Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728

Наши новости

КЛАВЕСИН И ВСЁ О НЁМ. Часть III. Клавесин в Уфе Клавесин Башкирской филармонии.....
Весь этот джаз... и дети! Предстоящий уикенд в Башкирской филармонии пройдет под знаком джаза!.....
Состоялось расширенное заседание коллегии Министерства культуры Республики Башкортостан Вчера, 15 февраля, были подведены итоги работы Министерства в 2017 году и поставлены задачи на 2018 .....
ФИЛАРМОНИЯ: МОЛОДЫЕ - МОЛОДЫМ! Башкирская филармония представляет: Юношеская филармония Республики Башкортостан.....
Необыкновенный концерт для всех влюблённых! Башкирская филармония поздравляет с самым романтичным праздником!.....
Музыкальная валентинка: итальянская мандолина, места для влюблённых, сюрпризы, призы, подарки Сегодня, в преддверии самого романтичного праздника Башкирская филармония готовит сюрпризы!.....
В преддверии Дня всех влюбленных Башкирская филармония предлагает... Башкирская филармония в самую романтичную неделю февраля предлагает своим слушателям разнообразить.....
ЮБИЛЕЙНОЕ... Сегодня, 9 февраля, свой юбилей празднует директор Башкирской филармонии!.....
Итальянская мандолина и тувинский хоомей Башкирская филармония в самую романтичную неделю февраля предлагает........
Вчера состоялась презентация диска НОНИ РБ Национальный оркестр народных инструментов презентовал новый диск «Музыка, рожденная ветром…»......

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

2018 - Год Семьи

2018 год объявлен в Башкортостане Годом семьи

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Февраль 2018

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

ПрессаШАЯРТА БЕЛЕҮ ҮҘЕ БЕР ҺӨНӘР

Вернуться назад

ШАЯРТА БЕЛЕҮ ҮҘЕ БЕР ҺӨНӘР

Автор: Лейсан Даянова/Газета ,,Киске Өфө,,

Дата: 06.04.2016

Һөнәре шундай - ул барыһын да шатландырып, яҡшы кәйеф бүләк итеп кенә йәшәй. 1 апрель Бөтөн донъя көлкө көнөн билдәләгәндә, республикабыҙҙың иң билдәле юмор оҫталарының береһенә мөрәжәғәт итмәһәк, яҙыҡ булыр ине, ай-һай. Шулай итеп, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының "Ҡыҙыҡ менән Мәҙәктәр" эстрада-көлкө театры етәксеһе, 100-ҙән ашыу төрлө образдар ижад итеүсе, лирик йырҙар авторы, Башҡортостандың халыҡ артисы Вәлит ИЛЕМБӘТОВ беҙҙә ҡунаҡта

Һөнәре шундай - ул барыһын да шатландырып, яҡшы кәйеф бүләк итеп кенә йәшәй. 1 апрель Бөтөн донъя көлкө көнөн билдәләгәндә, республикабыҙҙың иң билдәле юмор оҫталарының береһенә мөрәжәғәт итмәһәк, яҙыҡ булыр ине, ай-һай. Шулай итеп, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының "Ҡыҙыҡ менән Мәҙәктәр" эстрада-көлкө театры етәксеһе, 100-ҙән ашыу төрлө образдар ижад итеүсе, лирик йырҙар авторы, Башҡортостандың халыҡ артисы Вәлит ИЛЕМБӘТОВ беҙҙә ҡунаҡта.
Бөтөн халыҡ 1 апрелде Көлкө көнө тип ҡабул итә. Һеҙҙең өсөн һәр көн - көлкө көнө. Гел күңелсәк булыуы ауырмы?
- Холоҡтары менән күңелсәк булып, гел шаярып-көлөп йөрөгән кешеләр ҙә була. Мин сәхнәнән кешене көлдөрһәм дә, көндәлек тормошта үтә етди, баҫалҡы кеше. Һөнәремде белмәгәндәр мине артист тип уйламай ҙа. Лирик шиғырҙар яҙам һәм улар минең эске торошомдо нығыраҡ сағылдыра. Салауат дәүләт драма театрында артист булып эшләп йөрөгән саҡта режиссер Фәтих Ихсанов мине күреп ҡалды ла, филармонияға эшкә саҡырҙы. Шулай мин эстрада артисы булып киттем. "Кәтүк" - Әхәт ағай Уразмәтов менән эшләнек. Әйткәндәй, ул да бик етди кеше була торғайны. Ҡайһы берҙә шаяртҡылап та ала ине, бик тәртипле, бик һәләтле булды. Ә бына "Бағанай" - Фәрит Шәйхетдинов тормошта ла бик шаян ине. Йәғни, һинең сәхнәләге образың менән һинең үҙеңдең холҡоң тура килмәүе лә бар. Бындай миҫалдар күп ул, мәҫәлән, Никулин да гел шаярып йөрөгән, ә бына Вицин янына барып та булмаған, ул бик ҡырыҫ булған, шаяртҡанды аңламаған да, яратмаған да. Ә ниндәй бөйөк комик актер!
Шаярта белеү һәләтегеҙҙе тормошта ҡулланғанығыҙ бармы? 
- Бындай бер осраҡты ла хәтерләмәйемсе. Мин коллегаларымды, таныштарымды хатта 1 апрель көнөндә лә шаяртмайым. Ғәҙәттә, был көндө "алдашыу көнө" тип ҡабул итә халыҡ. Кешене төп башына ултыртып алдамаһалар ҙа, еңелсә генә итеп кәкере ҡайынға терәп китеүселәр ҙә бар. Бер артисҡа Нефтекамала эшләгән дуҫы шылтырата икән, төш әле аҫҡа, домофонығыҙ эшләмәй, ишек ас, тип. Был юғары ғына ҡаттан төшөп, ишекте асып ҡараһа, бер кем дә юҡ, ти. Баҡтиһәң, әллә нисә саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ҡалала ултырып ҡына алдаша икән был. Былай алдашыу - шаяртыуҙың бер төрө инде ул, күңел күтәрелеп китә. Шулай ҙа был көндө күпселек шаяртыуҙар эш хаҡы, премиялар темаһы тирәһендә ҡуйыра. 
Вәлит Хәлит улы, белеүемсә, һеҙ филология фәндәре кандидаты ла, шиғырҙар, сатирик әҫәрҙәр яҙаһығыҙ. Башҡорт халҡының Ерәнсәләре, Алдарҙары булған кеүек, уның үҙенә генә хас юморы ла бар. Яҙыусы булараҡ яуап бирегеҙ әле, ни өсөн бөгөн сәхнәлә сит илдәргә эйәреп шаярыу өҫтөнлөк ала, үҙебеҙсә генә итеп шаяртһаҡ, тамашасы нығыраҡ шатланыр ине кеүек?
- Мин бәләкәй саҡта ауылыбыҙҙа бер бабай йәшәне, һуғышта ҡатнашҡан яугир ине, орден-миҙалдарын да күргәнебеҙ булды. Шул ыбыр-сыбыр малайҙарға шыттырып тороп төрлө ваҡиғалар һөйләй һәм улар шул тиклем тәбиғи килеп сыға ине, быға ул үҙе лә ышанғандыр, моғайын. Винтовканың патроны бөткәс, тигән була, савкауай көрәк менән немец самолетын һуғып төшөрҙөм, икенсеһен дә төшөрә инем, көрәктең һабы ҡыҫҡа булып сыҡты. Был шаярыуҙарҙы мин скетчтарҙа ла ҡулланғаным булды. 
Комедия кеүек жанрҙы яҙыуы ныҡ ауыр, ундай эш шәхсән минең ҡулымдан килмәй, уйнарға кәрәк булғанға яҙғыларға тура килә. Шунда ла мин уларҙы ауырһыныбыраҡ яҙам. Үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағы булғандыр, Фәтих Ихсанов эшләгән мәл ине. "Кәтүк һәм уның ептәре" тигән яңы программа әҙерләгәндә сатира өлкәһендә ижад итеүсе яҙыусыларҙы репертуарҙы тулыландырыу тураһындағы һөйләшеүгә саҡырҙылар. Хатта конкурс та иғлан ителде. Марат Кәримов, Әнғәм Атнабаев, Хөснулла Түләкәев, Рәдиф Тимершин һ.б йыйылды. Шунда Әнғәм Атнабаев: "Биш минутлыҡ скетч яҙыуға ҡарағанда өс шаршаулы пьеса яҙыуы еңелерәк", - тигәйне. Башҡорт яҙыусылары башҡорт юморы менән һуғарылған әҫәр яҙһа, сәхнәлә лә булыр ине улар. Былай иһә артистар тамашасының талабына эйәреп, үҙҙәре яҙырға мәжбүр. Ә тамашасыны күберәк телевидениела барған төрлө юмористик программалар "тәрбиәләй". Беҙҙе лә улар кеүек итеп күргеләре килә, уларға ярай белмәһәң, концерттарға йөрөмәйҙәр. Шундай бер ҡуласа килә лә сыға. 
Ләйсән ДАЯНОВА әңгәмәләште

Вернуться назад