йәшәп булмай. Редик Фәсхетдинов ҙур концерттарҙа, бәй­геләрҙә әле лә ҡатнаша. Күңеле йәш уның. Күптән түгел Өфө сәнғәт училище­һы үт­кәр­гән “Ниндәй йыр ул баянһыҙ” (“Какая пес­ня без баяна”) исемле республика акком­па­ниа­торҙар бәйгеһендә Владимир Суханов, Миңләхмәт Ғәйнетдинов менән төп бүләккә – “Алтын кубок”ка – лайыҡ булды. Вете­ран­дың бармаҡтары көслө, хистәре ташып тора, үҙе алға төбәлгән уй-хыялдар менән йәшәй.

– Көн дә иртән уянғас, уйланып ятам, – ти Редик ағай. – Ябай булмаған, ауыр­лыҡ­­тар, ҡатмарлыҡтар менән тулы ғүмер үтел­де. Тормош матур! Яңы быуын ­ны­ғып, ая­ғына баҫа. Быйыл ейәнсәрем Элина Мәскәүҙә П. Чайковский исемендә­ге кон­серваторияның виолончель бүле­ген тамам­лай. Халыҡ-ара бәйгелә Гран-при яулап өлгөрҙө. Рәхәтләнеп, донъяның йәмен, тәмен белеп йәшәйек әле.

Хәнис Хажимов / "Башҡортостан" гәзите

Вернуться назад